Эстәлеккә күсергә

Вәлиуллин Ренат Абдулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вәлиуллин Ренат Абдулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 20 сентябрь 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (76 йәш)
Тыуған урыны Үрге Бишенде, Туймазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө рәссам
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты

Вәлиуллин Ренат Абдулла улы (20 сентябрь 1947 йыл) — СССР һәм Рәсәй рәссамы. 1993 йылдан Рәсәй Федерацияһының Рәссамдары союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1997).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вәлиуллин Ренат Абдулла улы 1947 йылдың 20 сентябрендә БАССР-ҙың Туймазы районы Үрге Бишенде ауылында тыуған.

Атаһы Абдулла Вәлиуллин — өс һуғышта ҡатнашыусы, һәм әсәһе Сәзиҙә апа алты бала үҫтергән. Өлкән ағаһы Рифғәт режиссёр һәм театр педагогы булып китә, ҡустыһы Валиуллин Рим — ғалим-геофизик, Башҡортостан Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты.

Ренат мәктәпте тамамлағандан һуң Ҡаҙан химия-технология институтына уҡырға инә. Уҡыуын ташлай һәм армияла хеҙмәт итә. Демобилизациянан һуң Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инә.

1983 йылда Ренат Абдулла улы Өфө сәнғәт институтын (педагогы Р. М. Нурмөхәмәтов, И. Л. Пеганов) тамамлай.

Институтты тамамланғандан һуң, Өфөләге Башҡортостан ижади-производство комбинатында рәссам булып эшләй, 1993 йылдан — директор урынбаҫары, 2002 йылдан — Өфө сәнғәт училищеһының художество бүлеге мөдире. 2011 йылдан алып Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй.

Эштәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вәлиуллин Ренат Абдулла улы станокта башҡарылған һынлы сәнғәт һәм графика оҫтаһы булып тора. Ренат Абдулла улы монументаль сәнғәт өлкәһендә байтаҡ әҫәрҙәр ижад итә:Асҡын район мәҙәниәт йорто фасадындағы «Сәнғәт» мозаика панноһы (1989); Стәрлетамаҡ машиналар эшләү заводы интерьеры өсөн «Йәй», «Ат сабыштары» (бөтәһе лә — 1992 йылда), «Кәйеф» (1993, иретеп йәбештерелгән витраж), «Рапсодия», «Сәскәләр» (икеһе лә — 1995, рельеф) композициялары һәм башҡалар.

Станокта башҡарылған рәсем сәнғәте һәм графика әҫәрҙәрендә автор, тирә‑яҡ донъяның мотив һәм образдарын үҙенең эмоциональ ҡабул итеүе аша үткәреп, реалистик йүнәлештән ситкә тайпыла. Уның «Арҡалын станцияһы» (1995), «Яңы фермерҙар» (1996, икеһе лә — ҡағыҙ, акварель), «Алтын балыҡ менән натюрморт» (1996, автолитография), «Әсә портреты» (1997), «Йәйләү» (1998) эштәренә юғарылыҡ, форма аныҡлығы, композицион ритм ҡәтғилеге, эске экспрессия һәм көсөргәнешлек, контраст колорит хас. «Артыш» ижади берекмәһе ағзаһы (1995).

Күргәҙмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вәлиуллин Ренат Абдулла улы — 1978 йылдан башлап бөтә союз һәм республика художество күргәҙмәләрендә ҡатнаша. Эштәре Башҡорт дәүләт художество музейы, Кесе графика ассоциацияһы музейы (Медон ҡалаһы, Франция), Халыҡ‑ара кесе графика үҙәге (Синт‑Никлас ҡалаһы, Бельгия) коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1997)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]