Воронов Абрам Соломонович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Воронов Абрам Соломонович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 20 август 1899({{padleft:1899|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Вафат булған көнө 28 апрель 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Украина Совет Социалистик Республикаһы, Полтава
СССР, Украина Совет Социалистик Республикаһы
Һөнәр төрө ғалим
Эш биреүсе Донецкий национальный медицинский университет[d]
Уҡыу йорто Ростов дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]


Воронов Абрам Соломонович (18991975) — совет һәм украин ғалимы-табип, медицина фәндәре докторы (1928), профессор (1932).

100-ҙән ашыу фәнни баҫма һәм 2 монография авторы[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1899 йылдың 8 август көнө (яңы стиль буйынса 20 август)Дондағы Ростов ҡалаһында йәһүд Зельман Исаевич һәм уның ҡатыны Фейга Абрамовна ғаиләһендә тыуа[2].

1918 йылда Ростов гимназияһын тамамлай һәм Дон университетының (хәҙерге Ростов дәүләт университеты) медицина факультетына уҡырға инә. Уҡыуын тамамланғандан һуң, 1923 йылда госпиталь-терапия клиникаһына ординатор булып эшкә урынлаша. Өс йылдан һуң ул госпиталь терапия кафедраһы ассистенты итеп һайлана. 1928 йылда «О морфологических изменениях крови и кроветворных органов под влиянием бензола и его производных» темаһына медицина докторы дәрәжәһенә диссертация яҡлай. 1930 йылда Абрам Соломонович инфекция ауырыуҙары кафедраһының приват- доценты вазифаһына раҫлана, 1932 йылда госпиталь терапияһы кафедра мөдире һәм бер үк ваҡытта Дондағы Ростов Үҙәк ҡала дауаханаһының (хәҙер Н. А. Семашко исемендәге 1-се ҡала дауаханаһы) терапия бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә. Ошо уҡ йылда профессор дәрәжәһенә раҫлана[2].

1933 йылда А. С. Воронов Ростов медицина институты кафедраһы профессоры итеп тәғәйенләнә. Медицина институтында 1953 йылға тиклем эшләй. 1947 йылда өлкәнең һәм ҡаланың баш терапевты итеп тәғәйенләнә, шулай уҡ Терапевтар йәмғиәтенең һәм Өлкә һаулыҡ һаҡлау консультация бюроһы рәйесе була. Абрам Соломоновичҡа 1953 йылда «табиптар эше» ҡағыла. 1953 йылдың ғинуар-февралендә Дондағы Ростовтың бер нисә медигы, шул иҫәптән Воронов та ҡулға алына. Сталин 1953 йылда вафат булғандан һуң, ул да башҡа хеҙмәттәштәре кеүек азат ителә.

Ғалим-табип, профессор Воронов тыуған ҡалаһынан 1954 йылда Донецк ҡалаһына күсеп китә, унда Донецк медицина институтының (хәҙерге Донецк Милли медицина университеты) госпиталь терапияһы кафедраһын етәкләй. Артабан ул пенсияға сыҡҡансы 20 йыл дауамында был кафедра менән етәкселек итә. Донецк университетында эшләгән осоронда ул 10 медицина фәндәре кандидатын әҙерләгән.

1975 йылдың 28 апрелендә Украина ССР-ы Донецк ҡалаһында вафат була.

1928 йылда А. С. Вороновтың «О морфологических изменениях крови и кроветворных органов под влиянием бензола и некоторых его производных» тигән фәнни эше Терапевтарҙың ғилми-тикшеренеү йәмғите Президиумының профессор Н. И. Мухин исемендәге премияһы менән билдәләнә. Һуңыраҡ уның был монографияһә Ленин премияһына лайыҡ була[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]