Вәлиева Гөлнара Рәшит ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вәлиева Гөлнара Рәшит ҡыҙы
Тыуған ваҡыты:

17 ноябрь 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (33 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Ҡолғана ауылы)

Һөнәре:

йырсы,

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Театр:

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры

Спектаклдәре:

З.Исмәғилов. «Салауат Юлаев». Әминә; Ж.Бизе. «Кармен»; Фраскита Дж.Верди. «Риголетто». Джильда һәм башҡа опералар

Вәлиева Гөлнара Рәшит ҡыҙы (17 ноябрь 1990 йыл) — йырсы. 2016 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының опера труппаһы солисы. Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гөлнара Рәшит ҡыҙы Вәлиева 1990 йылдың 17 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Ҡолғана ауылында уҡытыусы Мөлөкова Зилара Рәүф ҡыҙы менән Вәлиев Рәшит Ирғәле улының ғәиләһендә уртансы бала булып тыуған.

9 йыллыҡ Ҡолғана мәктәбен тамамлағандан һуң Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында йыр буйынса Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Валеева Миңзифа Тайып ҡыҙы класында уҡый (2006—2010).

2010—2015 йылдарҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында академик йыр буйынса Рәсәйҙең һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, С. Юлаев премияһы лауреаты, профессор Сәғитова Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы класында белем ала. 2015—2018 йылдарҙа шунда уҡ стажировка үтә.

Вәлиева Гөлнара күп кенә халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, төбәк-ара, республика конкурстары лауреаты. 2016 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының опера труппаһы солисткаһы.

2013 йылда Новосибирск ҡалаһында үткән М. В. Мясникова исемендәге I Бөтә Рәсәй вокалистар конкурсында Гран-при яулай.

2014 йылда Мәскәүҙә Рәсәй Президентының «Талантлы йәштәргә дәүләт ярҙамы саралары тураһында» Указына ярашлы үткәрелгән сараның лауреаты булыуға ирешә,

Сибайҙа үткән «Ирәндек моңдары» башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың XII төбәк-ара конкурсында Гран-при яулай.

Нальчик ҡалаһында үткән вокалистарҙың Н. Гасташева исемендәге V Төньяҡ-Кавказ асыҡ конкурсында I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ була.

2015 йылда Мексикала 5-се Бөтә донъя Фольклориада фестивалендә сығыш яһай. Ошо уҡ йылда Ҡырғыҙстан Республикаһының баш ҡалаһы Бишкектә «Ҡырғыҙстанда Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте һәм фәне көндәре» тигән сарала, Өфөлә үткән 4-се Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайында сығыш яһай.

Ошо уҡ йылда Южноуральскиҙа үткән «Южноуральск — Зальцбург» тип исемләнгән музыканттарҙың VII Халыҡ -ара фестивалендә I дәрәжә лауреат исемен яулап ҡайта.

2015 йыл бик уңышлы йыл була була Бөрйән һандуғасы өсөн — Өфөлә үткән ШОС һәм БРИКС-та мәртәбәле ҡунаҡтар алдында сығыш яһау бәхете лә тейә уға. Ағымдағы йыл уңыштар менән генә йылмая — Карелия Республикаһының Петрозаводск ҡалаһында үткән Рәсәйҙең музыкаль вуздары вокалистары сығарылыусыларының XXXXIII смотр-конкурсында лауреат исемен ала.

2016 йылда — Өфөлә Заһир Исмәғилов исемендәге III Халыҡ-ара музыкант башҡарыусыларҙың конкурсы лауреаты.

2017 йылда — «Башҡорт йыры» телевизион конкурсының Гран-при эйәһе була. Нариман Сабитов исемендәге IX музыкантбашҡарыусыларҙың Халыҡара конкурсында III дәрәжә лауреат исемен яулай. Саратовта үткән вокалсыларҙың XXXI Халыҡ-ара Собинов фестивалендә II дәрәжә премияға лайыҡ була.

2018 йылда Өфөлә үткән Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика вокалсылар конкурсының төп призы — Гран-прийы ла уға тейә. 2019 йылда Ҡаҙағстандың Алма- аты ҡалаһында үткән Б.Түлегәнова исемендәге вокалсыларҙың X Халыҡ-ара конкурсының дипломанты булыуға ирешә.

Репертуары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ж.Бизе. «Кармен». Фраскита
  • З.Исмәғилов. «Салауат Юлаев». Әминә
  • Дж. Верди. «Риголетто». Джильда

Концерт репертуары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт композиторҙарының ариялары һәм романстары, рус һәм көнбайыш-Европа классикаһы.
  • Башҡорт халыҡ йырҙары.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2013 — М. В. Мясникова исемендәге I Бөтә Рәсәй йырсылар конкурсы Гран-прийы (Новосибирск ҡалаһы).
  • 2014 — «Ирәндек моңдары» XII төбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы Гран-прийы (Сибай ҡалаһы).
  • 2014 — Н.Гасташева исемендәге V Асыҡ Төньяҡ Кавказ конкурсында I дәрәжә лауреат (Нальчик ҡалаһы).
  • 2015 — VII «Южноуральцк — Зальцбург» халыҡ-ара музыканттар фестиваленең I дәрәжә лауреаты (Көньяҡ Урал ҡалаһы).
  • 2015 — Рәсәйҙең музыкаль юғары уҡыу йорттарын тамамлаусы вокалсыларҙың XXIII смотр-конкурсының I дәрәжә лауреаты (Петрозаводск ҡалаһы).
  • 2016 — Заһир Исмәғилев исемендәге музыкант-башҡарыусыларҙың III Халыҡ-ара конкурсының I дәрәжә лауреаты (Өфө)
  • 2017 — Нариман Сабитов исемендәге IX Халыҡ-ара музыканттар-башҡарыусылар конкурсының III дәрәжә лауреаты (Өфө).
  • 2017— Собиновск фестиваленең икенсе премияһын яулай

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]