Вәлиев Камил Абдрахман улы (йырсы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Камил Абдрахман улы Вәлиев
Тулы исеме

Камил Абдрахман улы Вәлиев

Тыуған

25 май 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})

Тыуған урыны

Йылайыр кантоны Темәс улусы Баҡыр-Үҙәк эшселәр ҡасабаһы, хәҙерге Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы

Үлгән

20 февраль 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (65 йәш)

Үлгән урыны

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы

Һөнәрҙәре

опера йырсыһы, педагог

Йырлау тауышы

лирик тенор

Наградалар

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1970), Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1987), Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй) (2011), Салауат Юлаев ордены (2017)

Вәлиев Камил Абдрахман улы (25 май 1930 йыл — 13 июнь 2016 йыл) — башҡорт СССР һәм Рәсәй башҡорт йырсыһы (тенор), мәҙәниәт эшмәкәре, педагог. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1970) һәм халыҡ артисы (1987). Республика йәштәр фестивалдәре (1956, 1959) лауреаты. Салауат Юлаев (2007) һәм Дуҫлыҡ (2011) ордендары кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вәлиев Камил Абдрахман улы 1930 йылдың 25 майында Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны Темәс улусы Баҡыр-Үҙәк эшселәр ҡасабаһында тыуған. Ҡасаба Әбйәлил районының Түбәнге Әбдрәш ауылына яҡын урынлашҡан булған, хәҙерге көндә был ауыл бөткән.

Төпкөл ауылдан сыҡҡан үҫмер илдең абруйлы уҡыу йорттарының береһе — Мәскәүҙәге М. И. Калинин исемендәге төҫлө металл һәм иретмәләр институтына уҡырға инә. 1953 йылда ул иҫ киткес шәп итеп диплом проектын яҡлай, «Гипроцветмет» проект институтында эшләй башлай, Учалы һәм Сибай ҡалаларында тау мәғдәне эшен үҫтереүҙә ҡатнаша.

Камил Вәлиевтың тағы ла бер көслө мауығыуы була, ул йырларға ярата. Ул матур тембрлы һәм ғәҙәттән тыш киң диапазонлы көслө тауышҡа эйә була. Кесе йәштән Камил Абдрахман улы район һәм республика үҙешмәкәр сәнғәт смотрҙарында ҡатнаша, Башҡорт радиоһында күп йырҙарын яҙҙыра. 1956 һәм 1959 йылдарҙа Өфөлә республика йәштәр фестивале лауреаты була. СССР-ҙың халыҡ артисы Сергей Яковлевич Лемешев Камил Абдрахман улының тауышын — һирәк, көмөш тембрлы лирик тенор — юғары баһалай һәм П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһының вокал бүлегенә уҡырға инергә өгөтләй. Камил Вәлиев консерваторияла уҡый башлай. Өсөнсө курста ул Гнесиндар исемендәге Мәскәү дәүләт музыка-педагогия институтына күсә, 1969 йылда профессор Соломон Хромченко класы буйынса институтты тамамлай һәм педагог һәм концерт йырсыһы һөнәре ала. 1959-69 һәм 1978-91 йылдарҙа Камил Вәлиев Башҡорт дәүләт филармонияһының солисы, аҙаҡ музыка-әҙәби лекторийының баш режиссеры булып эшләй.

1969—1973 йылдарҙа Камил Абдрахман улы Өфө сәнғәт училищеһының директоры булып эшләй. Камил Вәлиев сәнғәт училищеһының музыка корпусы бинаһын төҙөүгә күп көс һала, 1971 йылда ул тәүге уҡыусыларын ҡабул итә. Шул уҡ йылда уның инициативаһы буйынса училищела ҡурай бүлеге асыла. Был республиканың мәҙәни тормошонда әһәмиәтле ваҡиға була.

1973—1978 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры директоры һәм бер үк ваҡытта солисы була. 1993—1997 һәм 2007—2009 йылдарҙа ул Өфө сәнғәт училищеһында уҡыта. 1997—2007 йылдарҙа Сибай сәнғәт колледжы директоры булып эшләй. 2007 йылда ул кире Өфөгә ҡайта һәм мемуарҙар китабы өҫтөндә эшләй. Әммә Сибай сәнғәт колледжында музыка уҡытыу менән бәйле проблемалар тыуғанлыҡтан, түҙмәй Сибайға кире килә һәм тағы ла ике йыл уҡытыусы эшен алып бара.

