Воробьёв Александр Акимович
Воробьёв Александр Акимович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 12 сентябрь 1909 |
Тыуған урыны | Стәрлетамаҡ, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 3 сентябрь 1981 (71 йәш) |
Вафат булған урыны | Томск, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | физик |
Эшмәкәрлек төрө | физика |
Эш урыны | Томск политехник университеты |
Биләгән вазифаһы | ректор[d] |
Уҡыу йорто | Томск дәүләт университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] һәм член-корреспондент Академии педагогических наук СССР[d] |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
Ойошма ағзаһы | СССР Фәндәр академияһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Воробьев Александр Акимович (12 сентябрь 1909 йыл, Стәрлетамаҡ, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы — 3 сентябрь 1981 йыл, Томск, Томск өлкәһе, РСФСР, СССР) — СССР ғалим-физигы, физика-математика фәндәре докторы (1939), профессор (1940), йәмәғәт эшмәкәре. С. М. Киров исемендәге Томск политехник институты директоры (ректоры) (1944-1970), РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1960), СССР Мәғариф министрлығы ҡарамағында (1970) СССР Педагогия фәндәре академияһы ағза-корреспонденты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Александр Акимович Воробьев 1909 йылдың сентябрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында (Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы), хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуа. Аким Александрович һәм Анна Георгиевна Воробьевтарҙың ғаиләһендә ете бала була: биш ул һәм ике ҡыҙ. Александр дүртенсе ул була.
1926 йылда Красноярскиҙа туғыҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлай һәм Красноярск мелиорация техникумына уҡырға инә, унда бер йыл уҡый.
1927 йыл Томск университетының физика-математика факультетына уҡырға инә һәм уны 1931 йылда «Материалдар тикшереү» һөнәре буйынса тамамлай.
1931—1934 йылдарҙа Себер физик-техник институтында (СФТИ) аспирантурала уҡый, бер үк ваҡытта Томск университетының физика кафедраһында эшләй.
1935 йылдың ғинуарында, йәше егерме биш йәшендә, математика фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеү өсөн диссертация яҡлай, кандидат дәрәжәһен 1935 йылдың апрелендә ала. Ошо уҡ йылда СФТИ-ның өлкән ғилми хеҙмәткәре һәм конкурс буйынса Томск дәүләт университетының доценты итеп һайлана. 1935—1937 йылдарҙа — ғилмибүлек буйынса СФТИ-ның директор урынбаҫары.
1938 йылда Томск индустриаль институт (ТИИ) штатына теркәлә, электр станцияһы, системалары һәм селтәрҙәре кафедраһы доценты була.
1939 йылда физика-математика фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеү өсөн Ленинград индустриаль институтында диссертация яҡлай.
1940 йылдың апрель айында Томск индустриаль институтының энергетик факультеты деканы итеп тәғәйенләнә.
1940 йылдың 19 октябрендә Юғары аттестация комиссияһы протоколы менән ғилми профессор исемендә раҫлана һәм Томск индустриаль институтының электр станцияһы, системалары һәм селтәрҙәре кафедраһы мөдире вазифаһына һайлана.
1940 йылдың 15 ноябренән 1944 йылдың 15 апреленә тиклем ТИИ фәнни һәм уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаһын биләй.
1941—1946 — ТИИ физика кафедраһы мөдире.
1944 йылдан 1970 йылға тиклем — С. М. Киров исемендәге Томск политехник институты директоры (ректоры).
1945 йылда — Томск ВКП(б) өлкә комитеты ағзаһы
1950 һәм 1960 йылдарҙа — Томск ҡала һәм өлкә хеҙмәтсәндәр депутаттары советы депутаты.
1959 йылдан алып 1971 йылға тиклем — Томск өлкәһенән РСФСР Юғары Советының V, VI VII саҡырылыш депутаты
1963 йылдан — Вуз-ара координация советы рәйесе.
1970 йылда СССР Мәғариф министрлығы ҡарамағында СССР Педагогия фәндәре академияһы ағза-корреспонденты
Воробьев Александр билдәле ғилми мәктәптәргә нигеҙ һалыусы булып тора, уның етәкселеге аҫтында 20 фән докторы, 100-ҙән ашыу фән кандидаты әҙерләнгән, шулай уҡ 500-ҙән ашыу фәнни мәҡәләләр, 27 монография, 10-дан ашыу уйлап табыу, фәнни, методик, белем биреү һәм башҡа мәҡәләләр авторы.
