Эстәлеккә күсергә

Вуколов Филипп Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вуколов Филипп Николаевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 18 ноябрь 1902({{padleft:1902|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны Кесе Мәнәүез, Михайловка ауыл Советы (Бишбүләк районы), Бишбүләк районы
Вафат булған көнө 28 ноябрь 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (77 йәш)
Ерләнгән урыны Серафимовка
Һөнәр төрө шағир, яҙыусы, драматург, фольклорсы, композитор, тәржемәсе
Уҡыу йорто Рәсәй театр сәнғәте университеты
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы

Вуко́лов Филипп Николаевич, Вукулов-Эрлик (18 ноябрь 1902 йыл28 июль 1979 йыл) — шағир һәм прозаик, драматург һәм фольклорсы, тәржемәсе һәм педагог, режиссер һәм музыкант, Башҡортостандың беренсе сыуаш композиторы. Төрлө йылдарҙа Бәләбәй районы Аделькин урта мәктәбенең сыуаш теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Бәләбәй ҡалаһы мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе. Бөйөк Ватан һуғышыында ҡатнашыусы. 1969 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.


Филипп Николаевич Вуколов 1902 йылдың 18 ноябрендә Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе[1] Кесе Мәнәүез ауылында тыуған. Өфө педагогия техникумын, А. В. Луначарский исемендәге дәүләт театр сәнғәте институтын (ГИТИС)[2] тамамлай. 1933 йылдан театр тәнҡитсеһе һәм драматургы булараҡ матбуғатта сығыш яһай башлай. 1933—1934 йылдарҙа Сыуаш АССР-ының Мәғариф халыҡ комиссариаты эргәһендәге сәнғәт секторы мөдире, 1936—1941 йылдарҙа Башҡорт музыка училищеһында, 1945 йылдан Башҡорт академия драма театры студияһында уҡыта, бер үк ваҡытта Республика халыҡ ижады үҙәге методисы. 1948 −1958 йылдарҙа Бәләбәй, Бишбүләк райондары, Өфө мәктәптәрендә уҡытыусы, шул уҡ ваҡытта Башҡорт радиоһында сыуаш телендәге тапшырыуҙарҙың авторы һәм алып барыусыһы (1945—1949)[3].

1979 йылдың 28 июлендә Туймазы районы Серафимовка ҡасабаһында вафат була.

Ижады һәм фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт һәм сыуаш фольклорын йыя һәм өйрәнә, ике республиканың да театр тормошонда әүҙем ҡатнаша. Ф.Вуколов-Эрликтың сыуаш рәссамдары, драматургияһы тураһында публицистик мәҡәләләре билдәле. 400-ҙән ашыу сыуаш халыҡ йырҙарын, мәҡәлдәрен һәм әйтемдәрен йыя, «Сыуаш халыҡ ижады» йыйынтығына ингән «Берут город Казань» («Хусан хулине илессе») бәйетен яҙып ала. 1949—1948, 1960—1963 йылдарҙа Бишбүләк һәм Бәләбәй райондарында 42 сыуаш халыҡ йырынан торған «Нарспи Ватаны йырҙары» йыйынтығына ингән әйлән-бәйлән һәм туй йырҙарын, юррисем юпаһын яҙып ала. «Бәхет эҙләүселәр» («Искатели счастья», сыуашса «Телей шыракансем») повесында Башҡортостандың сыуаш ауылдары тарихы, сыуаштарҙың башҡорт ихтилалдарында (XVII—XVIII бб.) ҡатнашыуы һүрәтләй. «Бессмертная мелодия» поэмаһы яҙыусының яҡташтарына арналған. К. В. Ивановтың «Нарспи» поэмаһы буйынса шулай уҡ исемле музыкаль (1938), «Бәхеткә илткән юлда» (1934) сыуаш телендәге драмалар авторы. Сыуаш фольклоры буйынса бай материал йыя. Хикәйәләре башҡорт теленә Мостай Кәрим, Ғәли Ибраһимов тарафынан тәржемә ителгән[3]..

Китаптары: «Нарспи», «Телей шыракансем» (Искатели счастья), «Зарница», «Сын полка — музыкант».

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исеме тыуған ауылындағы урамға бирелгән, стела ҡуйылған, музей асылған (1912).

  • YouTube сайтында Видео (К 115-летию Ф. Н. Вуколова-Эрлика)

1. Вуколов-Эрлик, Ф. Н. Телей шыракансем : историллĕ повеç / Ф. Н. Вуколов-Эрлик. — Шупашкар, 1966. — 150 с. См. обл.

2. Жаткин, П. Уçтук : виçĕ пайлă пьеса / П. Жаткин ; Ф. Вуколов-Эрлик куçарнă. — Шупашкар : Чăвашсен патшалăх изд-ви, 1934 — 31, [1] c. — (Устя). См. обл.

3. Вуколов-Эрлик, Филипп Николаевич. Нарспи [Текст] : К. В. Ивановăн «Нарспи» поэми тăрăх çырнă музыкăллă драма / Ф. Н. Вуколов-Эрлик. — Ĕпхÿ, 2002. — 93 с.

4. Вуколов-Эрлик, Филипп Николевич. Телей шыракансем : историллӗ повеҫ / Ф. Н. Вуколов-Эрлик, 1966. — 152 с.

5. Вуколов-Эрлик, Филипп Николаевич. Сын полка — музыкант [Текст] : [поэма «Бессмертная мелодия» о Н. В. Данилове] / Ф. Н. Вуколов-Эрлик, 2005. — 47 с.