Галиция ихтилалы (1846)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Галиция ихтилалы
Рәсем
 Галиция ихтилалы Викимилектә
«Галиция ҡырыуы (1846 йылғы)». Рәссам Ян Левицкий
Ирекле Краков ҡалаһы 1815—1846

Галиция ихтилалы —1846 йылдың февраль-мартында Көнбайыш Галиция территорияһындағы крәҫтиән ихтилалы. Ихтилал урындағы шляхтаны, аҡ һөйәктәрҙе, хөкүмәт чиновниктарын, дин әһелдәрен үлтереү һәм массауи ҡыйралыштар тулҡыны менән билдәле. Тарихҡа «Галиция ҡырыуы» булараҡ ингән.

Иң билдәле крәҫтиән отрядтары етәкселәренең береһе — Якуб Шель.

Ваҡиғаларҙың сәбәптәре һәм барышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1815 йылғы Вена конгресы ҡарарҙарына ярашлы Краков ҡалаһы сиктәш биләмәләләре менән бергә «Ирекле, бойондороҡһоҙ һәм ҡәтғи рәүештә нейтраль ҡала» итеп иғлан ителә, ул Рәсәй империяһы, Австрия һәм Пруссия ҡурсауы аҫтында була, сөнки нәҡ әлеге дәүләттәр XVIII быуат аҙағында берҙәм булған Польша дәүләте территорияһын үҙ-ара бүлешеп алалар. Был ғәскәрҙәр Ирекле ҡаланың нейтралитетын ихтирам итергә һәм уның территорияһына үҙенең ғәскәрҙәрен индермәҫкә вәғәҙә итәләр. Хәлде 1830 йылғы Поляк ихтилалы менән бәйле хәлдәр бик ныҡ ҡатмарлаштыра, сөнки Краков республикаһы территорияһынан Поляк батшалығына ҡорал контрабандаһы үткәрелә, бында ирекмәндәр туплана, улар ихтилалсылар сафтарын тулыландыралар, ә ихтилал баҫтырылғандан һуң Краков күп һанлы ҡасаҡтарҙы ҡабул итә. Краков ысынында поляк демократик подпольеһы һәм эмигрант эшмәкәрлеге үҙәге булып китә.

1835 йылдың октябрендә Рәсәй, Австрия һәм Пруссия йәшерен килешеүгә ҡул ҡуялар, әдеге килешеүгә ярашлы Ирекле ҡалала поляк сепаратик акциялар үткәрелеү шарттарында уның оккупацияһы ҡарала. 1836 йылдың февралендә бының өсөн сәбәп тә табыла һәм Краковҡа Австрия ғәскәрҙәре, һуңғараҡ Рәсәй һәм Пруссия ғәскәрҙәре индерелә. Артабан Франция һәм Англия дипломатик баҫымы һөҙөмтәһендә Пруссия һәм Рәсәй үҙҙәренең ғәскәрҙәрен ҡаланан сығаралар, әммә Австрия оккупацияһы 1841 йылға тиклем дауам итә.

Шул уҡ ваҡытта, 1830 йылғы ихтилалы еңелгәндән һуң, Краков поляк подпольеһының төп үҙәгенә әйләнә. Бында ҡолас йәйеп поляк эмиграцияһы эмиссарҙары эш итәләр, уларҙың ҡатнашлығында Краковта Революцион комитеты ойошторола. Әлеге комитет 1846 йылдың 21-се февраленән 22-һенә ҡараған төнгә тәғәйенләгән яңы ихтилал әҙерләй. Рәсәй һәм Пруссия идаралығы аҫтында булған поляк ерҙәрендә күп кенә ойоштороусыларҙы ҡулға алыу был ихтилалды башланмаған рәүештә баҫтырыуға мөмкинлек бирә. Австрия Галицияһы территорияһында азат итеү хәрәкәте тағы ла киңерәк ҡолас ала, әммә бында Австрия чиновниктары ойошторған крәҫтиән сыуалыштары алға сыға.

