Воронцова Елена Ивановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Елена Ивановна Воронцова
Файл:Voronshova.jpg
Тыуған көнө

3 июнь 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})

Тыуған урыны

Мәскәү, Рәсәй империяһы

Вафат көнө

2007({{padleft:2007|4|0}})

Вафат урыны

Мәскәү
Рәсәй

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

гигиена

Эшләгән урыны

СССР Медицина фәндәре академияһының хеҙмәт гигиенаһы һәм профессиональ ауырыуҙар ғилми-тикшеренеү институты

Альма-матер

1-се ММИ (1927)

Ғилми дәрәжәһе

медицина фәндәре докторы;(1960)

Ғилми исеме

профессор (1964) доцент;(1971)

Награда һәм премиялары
Ҡалып:Почёт Билдәһе
СССР Дәүләт премияһы

Воронцова Елена Ивановна (3 июнь 1913 йыл — 2007 йыл) — ғалим-гигиенасы, Ммедицина фәндәре докторы (1960), профессор (1964), СССР Медицина фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1971). СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1972).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1913 йылдың 3 июнендә Мәскәүҙә тыуған.

1927 йылда Беренсе Мәскәү медицина институтының санитар-гигиена факультетын тамамлай. 1940 йылда СССР Медицина фәндәре академияһының хеҙмәт гигиенаһы һәм профессиональ ауырыуҙар ғилми-тикшеренеү институты янындағы аспирантураны тамамлай. 1941—1948 йылдарҙа Үзбәк санитар институтында токсикологик лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта Үзбәкстандың сәнәғәт, аҙыҡ-түлек һәм мәктәп объекттарына санитар күҙәтеү етәксеһе була.

1948 йылдан алып СССР Медицина фәндәре академияһының хеҙмәт гигиенаһы һәм профессиональ ауырыуҙар ғилми-тикшеренеү институтында эшләй, 1961—1971 йылдарҙа — институт директорының ғилми эштәр буйынса урынбаҫары, ә 1971—1977 йылдарҙа — Сәнәғәт аэрозолдәре лабораторияһы етәксеһе. 1977—1979 йылдарҙа — тау рудаһы һәм күмер сәнәғәтендә хеҙмәт гигиенаһы лабораторияһы етәксеһе. 1979—1992 йылдарҙа — өлкән ғилми хеҙмәткәр-сәнәғәт аэрозолдәре лабораторияһы консультанты[1][2].

Профессор Е. И. Воронцова — төҫлө металлургия, машиналар эшләү, караптар һәм тау рудаһы сәнәғәте предприятиеләрендә хеҙмәт гигиенаһына һәм профпатологияға арналған 130-ҙан ашыу фәнни хеҙмәттәр авторы. Е. И. Воронцова аэрозолдәрҙең организмға тәьҫирен өйрәнеү, силикоз менән көрәш сараларын эшләү, һауаның бысраныуын билдәләү методикаһына сағыштырма баһа биреү буйынса ғилми тикшеренеүҙәр алып бара. Е. И. Воронцова иретеп йәбештереү эштәрендә хеҙмәт гигиенаһы мәсьәләләрен хәл итеүгә байтаҡ өлөш индерә. E. И. Воронцова хеҙмәт гигиенаһы һәм профпатологияның көнүҙәк мәсьәләләре буйынса социалистик илдәрҙә, шулай уҡ Японияла, АҠШ-та һәм Италияла күп тапҡыр ғилми докладтар менән сығыш яһай[1].

2007 йылда Мәскәүҙә вафат була[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Воронцова, Елена Ивановна. Дата обращения: 8 март 2020.
  2. 2,0 2,1 Воронцова Елена Ивановна (1913—2007). Дата обращения: 8 март 2020.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Большая медицинская энциклопедия / гл. ред. Б. В. Петровский. — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия. — Т. 6: Гипотиреоз — Дегенерация. — 1977 г. — 632 с.