Гавана

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Гавана
исп. La Habana
Флаг Герб[d]
Флаг Герб
Ил

Куба

Провинция

Гавана

Координаталар

23°07′ с. ш. 82°23′ з. д.HGЯO

Эске бүленеш

15 муниципалитет

Губернатор[1]

Рейнальдо Гарсия Сапата

Нигеҙләнгән

[[16 сентябрь 1517 йыл]]

Элекке исеме

Сан Кристобаль де Ла Гавана

Майҙаны

728,25 км²

Бейеклеге

59 м

Климат тибы

тропик

Халҡы

2 106 146 кеше (2012)

Тығыҙлығы

2892.06 кеше/км²

Этнохороним

гава́нец, гава́нка, гава́нцы[2]

Сәғәт бүлкәте

UTC-5, йәйге UTC-4

Телефон коды

(+53) 7

Почта индексы

10xxx-19xxx

Һанлы танытмалар
Гавана (Куба)
Гавана
Гавана

Гавана (исп. La Habana [aβana] — Абана тулыһынса San Cristóbal de La Habana) — Куба Республикаһының баш һәм иң эре ҡалаһы, сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни үҙәге, илдең 16 провинцияның береһе. Гавана 728,25 км² майҙанды тәшкил итә, 15 муниципалитетҡа бүленә.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1514 йылда испандар Христофор Колумб Сан-Кристобаль («Изге Христофор») хөрмәтенә аталған ҡалаға нигеҙ һала. Бер нисә йылдан һуң ҡаланы яңы урынға күсерәләр һәм тәүҙә Сан-Кристобаль-де-Гавана, унан һуң Гавана тип атайҙар."Гавана" ойконимы «саванна» (исп. sabana) — "бейек үләнле дала"нан барлыҡҡа килгән тип һанала, сөнки утрауҙың көнсығыш таулы райондарында йәшәүселәр ҡала урынлашҡан көнбайыш тигеҙлек өлөшөн саванна тип атаған[3].

«Гавана» топонимының барлыҡҡа килеүе тураһындағы башҡа фараздар ҙа бар, уның Хабагуанекс ҡәбиләһе индеецтары юлбашсыһы (касика) исеменән барлыҡҡа килеүе мөмкин, тигән фараз киң таралған.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гаванаға 1519 йылдың 16 сентябрендә испан күскенселәре нигеҙ һала[4]. Утрауҙы испандар яулап алғанға тиклем был урында индеецтар йәшәй (атап әйткәндә, сибонея һәм танино), ләкин аяуһыҙ иҙелеү, ауырыуҙар һәм аслыҡ ерле халыҡтың тулыһынса тиерлек юҡҡа сығыуына килтерә. Испания илбаҫарҙары ҡалала эшсе көстәр етешмәүен, Гавана халҡының байтаҡ өлөшө булған негр-ҡолдар менән тулыландыра[5].

Гавана Капитолий

1563 йылда Гавана Испанияның Куба утрауы колонияһының административ үҙәге була, ул ваҡытҡа генерал-капитанлыҡ статусын ала. XVI быуат аҙағынан ул Испанияның Антил утрауҙарындағы төп форпосты һәм Испанияға Америкала таланған алтынды ебәреү өсөн күсеп ултырыу базаһы була.

1728 йылда ҡалала Гавана университетына нигеҙ һалына[6].

1762 йылда Британия ғәскәрҙәре ҡаланы яулап ала. Париж килешеүе шарттары буйынса Бөйөк Британия Гавананы Испанияға Флоридаға алмашҡа ҡайтара[7].

1860 йылда тәмәке фабрикаһы «Партагас» эшләй башлай[8].

XIX быуат аҙағында Гавана испан колониалистары власына ҡаршы азатлыҡ хәрәкәтенең үҙәгенә әйләнә, ә 1895 йылдың февралендә ҡалала революция башлана, һуңынан халыҡ-азатлыҡ һуғышы бөтә илде солғап ала.

