Эстәлеккә күсергә

В. И. Вернадский исемендәге Ҡырым федераль университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
В. И. Вернадский исемендәге Ҡырым федераль университеты
Нигеҙләү датаһы 2014[1]
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы КФУ им. В. И. Вернадского
Кем хөрмәтенә аталған Вернадский Владимир Иванович
Дәүләт  Рәсәй[1]
 Украина
Административ-территориаль берәмек Ҡырым
Урын Симферополь
Уҡыусылар һаны 35 000
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][2]
Рәсми сайт cfuv.ru
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 12 800 ± 99[3]
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели КФУ имени В. И. Вернадского[d]
Карта
 В. И. Вернадский исемендәге Ҡырым федераль университеты Викимилектә

В. И. Вернадский исемендәге Ҡырым федераль университеты — Симферополдәге Рәсәй федераль университеты. 2014 йылда ойошторола, үҙенә һигеҙ институт һәм академияны, колледжды һәм ете үҙәкте, Ҡырым буйынса 11 филиалды һәм 7 ғилми ойошманы ала[4][5]. Ҡырым Республикаһының эре юғары уҡыу йорто .

Академик Вернадский Владимир Иванович хөрмәтенә уның исеме менән атала.

Яңы федераль университет булдырыу ниәте тураһында 2014 йылдың 31 мартында РФ Хөкүмәтенең ул ваҡыттағы рәйесе Д. А. Медведев хөкүмәттең Симферополдә үткән ултырышында белдерә[6]. 10 апрелдә «Известия» гәзитенә биргән интервьюһында Рәсәй мәғариф һәм фән министры Д. В. Ливанов, федераль университет «Вернадский исемендәге Таврия университеты базаһында ойоштороласаҡ», тип хәбәр итә[7][8].

Университет 2014 йылдың 4 авгусында В. И. Вернадский исемендәге Таврия милли университетын, Курорт төҙөү һәм тәбиғәт милли академияһын, НУБИП-тың «Ҡырым агротехнологик университеты» көньяҡ филиалын, Гуманитар-педагогия академияһы (Евпатория социаль фәндәр институтын да индереп), Ҡырым иҡтисади институтын, Ҡырым мәғлүмәт- полиграфия технологиялары институтын, С. И. Георгиевский исемендәге Ҡырым дәүләт медицина университетын, шулай уҡ, Ҡырым фәнни үҙәген, С. И. Субботин исемендәге Геофизика институтының сейсмология бүлеген, Ҡырым белем биреү үҙәгенең фәнни-методика идаралығын, А. Е. Крымский исемендәге Шәрҡиәт институтының Ҡырым бүлеген, «КРЫМНИИПРОЕКТ» Баш территориаль ғилми-тикшеренеү һәм проект институтын, «Эксперименталь һәм клиник ветеринария медицинаһы институты» Милли ғилми үҙәгенең Ҡырым тәжрибә станцияһын, Ҡырым тау-урман ғилми-тикшеренеү станцияһын берләштереү юлы менән ойошторола[5][9]:

Ҡырым федераль университетында 34355 кеше иҫәпләнә. Уҡыу йорто хеҙмәткәрҙәренең дөйөм һаны — 6567 кеше, шул иҫәптән профессор-уҡытыусылар составы — 2851 кеше тәшкил итә.

2015 йылдың 25 мартында университет дәүләт белем биреү эшмәкәрлегенә аккредитация алыу процедураһын уңышлы тамамлай[4].

  1. 1,0 1,1 (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
  2. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  3. Интерфейс программирования приложения YouTube
  4. 4,0 4,1 Крымский федеральный университет прошёл госаккредитацию // РИА Новости, 27.03.2015
  5. 5,0 5,1 Изотов И. ВУЗ на вырост. В Крыму создадут федеральный университет // Российская газета — Столичный выпуск. — № 6454 (182).
  6. В Крыму появится федеральный университет // Интерфакс, 31.03.2014
  7. Павел Панов «РАН хочет заниматься оказанием ритуальных услуг» // Известия, 10.04.2014
  8. Россия создаст в Крыму федеральный университет // Корреспондент.нет, 10.04.2014
  9. Распоряжение Правительства Российской Федерации от 4 августа 2014 г. № 1465-р