Галкин Александр Алексеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Эссэлэмэгэлэйкум уэ рэхмэтуллаhу уэ бэрэкэтуhy Кэзерле мухэрирзэр Галкин Александр Алексеевич (12 февраль 1928 йыл9 апрель 2002 йыл) — сыуаш шағиры, прозаик һәм тәржемәсе. 1963 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сыуаш АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1977), Сыуашстандың халыҡ шағиры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Александр Алексеевич Галкин 1928 йылдың 12 февралендә Сыуаш АССРның Әлек районы Челкасы ауылында тыуған. Урындағы мәктәпте, 1948 йылда Калинин педагогия училищеһын, 1953 йылда Сыуаш дәүләт педагогия институтын тамамлай. Сыуаш китап нәшриәтендә мөхәррир, «Тыван Атал» журналының баш мөхәррире, «Капкан» журналының әҙәбиәт бүлеге мөдире булып эшләй.

Чебоксарҙа 2002 йылдың 9 апрелендә вафат була.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙиптең һәләте күп яҡлы. Ул үҙен поэзия, проза һәм тәржемәлә уңышлы күрһәткән. А.Пушкин, М. Горький, А. Серафимович,т. Шевченко, С. Есенин, М. Шолохов, М. Пришвин, В. Бианки, С. Михалков һ. б. әҫәрҙәрен сыуаш теленә тәржемә итә. Балалар өсөн күп яҙа.

30 китап баҫтыра, шул иҫәптән:

  • «Пĕчĕк ĕçченсем» — ҙур булмаған эшселәр (1958);
  • «Сурăм шарлакĕсем» — Сурым Шарлауыҡтары (1961);
  • «Хăрушă тĕлĕк» — Ҡот осҡос төш (1969);
  • «Пурнăçра — пĕр маскара» — Тормош - бер мәрәкә
  • «Сĕрен кĕперĕ умĕнче» - Ҡарағай күпере янында
  • «Тан тавралăхра» — Тыуған яҡта
  • «Кукăр пăшал» — Кәкре молтоҡ
  • «Сиплĕ сăмах» - Шифалы һүҙ
  • «Вăйăран вăкăр» - Уйын
  • «Дуҫым»- Дустар
  • «Хĕвел духан» — Ҡояш сыҡҡанда
  • «Хаваслă асаһым» — Бәхетле балалар

Рус телендә 5 китабы, татар телендә 1 китабы нәшер ителгән.

Уның шиғырҙарына 200-ҙән артыҡ йыр яҙылған:

  • «Шупашкар каçĕсем» (Чебоксар төндәре)
  • «Кăвак сескем» (Күк сәсәктәр)
  • «Сана кăна» (Һинең менән генә)
  • «Сурăмпала Выла худший» («Сурым менән Выла араһы»)
  • «Аннете» (Әсәйгә)
  • «Çĕмĕртсем ларсассăн çеçкене» (Муйыл сәскә атҡанда)
  • «Мĕн кирлĕ-ши» (Ни кәрәк инде)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Аликовская энциклопедия», редколлегия: Ефимов Л. А., Ефимов Е. Л., Ананьев А. А., Терентьев Г. К., Чебоксары, 2009, ISBN 978-5-7670-1630-3.
  • «Чăваш литературин антологийĕ», составители: Д. В. Гордеев, Ю. А. Силэм. Чебоксары, 2003. ISBN 5-7670-1279-2 .
  • Айдаш, Ю. Кун-сулан анлa тeкерe / Ю. Айдаш // Таван Атал. — 2006. — № 4. — С. 2—3.
  • Eливанова, Г. «Эп aсатнан туйрам хаман пурнаса…» / Г. Eливанова // Хыпар. — 2003. — 9 ака.