Гасдрубал Баркид
Гасдрубал йәки Газдрубал (Hasdrubal; б.э.т. 207 йылдың 23 июнендә үлгән) — карфаген полководецы, Икенсе Пуник һуғышында иң мөһим хәрби эштәрҙе башҡарған.Ул Гамилькар Баркидтың икенсе улы булған Уның ағаһы-Ганнибал Баркид.Ағаһы Ганнибал Италияға (б.э.т. 218 йыл) походҡа сыҡҡанда Гасдрубал Испанияла карфаген ғәскәрҙәренең командующийы булған. Шул уҡ йылда римлеләрҙең ғәскәре бер туған Сципиондар етәкселегендә был төбәккә килеп сыҡҡан. Уларға ерле халыҡтарҙың айырым ҡәбиләләре ярҙам иткән. Гасдрубал уларға ҡаршы берсә еңеп, берсә еңелеп һуғышҡан булған. Б.э.т. 216 йылда ул Карфаген дәүләтенең бойороғо буйынса Италияға, ағаһы Ганнибал ғәскәре менән ҡушылырға тип,барырға сыҡҡан., ә Юлға сыҡҡас та Ибер йылғаһы янында тулыһынса тармар ителгән һәм походын туҡтатырға мәжбүр булған.