Вәлимов Ғәлим Вәлим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вәлимов Ғәлим Вәлим улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1902
Тыуған урыны Байҡыбаш, Ҡариҙел районы
Һөнәр төрө сәйәсмән

Вәлимов Ғәлим Вәлим улы (1902 йыл — ?) — партия һәм совет эшмәкәре[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәлим Вәлим улы Вәлимов 1902 йылда Байҡыбаш районы (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районы) Байҡыбаш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа[1].

Тормош һәм хеҙмәт юлы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тыуған ауылы мәктәбендә белем ала. Крәҫтиән хеҙмәтен башҡара: ер һөрә, сәсә, иген ура.

1924-1925 йылдар — Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафында хеҙмәт итә.

1926-1927 йылдар — ВЛКСМ-дың улус комитеты секретары.

1927-1928 йылдар — Бөрө ҡалаһы совет-партия мәктәбе курсанты.

1928-1929 йылдар — БАССР-ҙың Байҡыбаш районындағы Хәлил ауылының ауыл уҡыу йорто (избач) китапханасыһы.

1929-1930 йылдар — ВКП (б)-ның БАССР-ы Байҡыбаш районы ҡарамағындағы улус комитеты секретары.

1930-1931 йылдар — ВКП (б)-ның БАССР-ы Ҡариҙел район комитеты пропагандисы.

1931-1933 йылдар — Өфө ҡалаһындағы Юғары коммунистик ауыл хужалығы мәктәбе студенты.

1933-1934 йылдар — БАССР-ҙың Ейәнсура районы «Ейәнсура» совхозының эшсе комитеты рәйесе.

1934-1936 йылдар — БАССР-ҙың Баймаҡ районы Йылайыр орлоҡсолоҡ совхозының эшселәрҙе тәьмин итеү (ОРС) бүлеге начальнигы урынбаҫары.

1936-1937 йылдар — БАССР-ҙың Баймаҡ районы Йылайыр орлоҡсолоҡ совхозының Күлтабан бүлексәһе партогы.

1937-1938 йылдар — БАССР-ҙың Баймаҡ районы Йылайыр орлоҡсолоҡ совхозы Күлтабан бүлексәһенең сәйәси эш буйынса ярҙамсыһы (политпомощник).

1938-1939 йылдар — Баймаҡ хәрби хеҙмәткә саҡырыу пунктының сәйәси етәксеһе (политрук).

1939 йыл — ВКП (б)-ның БАССР-ы Байҡыбаш район комитеты пропагандисы.

Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ[1].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]