1981 йылдың 3 сентябрендә Томск ҡалаһында вафат була. Бактин зыяратында ерләнә
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Атаһы — Аким Александрович Воробьев Аким (1942 йылда вафат була) Октябрь революцияһына тиклем тәүҙә ҡаҙна шарап склады контораһында писарь булып хеҙмәт итә, артабан конторщик була.
- Әсәһе — Анна Георгиевна, хужабикә.
- Өлкән ағаһы (элекке Колчак офицеры) АҠШ-ҡа эмиграцияға китә, ике ағаһы Бөйөк Ватан һуғышы фронтында 1941 һәм 1942 йылда хәбәрһеҙ юғала
- Апаһы — Антонина.
- Ҡатыны — Екатерина Константиновна Завадовская (1913—2004), СССР һәм Рәсәй ғалим-физигы, техник фәндәр докторы (1955), Томск политехник университетының (ТПУ) ҡаты есемдәр физикаһы кафедраһы профессоры, РФ Электротехник фәндәр академияһының почетлы ағзаһы
- Улы — Воробьев Владимир Александрович (23 июль 1936), СССР һәм Рәсәй ғалимы, техник фәндәре докторы, профессор, Мәскәү дәүләт автомобиль-юл техник университеты юл машиналары һәм технологиялары факультетының «Производство процестарын автоматлаштырыу» кафедраһы мөдире (1975 — ), РФ атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, Рәсәй Архитектура һәм төҙөлөш фәндәре академияһының ағза-корреспонденты[1].
- Улы — Воробьев Сергей Александрович (7 май 1944 йыл — 9 ғинуар 1992 йыл), физика-математика фәндәре докторы (1975), профессор, Томск политехник университеты (ТПУ) ҡарамағында Ғилми-тикшеренеү ядро физикаһы институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре
- Ҡыҙы — Воробьева Татьяна Александровна (14 август 1945), 1968 йылда Томск политехник институтын тамамлаған
Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дәүләт бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1945 — Ленин ордены
- 1945 — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- 1946 — «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы
- 1948 — «Мәскәүҙең 800-йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
- 1957 — «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн»миҙалы
- 1958 — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- 1960 — «РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре»
- 1961 — Ленин ордены
- 1967 — Ленин ордены
СССР ведомство наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1945 — СССР электросәнәғәт Халыҡ комиссариатының «Наркомэлектро социалистик ярыш алдынғыһы» билдәһе
- 1946 — СССР төҫлө металлургия Халыҡ комиссариатының «Төҫлө металлургияның социалистик ярыш алдынғыһы» билдәһе
- 1946 — СССР Күмер сәнәғәте Халыҡ комиссариатының «Күмер сәнәғәтенең социалистик ярыш алдынғыһы» билдәһе
- 1950 — «КПСС-тың социалистик ярыш алдынғыһы» билдәһе
- 1960 — «СССР-ҙың халыҡ хужалығында уңыштары өсөн» СССР ВДНХ Төп комитетының ҙур алтын миҙалы
- 1960 — СССР Күмер сәнәғәте министрлығының III дәрәжә «Шахтер даны» түш билдәһе
- 965 — СССР ВДНХ I дәрәжә дипломы
- 1966 — ВЛКСМ ҮК «Комсомолда әүҙем эше өсөн» түш билдәһе
- 1968 — тСССР Күмер сәнәғәте министрлығының II дәрәжә «Шахтер даны» түш билдәһе
- 1969 — СССР Күмер сәнәғәте министрлығының I дәрәжә «Шахтер даны» түш билдәһе
Башҡа наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1956 — «Барнаул телеүҙәген төҙөүҙә әүҙем ҡатнашыуы өсөн» алтын ҡул сәғәте
- 1956 — «Томск телеүҙәген ҡороу өсөн» алтын ҡул сәғәте
- Төрлө кимәлендәге маҡтау ҡағыҙҙары һәм дипломдары
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1999 йылда Александр Воробьевтың тыуыуына 90-йыллығы уңайынан Томск политехник университеттың төп корпусына уның хөрмәтенә мемориаль таҡта ҡуйыла, унда ул «Себер юғары мәктәбенең данлыҡлы ойоштороусыһы» тип атала.
Әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Воробьёв А. А. Экспериментальные закономерности электронных процессов в ионных кристаллах, требующие теоретического обобщения. // «Известия Томского технологического института» [«Известия ТТИ»]. — 1958. — Т. 94. — С. 3-15.
- Воробьёв А. А. О применении ускорителей в электропередаче постоянным током высокого напряжения. // «Известия Томского технологического института» [«Известия ТТИ»]. — 1948. — В. 1. — Т. 66. — С. 23.
- Воробьёв А. А. Электрические разряды и грозы в недрах земли. // «Известия Томского технологического института» [«Известия ТТИ»]. — 1974. — Т. 195. — С. 30-34.
- Воробьёв А. А. Поведение изоляции и электроаппаратуры при низких температурах. // «Известия Томского технологического института» [«Известия ТТИ»]. — 1940. — Т. 59, [Вып. 1-3]. — С. 169-191.
- Воробьёв А. А. Импульсная рентгенография. // «Известия Томского технологического института» [«Известия ТТИ»]. — 1951. — В. 2. — Т. 70. — С. 3-9.
- Воробьёв А. А. Двухполупериодная схема ускорения в синхротроне. // «Известия Томского технологического института» [«Известия ТТИ»]. — 1960. — Т. 105. — С. 3-4.
- Богородицкий Н. П., Волокобинский Ю. М., Воробьёв А. А., Тареев Б. М. Теория диэлектриков. — М. Л.: «Энергия», 1965. — 344 с. — 10 000 экз.
- Воробьёв А. А. Инерционно-плазменная гипотеза собственного и электрического полей Земли. // «Известия Томского технологического института» [«Известия ТТИ»]. — 1976. — Т. 264. — С. 116-136.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рутковская Р. Он вернул былую славу Политехническому: очерк о ректоре Воробьёве Александре Акимовиче. // «Томский политехник». — 2004. — В. 10. — С. 164-167.
- Адам А. М. Ректор ТПИ А. А. Воробьёв — изобретатель электроимпульсного способа разрушения горных пород. // «Известия Томского технологического института» [«Известия ТТИ»]. — 2013. — Т. 322. — № 2 : Математика и механика. Физика. — С. 191-196.
- «Ректор Томского политехнического института А. А. Воробьёв» (сборник статей). — Томск: Издательство «Красное знамя», 1979. — 142 с.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ МАДИ. Факультет дорожных и технологических машин. Кафедра «Автоматизация производственных процессов». Заведующий кафедрой (1975 — н. в.) — Воробьёв Владимир Александрович, профессор, доктор технических наук. 2021 йыл 15 апрель архивланған. Официальный сайт Московского автомобильно-дорожного государственного технического университета (МАДИ) // madi.ru. Дата обращения: 14 апреля 2021.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Воробьёв Александр Акимович (12 сентября 1909 — 3 сентября 1981). Ректор Томского политехнического института имени С. М. Кирова с 1944 по 1970 годы. Биография, научная деятельность, уникальные документы, фотографии. Сайт «Директора-ректоры ТПУ» (создан к 100-летию со дня рождения ректора Томского политехнического института А. А. Воробьёва) // portal.tpu.ru (2009 год)
- Штрихи к портрету А. А. Воробьёва: фрагменты из воспоминаний политехников. // «Томский политехник». — 1996. — В. 2. — С. 39-41.
- 12 сентябрҙә тыуғандар
- 1909 йылда тыуғандар
- Стәрлетамаҡта тыуғандар
- 3 сентябрҙә вафат булғандар
- 1981 йылда вафат булғандар
- Томск дәүләт университетын тамамлаусылар
- Ленин ордены кавалерҙары
- «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәрҙәре
- 7-се саҡырылыш РСФСР Юғары Советы депутаттары
- Физика-математика фәндәре докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Ректорҙар
- Профессорҙар
- Ғалимдар
- Физиктар
- Йәмәғәт эшмәкәрҙәре