Өләсәй вышка

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Вышка-бабушка битенән йүнәлтелде)
Өләсәй вышка
Нигеҙләү датаһы 1967
Рәсем
Нигеҙләүсе Ишембайнефть
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ишембай
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Карта
 Өләсәй вышка Викимилектә

Өләсәй вышка — Ишембай ҡалаһының мемориаль комплексы, Башҡорт Нефтен Тәүге асыусылар урамы йәнәшәһендә, Нефтселәр скверында урынлашҡан.

1967 йылда асылған.

Тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нефть вышкаһы

Иҫтәлекле ҡоролмалар комплексынан ғибәрәт. Ер өҫтөнән күтәрелгән бетон нигеҙҙә киҫелгән пирамида рәүешендәге өс көпшәле металл конструкциялар ҡуйылған. Был комплекстың төп элементы — нығытылған, яғымлы итеп «Өләсәй вышка» тип аталған нефть вышкаһы — башҡорт нефтен «беренсе асыусы» 702-се скважина. Ул «Икенсе Баҡыға» башланғыс һалған, 1932 йылдың 16 майында 11 сәғәт 30 минутта 680,15 метр тәрәнлектән беренсе 36 метр бейеклектәге сәнәғәт нефте фонтаны атыла. 702-се скважина 1931 йылдың 3 июнендә быраулана. Аҙаҡ тәрәнлеге 800 метрға тиклем артып, башта тәүлегенә 11,4 тонна дебитлы 7 выброс эшләй, артабан тәүлегенә 20 тонна нефть ҡыуа. 1964 йылдың ғинуарынан файҙаланылмай. 1981 йылдың 16 апрелендә 702-се скважинана ябыла. 10330 көн файҙаланыу осоронда «өләсәй вышка» 37885 тонна нефть сығара. Вышканың башында эш майҙансығы бар, унда вышканың тышҡы контуры буйлап барған дүрт маршлы металл баҫҡыс ярҙамында күтәрелеп була. Бетон майҙандың үҙәгендә насос-һурҙырғыс.

Файл:Скважина № 702.jpg
Иҫтәлекле стела һәм нефть вышкаһы

Вышка янында иҫтәлекле стела ҡуйылған. Унда — алыҫҡа атлаусы аҡһыл төҫтәге нефть вышкалары төркөмө. Сүкеп эшләнгән ҡыҙ фигураһы төшөрөлгән, ул ҡулын «өләсәй вышка» яғына һуҙған. Был һүрәттән һул яҡта квадрат майҙансыҡта яҙыу:

«16.05.1932 йылда 702-се скважина «Икенсе Баҡыға» нигеҙ һала».

Мемориал стена эргәһендәгегранит стелаға нефтселәрҙең исемдәре яҙылған.

Аллеялар буйлап асылған ятҡылыҡтар яҙылған табличкалар ҡуйылған.

Сәнғәт әҫәрҙәрендә сағылышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шағир Мадрил Ғәфүров "Өләсәй вышка"ға арнап шиғыр яҙған.

Всё, что знал я о ней понаслышке,
Уместится в одну лишь строку,
А с неё, с этой маленькой вышки
Начиналось «Второе Баку»!
В ней была богатырская удаль,
Вышло время — ушла на покой,
И теперь её «бабушкой» люди
В обиходе зовут меж собой.
А чтоб помнили все в нашем крае
Тот далёкий великий момент,
Возвели её, словно героя,
На белокаменный постамент.
И стоять ей на славу округе,
Где кипит созидательный труд,
А качалки, как верной подруге,
День и ночь ей поклоны кладут.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Достопримечательности Ишимбая