Вәлиев Фаит Ғариф улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вәлиев Фаит Ғариф улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 11 май 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Тыуған урыны Үрге Ҡыйғы
Вафат булған көнө 14 май 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (71 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө табип
Уҡыу йорто БДМУ
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ватан һуғышы ордены

Вәлиев Фаит Ғариф улы (11.05.1927—14.05.1998) — торакаль хирург, медицина фәндәре кандидаты (1972). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған врачы (1995).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фаит Ғариф улы Вәлиев 1927 йылдың 11 майында Башҡорт АССР-ының Үрге Ҡыйғы районы (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы) Үрге Ҡыйғы ауылында тыуған.

1944 йылда Томск хәрби-артиллерия училищеһын тамамлай.

Тормош һәм хеҙмәт юлы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Алыҫ Көнсығышта япон милитаристарына ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнашҡан, Ҡытайҙа хеҙмәт иткән.

1952 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай.

Тәтешле район һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире булып эш башлай, 1954 йылдан Тәтешле үҙәк район дауаханаһының баш табибы.

1955-1966 йылдарҙа Салауат ҡала дауаханаһының хирургия бүлегенә етәкселек итә. 1956 йылдан нефть-химия комбинатының фтизиатры. 1959 йылдан баш онколог һәм ҡала онкология кабинеты мөдире, 1961 йылдан — бүлек мөдире.

1964 йылдан Өфөлә хеҙмәт итә. РОД бүлеге мөдире.

1966-1998 йылдарҙа Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында хеҙмәт итә. 1966 йылдан РКБ-ның торакаль бүлеге мөдире.

1971 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институтында эшләй.

19861996 йылдарҙа Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында (РКБ) эшләй.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]