1895 йылдың сентябрендә Гаванала Кубаның Испаниянан бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә. 1898 йылда Испания хөкүмәте Кубаның бойондороҡһоҙлоғон таный, ләкин генерал-губернатор тәғәйенләү хоҡуғын һаҡлап ҡала. Шул уҡ йылда АҠШ Испания менән Куба республикансылары араһындағы конфликтҡа ҡыҫыла, Испанияға һуғыш иғлан итә. 1898 йылда Испания менән АҠШ араһында хәрби хәрәкәттәр барышында Америка ғәскәрҙәре Гаванаға баҫып инә, ҡаланы һәм утрауҙың яр буйы райондарын ҡамауға ала.

1900 йылдың 19 майында Америка һалдаттары араһында һары биҙгәк эпидемияһы башлана. Америка командованиеһы тарафынан тәғәйенләнгән Уолтер Рид һәм Джеймс Кэрролл Төньяҡ Америка армияһы ирекмәндәре ярҙамында инфекция бысранған һауа, һыу, кейем, түшәк кәрәк-ярағы һәм башҡа төрлө ысулдар менән йоғоуы тураһындағы фекерҙе кире ҡаға, ә Джеймс Кэрролл һары биҙгәкте йоҡтороуҙың берҙән-бер юлы — серәкәй тешләүҙән икәнен иҫбатлай. Шуға күрә Вильям Кроуфорд Горгас етәкләгән отряд серәкәйҙәрҙең бөтә үрсеү сығанаҡтарын эҙмә-эҙлекле юҡҡа сығара — туҡһан көндән һуң Гаванда ике йөҙ йыл эсендә тәүге тапҡыр һары биҙгәктең бер осрағы ла булмай[9].1901 йылда бында Хосе Марти китапханаһы асыла. Америка оккупация режимы Гаванала 1902 йылдың 20 майына тиклем дауам итә.

Куба бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң, уның территорияһында республика идара итеү формаһы индерелә, Гавана яңы ойошторолған Куба Республикаһының баш ҡалаһы тип иғлан ителә.

Оҙайлы хәрби хәрәкәттәр һәм дәүләт түңкәрелеше һөҙөмтәһендә Гавананың иҡтисады тарҡала башлай. 1925 йылда Куба генералы Мачадоның президент власына килгәндән һуң, хәл яҡшыра. Автомобиль юлы баш ҡаланы утрауҙың башҡа ҡалалары менән тоташтыра. Бынан тыш, уның сит ил дәүләттәре менән бәйләнештәре үҫешә башлай. Ләкин Мачадоның сәйәсәте 1933 йылда Гаванала дөйөм забастовкаға килтерә, ҡаланың хужалыҡ тормошон тотҡарлана. 1930 йылдан 1959 йылға тиклем барған һәм илдәге көсөргәнешле сәйәси хәл һөҙөмтәһе булған бер төркөм хәрби түңкәрелештәр Кубаның сауҙа һәм сәнәғәт үҙәге булған баш ҡала иҡтисадын да ҡаҡшата.

1946 йылда «Эстадио Латиноамерикано» стадионы төҙөлә.

1959 йылғы Куба революцияһы еңеүенән һуң Гаванала төҙөлөш эштәре башлана.

1959 йылдың апрелендә яңы торлаҡ районы Гавана-дель-Эсте[6]төҙөү башлана.

1961 йылда Хосе Марти металлургия заводы ойошторола[6]һәм онкология һәм радиобиология институты асыла[10], 1962 йыл — фәндәр Академияһы асыла[6].

1964 йылда авторемонт заводы сафҡа индерелә[6][10].

1960 йылда Польша Халыҡ Республикаһы белгестәре ҡатнашлығында Гаванала «Касабланка» суднолар эшләү верфы проектлана, төҙөлә һәм йыһазландырыла[11]Уның нигеҙендә буксирҙар, понтондар, баржалар һәм 1000 тоннаға тиклем һыу һыйҙырышлы сауҙа суднолары төҙөлә.[12].

1970 йылдарҙан ҡала иҡтисадының үҫеүе күҙәтелә. Урындағы продукцияны Гавана диңгеҙ портынан экспортлау, шулай уҡ башҡа илдәрҙән төрлө тауарҙар импортлау яйға һалына. Кубаның тышҡы баҙарҙағы төп партнеры булып СССР тора. СССР ярҙамы менән баш ҡалала сәнәғәт предприятиелары, торлаҡ йорттар, мәктәптәр төҙөлә, юлдар һалына.

