Эстәлеккә күсергә

Галанда Микулаш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Галанда Микулаш
словак. Mikuláš Galanda
Тыуған:

4 май 1895({{padleft:1895|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[1][2][3]

Тыуған урыны:

Турчьянске Теплице[d], Жилин крайы[d]

Үлгән:

5 июнь 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[1][2][3] (43 йәш)

Үлгән урыны:

Братислава, Чехословакия[3]

 Работы
Әсә һәм бала. 1934 йыл

Микулаш Галанда (словак. Mikuláš Galanda; 4 март 1895 йыл, Мала Веска, Австро-Венгрия (хәҙер Турчьянске-Теплице янында, Словакия) — 5 июнь 1938 йыл Братислава), словак рәссамы, иллюстратор, график.

XX быуат башындағы словак модернына нигеҙ һалыусы һәм пропагандалаусыларының береһе.

Әсә

Мала Вескала тыуа. Будапештта Художество академияла (1914—1916) һәм Прагала Художество-сәнәғәт мәктәбендә (1923—1927 (хәҙер Һынлы сәнғәт академияһы) художестволы белем ала. Август Бремсе һәм Франц Тиле уҡыусыһы була.

1928 йылда Будова Мария менән таныша, 1931 йылда уға өйләнә.

Словак модернизмы формалашыуына ҙур өлөш индерә. Ул һәм уның дуҫы Фулла Людовит словак модернистары манифесы авторҙары була.

Мартин ҡалаһындағы мемориал Халыҡ зыяратында ерләнә.

Үҙ ижадында фовизм һәм кубизмдың айырым ысулдарын ҡуллана, халыҡ сәнғәте традицияларына мөрәжәғәт итә.

Крәҫтиән тормошон поэтик һүрәтләй, улар йомшаҡ колорит һәм дөйөмләштерелгән ритм менән айырылып тора. («Бишек янында», 1929, Милли галерея, Прага; «Пастораль», 1936, шәхси йыйынтыҡ), ҡала ярлылары тормошо темаһына арналған социаль-тәнҡит ноталар менән һуғарылған гравюралар һәм һүрәттәр авторы

(литография циклы «Ҡалала мөхәббәт», 1924; «Эшһеҙ», литография, 1925).