Ворли (Мумбаи)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ворли
Рәсем
Донъя ҡитғаһы Азия
Дәүләт Flag of India.svg Һиндостан
Административ-территориаль берәмек Мумбай
Почта индексы 400018 and 400030
Урындағы телефон коды 022
Commons-logo.svg Ворли Викимилектә

ВорлиҺинд океанындағы утрау, элек Бомбейҙың ете утрау архипелагы составына ингән һәм Һиндостан территорияһында урынлашҡан. Ул Хажи Али мәсете менән дан тота, уға тик һыу ҡайтҡанда ғына барырға була.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бомбейҙың ете утрауы

Башта Ворли айырым утрау, Бомбейҙың ете утрауҙарының береһе булған, 1661 йылда португалдар уны Англияға бирә[1].

Утрауҙа балыҡсылар ауылы була. Был районда мәҙәниәт мираҫы объекттары булған боронғо ҡомартҡыларҙың берҙән-бер ҡалдыҡтары — дарга (монастырь), изге суфый мавзолейы, Хажи Али мәсете һәм Ворли форты. Форт хәҙер хараба хәлендә, ул инглиздәр тарафынан төҙөлгән.

Дарга 1431 йылда Бохаранан бай сауҙагәр Сәид Пир Хажи Али ҡәберен урынлаштырыу өсөн төҙөлгән, ул Бомбейға күсеп килгән һәм шунда вафат булған. Бина ҙур булмаған утрауҙа урынлашҡан, ул һыу ҡайтҡанда Ворли менән оҙонлоғо 500 метрлыҡ тәбиғи үтеү юлы менән тоташҡан. Ҡомартҡы Мумбаиның мөһим урыны булып тора һәм көнөнә унышар мең ғибәҙәт ҡылыусыларҙы йәлеп итә, бында мосолмандар ғына түгел башҡа дин вәкилдәре, шул иҫәптән индустар ҙа килә.

1784 йылда Ворли Бомбейҙың төп утрауы менән дамба аша тоташа[2]. Дамба Хорнби Веллард проекты буйынса төҙөлә һәм Бомбейҙың ете утрауын тоташтырыу буйынса беренсе була. Был эш XIX быуат буйы бөтә ете утрауҙы тулыһынса берләштергәнгә тиклем алып барыла.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. D'Cunha Jose Gerson IV The Portuguese Period // The Origins of Bombay — 3. — Bombay: Asian Educational Services, 1900. — P. 265. — ISBN 81-206-0815-1.
  2. Worli and Prabhadevi  (инг.). 22 ғинуар 2015 тикшерелгән.