Вәлиәхмәтов Рифат Миңлеәхмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Вәлиәхмәтов Рифат Миңлеәхмәт улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 4 февраль 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡортостан Республикаhы
Вафат булған көнө 25 июнь 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (76 йәш)
Эшмәкәрлек төрө педагогика
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы заслуженный работник физической культуры Российской Федерации Отличник просвещения СССР Отличник физической культуры и спорта
Эш урыны Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты

Вәлиәхмәтов Рифат Миңлеәхмәт улы (1938 йыл2014 йыл) — совет һәм Рәсәй ғалим-педагогы, педагогия фәндәре кандидаты, профессор, Башҡорт дәүләт педагогия университетының физик культура факультетына нигеҙ һала.

Бер нисә фәнни хеҙмәт авторы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1938 йылдың 4 февралендә тыуған.

Йәш сағында баскетбол менән шөғөлләнә. Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң, 1980 йылда П.Ф.Лесгафт исемендәге физик культура институтында «Исследование методики контроля и совершенствования физической подготовленности мотогонщиков в гонках по гаревой и ледяной дорожкам» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.[1] Был илдә мотоцикл спорты проблемалары буйынса беренсе диссертация була.[2]

44 йыл дауамында Башҡорт дәүләт педагогия университетында физик тәрбиә биреү кафедраһы мөдире һәм физик культура факультетының беренсе деканы, физик тәрбиә һәм спорттың теоретик нигеҙҙәре кафедраһы мөдире булып эшләй. Һуңғы йылдарҙа физик культура һәм спорт теорияһы һәм методикаһы кафедраһы профессоры була[3]

Вәлиәхмәтов Рифат РБ Баскетбол федерацияһын, РБ урыҫ лаптаһы федерацияһын ойоштороуҙа ҙур көс һалып, республикала спорт үҫешенә ҙур өлөш индерә. Башҡортостан Республикаһында оҙаҡ йылдар Рус лаптаһы федерацияһын етәкләй. Ул шулай уҡ 30 йылдан ашыу тарихи традицион спорт байрамы — Өфө Һары туп көнөнөң инициаторы һәм ойоштороусыһы була.[2]

Өфөлә 2014 йылдың 25 июнендә вафат була.[2]

«РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы», «СССР-ҙың мәғариф отличнигы», «Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы физик культура хеҙмәткәре», «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре», «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре» (2004)[4], «Физик культура һәм спорт отличнигы». Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының көмөш билдәһе менән бүләкләнә, «Башҡортостан Республикаһында спортты үҫтереүгә индергән өлөш өсөн» билдәһе, Николай Озеров миҙалы һәм Рәсәй Олимпия комитетының милли спорт төрөн үҫтереү өсөн грамотаһы менән бүләкләнә.[5]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]