Вырумаа һөнәри белем биреү үҙәге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вырумаа һөнәри белем биреү үҙәге
Нигеҙләү датаһы 1999
Дәүләт  Эстония
Административ-территориаль берәмек Выру[d]
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы state authority administered by ministry[d]
Рәсми сайт vkhk.ee/ineng/
Карта
 Вырумаа һөнәри белем биреү үҙәге Викимилектә

Бинаһы

Вырумаа һөнәри белем биреү үҙәге (эст. Võrumaa Kutsehariduskeskus, аббревиатураһы VKHK) Вяймела ҡаласығында урынлашҡан уҡыу йорто (Вырумаа, Эстония), уҡыу йорто юғары, урта һөнәри белем биреү һәм белгестәрҙе алдан әҙерләү программаларын тәҡдим итә[1].

Уҡыу йорто корпустарының майҙаны 6200 м² тәшкил итә.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәғариф үҙәгенә 1999 йылдың сентябрендә ике техникумдың ― ауыл хужалығы һәм сәнәғәт техникумының — ҡушылыуы һөҙөмтәһендә нигеҙ һалына. Выруск сәнәғәт техникумы 1925 йылда нигеҙләнә һәм ағас һәм металл эшкәртеү күнекмәләренә өйрәтеүгә махсуслаша. 1920 йылда Выруск ауыл хужалығы мәктәбе базаһында нигеҙләнгән Вяймела ауыл хужалығы техникумы ауыл хужалығы һөнәрҙәре буйынса белем бирә.

1999 йылда мәғариф үҙәгенә 410 студент ҡабул ителә. Бөгөн уларҙың һаны 900-ҙән ашыу кеше тәшкил итә[2].

2008 йылдың 11 ғинуарында үҙәктә яңы техник лаборатория асыла[3].

Уҡыу-уҡытыу программалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәғариф үҙәге 16 уҡыу-уҡытыу программаһын тәҡдим итә. Был программаларҙың йүнәлештәре: металл эшкәртеү, мехатроника, ағас эшкәртеү, мәғлүмәт технологиялары, туризм менән идара итеү һәм бизнес менән идара итеү.

2007 йылда Вырумаа профессиональ белем биреү үҙәге халыҡ-ара Arch of Europe наградаһына лайыҡ була .

Вырумаа һөнәри белем биреү үҙәге халыҡ-ара «Эразмус» университет программаһына ҡушыла һәм VANKeR электрон белем биреү программаһында ҡатнаша[4].

Мәғариф үҙәге 2008 йылдың июненән — Эстония студенттар союзы (EÜL) , ә 2010 йылдың февраленән Балтик академияһы ағзаһы[5].

Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Võru County Vocational Training Centre. Дата обращения: 1 май 2022. Архивировано 20 август 2010 года. 2010 йыл 20 август архивланған.
  2. Rein Sikk, Eesti Päevaleht 2013 йыл 13 октябрь архивланған., 16.05.2007 «Väimela kool jäädvustab kõik direktorid taiestena»
  3. Triinu Raam, Võrumaa Teataja 2022 йыл 26 апрель архивланған., 12.01.2008 «Väimelas avati tehnomaja-laboratooriumi juurdeehitis» 2022 йыл 1 май архивланған.
  4. Karl Ruuda, Võrumaa Teataja 2022 йыл 26 апрель архивланған., 26.6.2008 «Võrumaa kutsehariduskeskus sai üliõpilaskondade liidu liikmeks» 2022 йыл 1 май архивланған.
  5. Karl Ruuda, Võrumaa Teataja 2022 йыл 26 апрель архивланған., 26.6.2008 «Võrumaa kutsehariduskeskus sai üliõpilaskondade liidu liikmeks» 2022 йыл 1 май архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]