Воробьёв Леонид Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Воробьёв Леонид Николаевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 8 (20) август 1890
Тыуған урыны Мосальский уезд[d], Калуга губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1 октябрь 1969({{padleft:1969|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (79 йәш)
Вафат булған урыны Магнитогорск, Силәбе өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғилми-педагогик хеҙмәткәр
Эшмәкәрлек төрө урыҫ теле һәм тел ғилеме
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Пермь дәүләт милли тикшеренеү университеты
Марий дәүләт университеты
Ырымбур дәүләт педагогия университеты
Н. Г. Чернышевский исемендәге Байкал аръяғы дәүләт гуманитар-педагогия университеты[d]
Биләгән вазифаһы декан[d]
Уҡыу йорто Лазаревтар көнсығыш телдәре институты[d]
Ғилми дәрәжә филология фәндәре кандидаты[d]

Воробьев Леонид Николаевич (8 август 1890 йыл[1] (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 21 август 1890 йыл[2]) — 1 октябрь 1969 йыл) — СССР-ҙың тел белгесе, филолог.

К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты (хәҙерге Башҡорт дәүләт университеты) директоры урынбаҫары (1929—1932), профессор, тел ғилеме һәм әҙәбиәт кафедраһы мөдире, Мари педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультеты деканы (1932—1935), мөдире. Чкалов педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультеты деканы (1937—1945), Чита педагогия институтының директоры (1945—1948), рус теле һәм дөйөм тел ғилеме кафедраһы мөдире (1948—1950), Пермь университетының тарих-филология факультеты (1949—1950) деканы. Н. Я. Маррҙың яфетик теорияһын әүҙем яҡлаусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Леонид Николаевич Воробьев Кронштадт верфе эшсеһе ғаиләһендә тыуған. Пермь гимназияһын (1908), көнсығыш телдәренең Лазарев тел ғилеме институтын I дәрәжә диплом менән төрөк, иран, ғәрәп һәм башҡа телдәр буйынса тел белгесе һөнәренә тамамлай (1912). Институтта фарсы теле кафедраһында академик Ф. Е. Корш ҡарамағында ҡалдырыла. Төрки диалекттарҙы өйрәнеү буйынса ғилми командировкала Өфөлә була (1912—1917).

Мәскәүгә ҡайтып, Мәскәү дәүләт университетында, Шәрҡиәт институтында, бер юлы Кремлдә, Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма комитетының берләштерелгән мәктәптәрендә, И. В. Сталин исемендәге Коммунистик университетта, Сунь-Ятсен исемендәге хеҙмәтсәндәр университетында һәм Дәүләт ғилми советында уҡытыусы булып эшләй) (1917—1920).

1929 йылда тағы ла Халыҡ комиссариаты һәм Дәүләт ғилми советы тарафынан Өфөгә тел ғилеме профессоры булараҡ ебәрелә, ошонда уҡ Башҡорт дәүләт педагогия институтының директор урынбаҫары вазифаһын башҡара (1929—1932).

1932—1935 йылдарҙа Йошкар-Оланың Мари педагогия институтына профессор сифатында күсерелә, тел һәм әҙәбиәт факультетының деканы була, тел ғилеме мөдире һәм әҙәбиәт кафедраһының тәүге мөдире була[3].

1935—1937 йылдарҙа — Урал дәүләт педагогия институты профессоры (Көнбайыш Ҡаҙағстан, г. Уральск), 1937—1945 йылдарҙа — Чкалов педагогия институты (Ырымбур) профессоры, тел һәм әҙәбиәт факультеты деканы, тел ғилеме кафедраһы мөдире, өлкә комитеттар союзы хеҙмәткәрҙәренең юғары мәктәп һәм Чкалов өлкәһенең ғилми учреждениелар рәйесе.

1937 йылдың 23 ноябрендә филология фәндәре кандидатына диссертация яҡлай.

1945 йылда Чита педагогия институтының директоры итеп тәғәйенләнә (1945—1948). 1947 йылдың 17 сентябрендә профессор исеме бирелә.

1948 йылдан Молотов (Пермь) университетында эшләй.

— ти шул ваҡытта уның тураһында «Старейший на Урале» китабының авторы Б. Николаев һөйләй[4].