Нуэво- Ведадо районында автобустар кузовыһы етештереү буйынса завод сафҡа индерелә[13] (башта «Хирон-4» ГАЗ-53 шассиһына,[14] һуңынан ПАЗ-672ВЮ шассиһына[15]).

1976 йылда бында политехник институты асыла, 1981 йылда — медицина институты[10].

1986 йылда Ген инженерияһы һәм биотехнология ғилми-тикшеренеү институты асыла[10].

Физик-географик ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гавана Куба утрауының төньяҡ-көнбайышында, Мексика ҡултығы ярында урынлашҡан. Гавана Сан-Лисаро бухтаһы янындағы йәмле тәбиғәт ҡосағында йәйелгән. Тәбиғи үҫемлектәр төрлө пальма, пассифлора, цитрус, сандал ағастарҙан һ.б. ғибәрәт.

Гавананың яр буйы һыуҙары балыҡтарға бай. Барлығы 700-ҙән ашыу төр балыҡ һәм моллюскылар бар. Ҡалала һәм уның тирә-яҡтарында бөжәктәр күп, шул иҫәптән кеше өсөн хәүефле бөжәктәр — ҡом бөрсәһе һәм малярия серәкәйе.

Гавананың көнсығышында Санта-Мария курорт зонаһы урынлашҡан, уға ҙур булмаған курорт ҡалалары — Тарара һәм Гуанабо инә.

Климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алисовтың классификацияһы буйынса Гавана климаты тропик тип баһалана һәм тропик муссондар йоғонтоһонда формалаша. Кариб диңгеҙе йоғонтоһо арҡаһында ҡалала ямғырҙар миҙгеле менән ҡоро миҙгел аҙ айырыла. Бынан тыш, ҡала тропик циклондарға бирешмәй. Ғинуарҙа уртаса һауа температураһы +25 °С градус тәшкил итһә, июлдә +29 °С градусҡа етә. Үҙгәрештәргә ярашлы, ҡоро миҙгел ноябрҙән апрелгә тиклем дауам итә, ә май айынан октябргә тиклем көслө ямғырҙар яуа. Ямғырҙың уртаса йыллыҡ нормаһы яҡынса 1500 мм тәшкил итә.

Йыл эсендә ҡояшлы ваҡыттың уртаса дауамлылығы 2831,4 сәғәт тәшкил итә.

Халҡы, теле, дине[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гавана панорамаһы.

Гаванала 2 135 498 кеше йәшәй (2010). Куба халҡының дөйөм һанынан баш ҡала өлөшө — 21 %. Баш ҡалала йәшәгән ун кешенең етәүһе Испания күскенселәренең нәҫеле булып тора. Башҡалар ҡатнаш Африка-Испан йәки Азия сығышлы. Дәүләт теле — испан теле. Диндар халыҡтарҙың яртыһынан ашыуы католик динен тота, ҡалала йәшәүселәрҙең бер өлөшө христианлыҡты һәм ҡайһы бер Африканың мәжүси культы ҡатнашлығы нигеҙендә барлыҡҡа килгән синкретик инаныуҙарға таяна.

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
19701989199320022005201020122020
1 755 0002 100 0002 200 0002 344 0002 186 9092 135 4982 106 1462 130 510

Муниципалитеттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гавана ҡалаһы провинция статусына эйә , 15 муниципалитетҡа бүленгән.