Австрия властары фетнәселәргә ҡаршы ҡуйыу өсөн урындағы крәҫтиәндәрҙе файҙаланалар һәм шляхта, йәнәһәе, кәҫтиәндәргә ҡаршы каратель акциялары әҙерләүе тураһында имеш-мимештәр тарата. Шулай итеп дворяндарын усадьбаларын талауға һәм уларҙы үлтерүгә юл ҡуйыла. Алпауыттарға ҡаршы күтәрелгән Галиция крәҫтиәндәре ғәмәлдә Австрия хөкүмәтенең союздаштары ролен үтәйҙәр.

Галиция ҡырыуы1846 йылдың 19 февралендә башлана. Кәҫтиән ҡораллы отрядтары бер нисә көн эсендә 500-ҙән ашыу алпауыт йорттарын талайҙар һәм юҡҡа сығаралар (Тарнува районында 90 %-тан ашыу усадьба ҡыйратыла). Йыш ҡына иң ҡанһыҙ ысул менән башҡарылған үлтереүҙәр менән (исеме лә шуның өсөн ҡырыу) 1200-ҙән 3000 кеше, башлыса шляхта вәкилдәре, аҡ һөйәктәр, дәүләт чиновниктары, тиҫтәләгән дин әһелдәре үлтерелә.

Краковҡа табан юлланған Һан яғынан кәмерәк булған ихтилал отрядтарына һөжүм башлана.

Крәҫтиәндәр айырыуса ҡанһыҙлыҡ менән үҙҙәренең хужаларын үлтерәләр, шул иҫәптән баштарын ҡырҡып йәки бысып алалар. Австриялылар үлтерелгән алпауыттар өсөн баш күтәреүселәрҙе аҡсалата бүләкләйҙәр. Үлтерелгәндәр өсөн хаҡ икеләтә күберәк түләнгән өсөн яралы йәки ғәрипләнгән хәлдә ҡулға төшкән кешеләрҙе бандиттар Тарнувҡа алып килеп, Австрия хакимиәте алдында үлтерәләр. Шаһиттар иҫләүенсә, үлтереүҙәр шул тиклем күп була, хатта урамдарҙан ҡан йылға булып аға.

Ҡырыу ҡорбандары ҡаланан ситтә туғанлыҡ ҡәберлектәрендә ерләнә, унда һуңынан Иҫке зыярат барлыҡҡа килә.

Краков ихтилалы баҫтырылғандан һуң, крәҫтиәндәр австриялыларға башҡаса кәрәкмәй һәм армия ҡыҫҡа ваҡыт осоронда тәртипте тергеҙә. Галицияла тыныслыҡ хөкөм һөрә, әммә башлыса тарнува, Санока, Новы-Сонча райондарында йәйелгән үлтереүҙәр һәм талауҙар оараҡтары халыҡ хәтерендә оҙаҡ һаҡлана.

Мәҙәниәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Станислав Выспяньскийҙың «Туй» пьесаһы һәм уның буйынса ҡуйылған фильм (режиссеры Анджей Вайда) 1846 йылғы ҡырыу тураһында һөйләй.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Wiśniewski, Wojciech: Jeszcze o Macieju Boguszu Stęczyńskim i rabacji 1846 roku : nieznany poemat o rzezi galicyjskiej, Płaj, T. 32 (2006), s. 27-45
  • Stefan Kieniewicz, Ruch chłopski w Galicji w 1846 roku, Wrocław 1951 (монография о причинах и описании Галицийской резни)
  • Czesław Wycech, Rok 1846 w Galicji, Warszawa 1958
  • Списки похороненных на Старом кладбище Тарнува.
  • Jan Marian Włodek «Goetz-Okocimscy. Kronika rodzinna 1590—2000», «Kronikach Miasta Brzeska» Jan Burlikowski.