Ленинград ҡалаһында Башҡорт АССР-ы әҙәбиәт һәм сәнғәт көндәрендә (1971), Мәскәүҙә БАССР композиторҙары музыка сәнғәте көндәрендә (1969, 1971) ҡатнаша. СССР, ГДР, Польша, Чехословакия буйлап гастролдә йөрөй.

Сәнғәт үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн Камил Вәлиев Дуҫлыҡ һәм Салауат Юлаев ордендары менән бүләкләнә. Уға Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған һәм халыҡ артисы тигән маҡтаулы исемдәр бирелгән. Уның хеҙмәте Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Маҡтау грамотаһы, СССР Мәҙәниәт министрлығының «Өлгөлө эше өсөн» Почёт тамғаһы менән билдәләнгән. Уның исеме «Рәсәйҙең файҙалы кешеләре» энциклопедияһына индерелгән. Камил Абдрахман улы 2016 йылдың 13 июнендә Өфө ҡалаһында вафат була, Сибай ҡалаһында ерләнгән.

Уҡыусылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уның уҡыусылары араһында аҙаҡ билдәле башҡарыусылар булып киткән унлаған йырсы — Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Шамил Хәмәҙинуров, атҡаҙанған артистар Вәкил Мурзин һәм Баязит Байназаров.

Репертуары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Опера һәм балет театры сәхнәһендә Камил Вәлиев Зәйнулла («Ағиҙел тулҡындары», Заһир Исмәғилев), Гренише («Корневильские колокола», Робер Планкет), Альфред («Летучая мышь», Иоганн Штраус) опера партияларында уңышлы сығыш яһай.

Йырсының концерт репертуарына сит ил композиторҙары Жорж Бизе, Джузеппе Верди, Гаэтано Доницетти классик операларынан ариялар, рус композиторҙары Алексей Верстовский, Михаил Глинка, Александр Гурилёв, Александр Даргомыжский, Петр Чайковский һ.б. вокал әҫәрҙәре, Башҡортостан композиторҙары Хөсәйен Әхмәтов, Шамил Ибраһимов, Заһир Исмәғилев, Рим Хәсәнов һәм башҡаларҙың йырҙары һәм романстары инә.

Камил Вәлиев «Азамат», «Ҡара юрға», «Суҡ муйыл», «Сыңрау торна», «Ҡыр ҡаҙҙары» башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы булараҡ киң билдәлелек яуланы. Башҡорт халыҡ йырҙары уның башҡарыуында үҙенсәлекле яңғырай, йырсы уларға үҙенең шәхси им свой индивидуальный почерк. Камил Абдрахман улы «Уралым» хор миниатюраһында («Минең Уралым») Хәбибулла Ибраһимовтың Яҡуп Ҡолмой һүҙҙәренә яҙған солист партияһының беренсе башҡарыусыһы була.

Китаптары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Юлдарға урала йырҙар. Өфө, 1998;
  • Жизнь как песня. Плач журавля. Сынрау торна. Сибай, 2013

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1987)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1970)
  • Салауат Юлаев ордены (2007)
  • Почёт ордены (2011)
  • Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Маҡтау грамотаһы
  • СССР Мәҙәниәт министрлығының «Өлгөлө эше өсөн» Почётлы тамғаһы
  • Исеме «Рәсәйҙең файҙалы кешеләре» энциклопедияһына индерелгән
  • Республика йәштәр фестивале лауреаты (1956, 1959)

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2020 йылдың июлендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән Сибай сәнғәт колледжына уның беренсе директоры Вәлиев Камил Абдрахман улының исеме бирелде[1][2].
  • 2021 йылдың июнь башында Сибай сәнғәт колледжында Камил Вәлиевтың музейы асылды, бинаға уға арналған мемориаль таҡтаташ ҡуйылды[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]