№ на карте Муниципалитет Халҡы,

чел. (2004)
Майҙан,

км²
Урынлашыуы Иҫкәрмәләр
1 Плая 186 959 36 23,09417° с. ш. 82,44889° з. д.HGЯO
2 Пласа-де-ла-Революсьон 161 631 12 23,12444° с. ш. 82,38611° з. д.HGЯO Местоположение правительства
3 Сентро-Абана 158 151 4 23,13333° с. ш. 82,38333° з. д.HGЯO
4 Ла-Абана-Вьеха 95 383 5 23,13889° с. ш. 82,35556° з. д.HGЯO Входит во Всемирное наследие ЮНЕСКО
5 Регла 44 431 9 23,12556° с. ш. 82,31528° з. д.HGЯO
6 Гавана-дель-Эсте 178 041 145 23,15694° с. ш. 82,29694° з. д.HGЯO
7 Гуанабакоа 112 964 127 23,06111° с. ш. 82,28972° з. д.HGЯO
8 Сан-Мигель-дель-Падрон 159 273 26 23,09639° с. ш. 82,32667° з. д.HGЯO
9 Диес-де-Октубре 227 293 12 23,08806° с. ш. 82,35972° з. д.HGЯO
10 Серро 132 351 10 23,11361° с. ш. 82,36333° з. д.HGЯO
11 Марьянао 135 551 21 23,08417° с. ш. 82,42972° з. д.HGЯO
12 Ла-Лиса 131 148 38 23,02472° с. ш. 82,46306° з. д.HGЯO
13 Бойерос 188 593 134 23,00722° с. ш. 82,40167° з. д.HGЯO
14 Арройо-Наранхо 210 053 83 23,04361° с. ш. 82,33278° з. д.HGЯO
15 Которро 74 650 66 23,02611° с. ш. 82,24750° з. д.HGЯO

Мәҙәни әһәмиәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Революция музейы
Милли һынлы сәнғәт музейы
«Баҫма» һәм Ленин Гавана урамында
АҠШ-тың Гаваналағы элекке илселеге эргәһендәге плакат. Тәржемәһе: «Әфәнде империалистар! Беҙ һеҙҙән бөтөнләй ҡурҡмайбыҙ».
Гавана университеты бинаһы

Гавана — донъяның иң матур утрау баш ҡалаларының береһе. Боронғо ҡала үҙәге әле һаман үҙенсәлекле колониаль ҡиәфәтен һаҡлай. Бында байтаҡ тарихи ҡиммәткә эйә боронғо архитектура ҡомартҡылары һаҡланған. 1984 йылда баш ҡаланың иҫтәлекле урындары ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә. Улар араһынан айырым Ла-Реаль-Фуэрс ҡәлғәһен (1583 йыл), Санта-Клара монастырын (1644 йыл), Ғиффәтле (Зачатие) соборын (1656 йыл), ҡала Ратушаһын (1792 йыл), XVIII быуатта төҙөлгән собор менән кафедра майҙаны айырым билдәләнә.

Үҙәктә Хосе Марти исемендәге мемориаль комплекс менән майҙан урынлашҡан. Төп архитектура ҡомартҡыларының береһе — Прадо бульвары, йорттар иҫке испан стилендә төҙөлгән. Унда 1920 йылдарҙа Вашингтонда бина өлгөһөндә төҙөлгән Милли Капитолий бинаһы, шулай уҡ Гавананың Ҙур театры урынлашҡан.

Гаванала бер нисә музей бар:

  • милли,
  • колониаль,
  • антропология музейы,
  • Керамика музейы, экспозицияһы Кастильо-де-ла-Реаль Фуэра замогында урынлашҡан
  • Хосе Марти йорт-музейы,
  • Наполеон музейы (экспонаттарының киң коллекциялары бар, 17891815 йылдарҙағы осорға ҡараған),
  • декоратив сәнғәт музейы,
  • этнологик музейы,
  • Революция музейы,
  • Эрнест Хемингуэй Йорт-музейы

Иң билдәлеһе — Милли музей. Унда үткән быуат сәнғәт әҫәрҙәре коллекциялары (шул иҫәптән антиклыҡ осоро) һәм хәҙерге заман коллекциялары урынлашҡан. Куба рәссамдарының XVIII—XX быуаттарҙағы картиналар йыйынтығы айырыуса иғтибарға лайыҡ.


Шулай уҡ ҡыҙыҡһыныу уята:

  • Наҙанлыҡ менән көрәш музейы,
  • Гавана ҡалаһы музейы,
  • Гуанабокоа тарихи музейы, унда афро-куба традицион йолалар экспонаттары тупланған.

