В. М. Шукшин исемендәге Алтай дәүләт гуманитар-педагогия университеты
| В. М. Шукшин исемендәге Алтай дәүләт гуманитар-педагогия университеты | |
| Нигеҙләү датаһы | 1939 |
|---|---|
| Рәсми атамаһы | Алтайский государственный гуманитарно-педагогический университет имени В. М. Шукшина[1] |
| Дәүләт |
|
| Административ-территориаль берәмек | Бийск |
| Баш компания (ойошма, предприятие) | Алтай дәүләт педагогия университеты[d] |
| Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Бийск, Рәсәй |
| Рәсми сайт | bigpi.biysk.ru/wwwsite/ |
| Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Q116968810? |
В М. Шукшин исемедәге Алтай дәүләт гуманитар-педагогия университеты — Алтай крайының Бийск ҡалаһындағы юғары белем биреү федераль дәүләт мәғариф бюджет учреждениеһы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1939 йылда Бийск педагогия техникумы базаһында Бийск уҡытыусылар институты асыла, ул 1953 йылда педагогия институты итеп үҙгәртелә. 2000 йылда юғары уҡыу йорто университет статусын ала, ә 2001 йылда уға В. М. Шукшин исеме бирелә.
Мәғариф һәм фән министрлығының 2010 йыл>дың 29 мартындағы бойороғона ярашлы, М. В. Шукшин исемендәге Бийск дәүләт педагогия университеты М. В. Шукшин исемендәге Алтай дәүләт мәғариф академияһы тип атала[2].
Рәсәй Федерацияһы мәғариф һәм фән министрлығының 2015 йылдың 29 октябрендәге 1269-сы бойороғо менән, М. В. Шукшин исемендәге Алтай дәүләт мәғариф академияһы юғары белем биреү федераль дәүләт мәғариф бюджет учреждениеһы «В. М. Шукшин исемендәге Алтай дәүләт гуманитар-педагогия университеты» тип үҙгәртелә[3]. Шул уҡ йылдың декабрендә киң мәғлүмәт саралары юғары уҡыу йортоноң университет статусы тергеҙелеүе тураһында хәбәр итә[4][5][6].
Институттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гуманитар белем биреү институты
Тәбиғи фәндәр һәм профессиональ белем биреү институты
Педагогика һәм психология институты
Ҡыҙыҡлы факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1921—1930 йылдарҙа Бийск эшселәр университетында (бөгөнгө көндә уның бинаһы юғары белем биреү федераль дәүләт мәғариф бюджет учреждениеһы Алтай дәүләт гуманитар-педагогия университетының тәбиғи фәндәр һәм профессиональ белем биреү институты корпустарының береһе булып тора) билдәле совет ғалимы Юрий Васильевич Кондратюк иген һаҡлауҙы механизациялау буйынса лекциялар уҡый.
Фридрих Вильгельмович Лунгерсгаузен — Бийск уҡытыусылар институтының тәүге профессоры, геолог, геология-минералогия фәндәре кандидаты[7].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://www2.bigpi.biysk.ru/wwwsite/viewpage.php?page_id=368
- ↑ Приказ о переименовании государственного образовательного учреждения высшего профессионального образования «Бийский педагогический государственный университет имени В. М. Шукшина». Дата обращения: 24 июнь 2010. Архивировано 23 декабрь 2015 года. 2015 йыл 23 декабрь архивланған.
- ↑ Приказ Минобрнауки России от 29 октября 2015 г. № 1269 и Устав ФГБОУ ВО «АГГПУ им. В. М. Шукшина» (новая редакция) 2016 йыл 9 сентябрь архивланған.
- ↑ АГАО им. Шукшина снова стала университетом. Дата обращения: 23 декабрь 2015. Архивировано 24 декабрь 2015 года. 2015 йыл 24 декабрь архивланған.
- ↑ Новый университет появился в Алтайском крае 2015 йыл 24 декабрь архивланған.
- ↑ В Алтайском крае на один университет стало больше 2015 йыл 25 декабрь архивланған.
- ↑ Ученый-педагог Фридрих Вильгельмович Лунсгергаузен. Дата обращения: 8 август 2020.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сайт АГГПУ им. В. М. Шукшина 2006 йыл 3 март архивланған.
