Всехсвятский Сергей Константинович
Всехсвятский Сергей Константинович | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Тыуған көнө | 7 (20) июнь 1905 |
Тыуған урыны | Мәскәү ҡалаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 6 октябрь 1984 (79 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү ҡалаһы, СССР |
Ерләнгән урыны | Байково зыяраты[d] |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | астроном |
Эшмәкәрлек төрө | астрономия |
Эш урыны | П. К. Штернберг исемендәге дәүләт астрономия институты[d] |
Уҡыу йорто | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
Аспиранттар | Клим Иванович Чурюмов[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
![]() |
Всехсвятский Сергей Константинович (7 (20) июнь 1905, Мәскәү — 6 октябрь 1984, Мәскәү) — СССР астрономы.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1925 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлай. 1924—1935 йылдарҙа Астрофизика институтында эшләй, 1935—1939 йылдарҙа — Пулково обсерваторияһы хеҙмәткәре, директор урынбаҫары, 1939—1981 йылдарҙа — Киев университеты профессоры, астрономия кафедраһы мөдире.
Төп фәнни хеҙмәттәре комета физикаһына, Ҡояш һәм ҡояш активлығына, космогония проблемаларына бәйле. Кометаларҙың механик теорияһының ҡайһы бер мәсьәләләрен хәл итә, периодик кометаларҙың тиҙ тарҡалыуын иҫбатлай. 1932 йылда Ж. Л. Лагранждың кометаларҙың планеталар һәм уларҙың юлдаштары өҫтөнән ырғытылыуы тураһында гипотезаһын яңы нигеҙҙә үҫтерә. 1960 йылда ул Юпитер тирәләй ҡулса барлығы тураһында фекер әйтә, уны һуңыраҡ (1979) Американың «Вояджер 1» космос карабы аса. Ҡояш тотолған ваҡытта ҡояш тажын күҙәтеү һөҙөмтәләре буйынса һуҙылған таж ағымы барлығын асыҡлай (һуңыраҡ «Ҡояш еле» тип атала), был Ер ионосфераһында магнитлы дауылдар һәм ҡуҙғыуҙар тыуҙыра. 1955 йылда үҙенең уҡыусылары менән бергә Ҡояш тажының динамик теорияһын эшләй. Бер нисә хеҙмәтендә планеталарҙың Ҡояш әүҙемлеге үҫешенә йоғонтоһо тураһындағы фекерҙе яҡлай.
Киевта Байково зыяратында ерләнгән[1]
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- СССР Фәндәр академияһының Ф. А. Бредихин исемендәге премияһы (1978) — кометаларҙың абсолют дәүмәлдәре һәм физик характеристикалары каталогын төҙөгәне өсөн;
- СССР Фәндәр академияһының астрономия советының «За обнаружение новых астрономических объектов» миҙалы (1979);
- СССР Космонавтика федерацияһының Ю. А. Гагарин исемендәге миҙалы;
-1973 йылдың 22 сентябрендә Ҡырым астрофизик обсерваторияһында Н. С. Черных асҡан бәләкәй планета Всехсвятский исеме менән (2721 Vsekhsvyatskij) аталған.
Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Физические характеристики комет» (1958) өҫтәмәләр серияһы менән (1974 йылға тиклем сыға), шул иҫәптән, ул ваҡытта билдәле булған бөтә күренгән кометалар өсөн мәғлүмәттәрҙе туплаған «Общий каталог абсолютных величин комет»[2];
- «Природа и происхождение комет и метеорного вещества» (1967);
- «Проблемы современной космогонии» (1969) (авторҙашлыҡта).
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Колчинский И.Г., Корсунь А.А., Родригес М.Г. Астрономы: Биографический справочник. — 2-е изд., перераб. и доп. — Киев: Наукова думка, 1986. — 512 с.
- 20 июндә тыуғандар
- 1905 йылда тыуғандар
- Мәскәүҙә тыуғандар
- 6 октябрҙә вафат булғандар
- 1984 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәү дәүләт университетын тамамлаусылар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Алфавит буйынса астрономдар
- СССР астрономдары
- XX быуат астрономдары
- Физика-математика фәндәре докторҙары
- 7 июндә тыуғандар
- МДУ-ның физика-математика факультетын тамамлаусылар