В. Э. Бранттың айырым йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
В. Э. Бранттың айырым йорто
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Архитектор Мельцер, Роберт-Фридрих[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Карта
 В. Э. Бранттың айырым йорто Викимилектә

В. Э. Бранттың айырым йорто (Куйбышев урамы (Ҙур Дворян урамы), 4-се йорт) — Санкт-Петербургтағы модерн стилендәге архитектура ҡомартҡыһы.

19091910 йылдарҙа айырым йорт архитектор Роберт-Фридрих Мельцер проекты буйынса Петербург эшҡыуары Брант Василий Эммануилович өсөн төҙөлә. Бина сүкелгән элементтар, горельефтар, витраждар менән биҙәлгән. Витраждар өҫтөндә шулай уҡ К. С. Петров-Водкин да эшләгән[1].

1917 йылдан һуң йортта 14-се балалар интернаты урынлаша. 1918 йылда бинаның өлөшө Петроград хеҙмәт коммунаһының ҡала хужалығы комиссары М.И. Калинин ҡарамағына тапшырыла. Бында Л. М. Михайлов-Политикус, И. Е. Котляков, М.М. Вольберг, Е.Г. Зиновьевтар йәшәй. Һуңыраҡ был бинала, торлаҡ биналарҙан тыш, Ленинград дәүләт нәшриәте, коммуналь йорттар тресының 31-се хужалығы урынлаша. 1929 йылда йортто ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары поликлиникаһы, ә артабан йәмәғәт туҡланыуының ғилми-тикшеренеү институты биләй. С.М. Кировтан һуң 1937 йылда институт хеҙмәткәрҙәре репрессиялана, ә үҙе — юҡ ителә. Бинаны ВКП(б)-ның Үҙәк комитеты эргәһендәге партия контроле комиссияһы, ВЛКСМ-дың Ленинград өлкә һәм ҡала комитеты биләй.

1957 йылда бина Кшесинскаяның күрше айырым йорто менән бергә Бөйөк Октябрь социалистик ревоюцияһы музейы филиалы итеп бирелә. Бина архитектор Н.Н. Надежин проекты буйынса яңынан төҙөлә: экспозициялар өсөн залдары булдырыла һәм яңы корпус-вестибюль төкәтеп төҙөлә.

Әлеге ваҡытта был бинала Рәсәйҙең сәйәси тарихы музейы урынлашҡан.

Айырым йортта Шерлок Холмс тураһында һәм «Мастер һәм Маргарита» фильмынан ҡайһы бер күренештәр төшөрөлә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Привалов Валентин. Улицы Петроградской стороны. Дома и люди. — М., 2013. С.305-307
  1. АСЫЛА «БАҠЫР ҺЫБАЙЛЫ» к. с. петров-водкин. 2016 йыл 11 август архивланған.