Эстәлеккә күсергә

Вәлиев Юнер Сәлим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вәлиев Юнер Сәлим улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 8 июль 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (71 йәш)
Тыуған урыны Йылайыр районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һабыр, Йылайыр районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ветеринар
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты

Вәлиев Юнер Сәлим улы (рус. Валеев Юнер Салимович; 8 июль 1953 йыл) — муниципаль хеҙмәткәр, йәмәғәтсе. Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай һәм Башҡортостан Республикаһының икенсе саҡырылыш (1999—2003) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайланған[1]. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2002).

Юнер Сәлим улы Вәлиев 1953 йылдың 8 июлендә Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районындағы Һабыр ауылында тыуған.

Юғары белемле — Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған. Һөнәре — ветеринария табибы.

Хеҙмәт юлын 1970 — Йылайыр районы «Башкирский» игенселек совхозының Һабыр бүлексәһендә ауыл хужалығы эшсеһе булып башлай.

1970—1971 йылдарҙа — Юлдыбайҙағы 4-се ауыл һөнәри-техник училищеһының водителдәр курсында уҡый.

1971—1973 йылдарҙа — Совет Армияһында хеҙмәт итә.

1973—1974 — Йылайыр районының «Башкирский» игенселек совхозы бүлексәһенең ауыл хужалығы эшсеһе.

1974 йылда — Йылайыр районының «Башкирский» игенселек совхозы водителе.

1975—1980 йылдарҙа — Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ветеринария факультеты студенты.

1980—1982 — «Башкирский» игенселек совхозының өлкән ветеринария табибы.

1982—1984 — Йылайыр районының «Юлдыбай» совхозында баш зоотехник.

1984—1993 — Йылайыр районының «Һабыр» совхозы директоры.

1993—2005 — Йылайыр район Советы башҡарма комитеты рәйесе — район хакимиәте башлығы

2006 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы муниципаль район хакимиәте башлығы[2].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1995 йылда 47-се Йылайыр һайлау округынан Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайланған, 1999 йылда 46-сы Йылайыр һайлау округынан икенсе тапҡыр республиканың закондар сығарыу юғары органына — икенсе саҡырылыш (1999—2003) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға депутат итеп һайлана.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе
  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы
  • Салауат Юлаев ордены
  • Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы
  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почет грамотаһы
  • Эске эштәр министрлығының Почет грамотаһы
  • Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһы
  • Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. Документы и материалы / Сост. В. Г. Азнагулов, З. Г. Хамитова. — Уфа: Башкортостан, 2005. — Т. 2. — ISBN 5-8258-0204-5.