СССР илселеге биналары комплексы (бөгөнгө РФ) ҡаланың төп доминанты булып тора. Комплекс совет модернизацияһы стилендә эшләнгән (архитекторҙары — А. Рочегов, М. Энгельке, В. Песецкий).)[16]

Һуңғы йылдарҙа ҡаланың архитектура ҡомартҡыларын тергеҙеү буйынса эштәр алып барыла. Реставрациялаусыларҙың маҡсаты боронғо архитектура һәм скульптура әҫәрҙәренең тәүге күренешен тергеҙеү була. Иҫке Гавана майҙанындағы биналарҙы тергеҙеү баш ҡала өсөн ҙур мәҙәни әһәмиәткә эйә.

Ҡаланың төп юғары уҡыу йорто — Гавана университеты. 1962 йылдан Гаванала Куба Фәндәр академияһы эшләй, ғилми-тикшеренеү эштәре дәүләт тарафынан финанслана.

Хабанера бейеүе ҡала исеменән килеп сыҡҡан. Гавана шау-шыулы һәм халыҡ күпләп йыйылған байрамдары, фестивалдәре һәм йәрминкәләре менән билдәле. Февралдә ҡалала төҫлө карнавал һәм Халыҡ-ара Джаз фестивале үтә. Декабрҙә баш ҡалала йыл һайын үткәрелә торған Латин Америкаһы кинофестивале үтә, ә 1 ғинуарҙа Гаванала милли байрам — Революция көнө үткәрелә, ул байрам саралары, музыканттар һәм бейеүселәр сығыштары менән оҙатыла.

Ҡалала ике аэропорт бар:

  • Хосе Марти халыҡ-ара аэропорты — Кубаның төп һауа «ҡапҡаһы»;
  • Баракоа Плая аэропорты — эске рейстар өсөн генә ҡулланыла.

Туғандаш ҡалалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Reinaldo García Zapata. Gobernador La Habana. Дата обращения: 18 июнь 2022. Архивировано 22 ғинуар 2020 года.
  2. Городецкая И. Л., Левашов Е. А.  Гавана // Русские названия жителей: Словарь-справочник. — М.: АСТ, 2003. — С. 79. — 363 с. — 5000 экз. — ISBN 5-17-016914-0.
  3. Поспелов, 2002
  4. Котилья М. О., Кордоба Д. Землетрясение в Сантьяго-де-Куба 20 августа 1852 года // Геология и геофизика. — 2010. — Т. 51. — № 11. — С. 1577
  5. Гаванна // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 Гавана // Большая Советская Энциклопедия. / под ред. А. М. Прохорова. 3-е изд. том 5. М., «Советская энциклопедия», 1971. стр.618-619
  7. Гавана // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
  8. «Партагас» // «Вокруг света», январь 1964
  9. Поль де Крайф (де Крюи) Охотники за микробами. Издательство: Астрель, Полиграфиздат, 2012. ISBN 978-5-271-35518-9, ISBN 978-5-4215-3274-3
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 Гавана // Большая Российская Энциклопедия / редколл., гл.ред. Ю. С. Осипов. том 6. М., 2006. стр.228-230
  11. Две верфи поставит Польша Кубе // журнал «Польша», № 6 (94), июнь 1962. стр.29
  12. Здислав Чаплиньский. Сотрудничество в области судостроения // журнал «Польша», № 12 (304), декабрь 1979. стр.17
  13. Страны СЭВ и автомобилизация // «За рулём», № 5, 1977. стр.18-19
  14. Куба: штрихи к автомобильному портрету // «За рулём», № 1, 1974. стр.13
  15. «Группа ГАЗ» поставит шасси автобусов ПАЗ на Кубу 2017 йыл 8 ғинуар архивланған. // «Коммерсантъ» от 4 сентября 2013
  16. РОССИЯ ВЫСОКАЯ. История высотного строительства России. — Екатеринбург: TATLIN, 2014. — С. 180. — ISBN 978-5-000750-31-5.
  17. İzmir'in kardeş kentleri. İzmir Büyükşehir Belediyesi. Архивировано 4 август 2012 года. 2012 йыл 27 июль архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Поспелов Е. М. Географические названия мира. Топонимический словарь / отв. ред. Р. А. Агеева. — 2-е изд., стереотип. — М.: Русские словари, Астрель, АСТ, 2002. — 512 с. — 3000 экз. — ISBN 5-17-001389-2.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]