1949 йылдың 13 апреленән — 1950 йылдың 17 мартына тиклем тарих-филология факультеты деканы; 1948 йылдан алып 1950 йылдың апреленә тиклем — Молотов (Пермь) университетының рус теле һәм дөйөм тел ғилеме кафедраһы мөдире[5]. Молотов (Пермь) университетынан шәхси үтенесе буйынса (һаулығы насар һәм йәше өлкән булыуы сәбәпле — 61 йәш) 1950 йылдың апрелендә эшенән бушатыла.

1950 йылдың 11 апрелендә СССР Юғары уҡыу йорттарының министрлығының бойороғо буйынса А. М. Горький исемендәге Молотов университетынан Магнитогорск педагогия уҡытыусылар институтына уҡыу һәм ғилми эш буйынса директор урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғилми тикшеренеү өлкәһе — тел ғилеме, 50-нән ашыу эше баҫтырылып сыҡҡан. Улар араһында: «Особенности фонетики в башкирском языке» (Уфа, 1912), «Пословицы и загадки в башкирском языке» (Уфа, 1913), «Морфологическая структура речи в татарском языке» (1913), «Народные песни татар» (муз.-этнограф. сборник, 1922), «Песни крымских татар» (1923), «Элементы сравнительной грамматики в тюркских языках» (Центриздат, 1929), «Первая книга для чтения» (для китайцев — по русскому языку, УТК, 1925), «Что такое сингармонизм (на материалах тюркских языков и одного из угро-финских» (Йошкар-Ола, 1934), «Изучение опыта преподавания марийского языка и русского языка в марийской школе» (Йошкар-Ола, 1934) һ.б.

Дәүләт ғилми советтарында эшләп, 100-ҙән артыҡ рецензиялар яҙған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Ошуркова Р. А. Воробьёв Леонид Николаевич // Профессора Пермского государственного университета: (1916—2001) 2014 йыл 26 декабрь архивланған. / Гл. ред.: В. В. Маланин. Пермь: Изд-во Перм. ун-та, 2001. 419 с. С. 43.
  2. Воробьев Леонид Николаевич // Международная система поминовения усопших Skorbim.com.
  3. История кафедры русской и зарубежной литературы 2015 йыл 20 ноябрь архивланған. // Марийский государственный университет.
  4. Николаев С. Старейший на Урале / С. Николаев ; Молотовский государственный университет им. А. М. Горького. Молотов : [б. и.], 1949. 44 с. С. 12.
  5. Воробьёв Леонид Николаевич // Архив ПГНИУ.

Сығанаҡтар һәм һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Воробьев Леонид Николаевич // Международная система поминовения усопших Skorbim.com.
  2. Воробьев Леонид Николаевич 2019 йыл 26 ноябрь архивланған.?? // Помни меня.
  3. История кафедры русской и зарубежной литературы 2015 йыл 20 ноябрь архивланған. // Марийский государственный университет.
  4. Леонид Николаевич Воробьёв, зав. кафедрой (1948—1950) 2019 йыл 2 декабрь архивланған. // Каф. русского языка и стилистики ПГНИУ.
  5. Ошуркова Р. А. Воробьёв Леонид Николаевич // Профессора Пермского государственного университета: (1916—2001) 2014 йыл 26 декабрь архивланған. / Гл. ред.: В. В. Маланин. Пермь: Изд-во Перм. ун-та, 2001. 419 с. С. 43—44.
  6. Потапова Н. П. Иван Михайлович Захаров // Взойди, звезда воспоминанья! Страницы воспоминаний выпускников филологического факультета Пермского университета. Пермь: Перм. гос. ун-т, 2006. С. 14—20.
  7. Сильницкий Г. Г. Город на Каме 2019 йыл 14 июль архивланған. // Сильницкий Г. Г. Освоение прошлого 2016 йыл 5 июнь архивланған.. Пермь, 2016. С. 81—82.
Алдан килеүсе:
Захаров, Иван Михайлович
Молотов (Пермь) университеты (Пермь дәүләт университеты) тарих-филология факультетының тус теле һәм дөйөм тел ғилеме кафераһы мөдире
1948–1950
Һуңынан килеүсе:
Захаров, Иван Михайлович
Алдан килеүсе:
Шарц, Александр Кузьмич
Молотов (Пермь) университеты (Пермь дәүләт университеты) тарих-филология факультетының деканы
1949–1950
Һуңынан килеүсе:
Малофеев, Иван Антонович