Гвозданско

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гвозданско
Рәсем
Дәүләт  Хорватия[1]
Административ-территориаль берәмек Сисацко-Мославинская жупания[d][2] һәм Двор[d][2]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Халыҡ һаны 23 кеше (31 август 2021)[3]
Майҙан 10,7 км²[2]
Карта
 Гвозданско Викимилектә

Гвозданско (хорв. Gvozdansko, сер. Гвозданско)[4][5] — үҙәк Хорватиялағы ауыл, Сисачко-Мославачка жупанияһында. Административ Двор общинаһына буйһона. Глина һәм Двор араһында урынлашҡан. 2001 йыл халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда 61 кешенең йәшәүе билдәле, күбеһе хорваттар. 2011 йылғы халыҡ иҫәбен алыу ауылда 42 кеше йәшәүен күрһәтә[6].

Ауыл ситендә XV быуатта Зриньски ырыуынан хорват вельможалары тарафынан төҙөлгән хорват һарайы ҡалдыҡтары ята.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1488 йылда Зриньскиҙар ғаиләһенең милке булараҡ таныла. 1334 йылда уҡ нигеҙ һалынған Гвозданский приходы 1769 йылда ҡайтанан тергеҙелә. Гвозданско мөһим стратегик оборона пункты, көнсығыштан ябырылған төрөк[7] баҫҡынсыларына ҡаршы ҡуйылған ҡалҡан була. 1571 йылдан 1577 йылға тиклем төрөк баҫҡынсылары был боронғо фортҡа дүрт тапҡыр һөжүм итеп ҡарай. Һарайҙы һаҡлаған өс йөҙ кеше (Зриньскиҙың 50 яугиры һәм 250 крәҫтиәне, ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыусыһы һәм ҡатын-ҡыҙҙар менән балалар) ҡораллы ғәсҡәр һөжүмен кире ҡаға ала. 1577 йылдың 20 октябрендә Зриньск ҡалаһы, Зринскиҙар һарайы дошман ҡулына эләгә, ә бына Гвозданско төрөктәрҙең үҙәк Хорватияға, артабан Европаға үтеүенә ҡалҡан ҡуйған берҙән-бер ҡаршылыҡ була. Биш ай ҡамауҙа тотҡандан һуң, 1578 йылдың 13 ғинуарында 10-меңлек ғосман ғәсҡәре нығытманы баҫып алыуға өлгәшә[8]. Хәлһеҙләнгән, ризыҡһыҙ, һыуһыҙ һәм өйҙәрен йылытыуға утынһыҙ булған һарай һаҡсыларының батырлығына шаҡ ҡатҡан төрөк ғәсҡәре командиры Фәрхәд паша һарайҙы һаҡлап һәләк булғандарҙы христиан йолаһы буйынса хөрмәтләп күмеү өсөн католик рухинийын табырға ҡуша[9].

Төрөк иҙеүенән ҡотолғас, хорват каталоктары 1796 йылда урындағы Изге Филипп һәм Иаков сиркәүен тергеҙә. Хорват сәйәсмәне һәм яҙыусыһы Анте Тресич Павичич 1937—1940 йылдарҙа Гвозданск һарайын батырҙарса обороналаусылар тураһында поэтик эпос яҙа.

Икенсе донъя һуғышында, 1941 йылда ауыл урындағы хорваттарҙы тотошо менән үлтереү урынына әйләнә[10]. Шул ваҡытта Изге Филипп һәм Иаков сиркәүе лә яндырыла һәм 1963 йылда тергеҙелә, шунан 1991 йылда ҡайтанан емертелә, ул саҡта ауылға «четниктар» ябырыла, урындағы өс хорватты үлтерәләр[11].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. GeoNames (ингл.) — 2005.
  2. 2,0 2,1 2,2 https://dgu.gov.hr/registar-prostornih-jedinica-172/172
  3. Popis stanovništva, kućanstava i stanova 2021. – stanovništvo prema starosti i spolu po naseljima, 2021 Croatian census: population data by age, sex, settlementСтатистическое бюро Хорватии, 2022.
  4. Правительство Хорватии Peto izvješće Republike Hrvatske o primjeni Europske povelje o regionalnim ili manjinskim jezicima (хорв.) (PDF). Совет Европы (октябрь 2013).(хорв.) (PDF). Совет Европы (октябрь 2013).
  5. Minority names in Croatia:Registar Geografskih Imena Nacionalnih Manjina Republike Hrvatske (PDF). Дата обращения: 8 март 2013. Архивировано 29 октябрь 2013 года. 2013 йыл 29 октябрь архивланған.
  6. Перепись населения 2011 г. (ингл.). Государственное управления статистики Хорватии (2011.).(инг.). Государственное управления статистики Хорватии (2011.).
  7. Влахами турки называли православных в отличии от католиков (источник: Вињалић Гашпар. Кратки повијесни и кронолошки преглед збивања која су се догодила Славенима у Далмацији, Хрватској и Босни 1514.-1769., стр. 156.. — Сплит: Књижевни круг, 2010. (серб.)(серб.)
  8. Gvozdansko​, Sulejman Prvi Veličanstv​eni i hrvatski junak Nikola Jurišić (хорв.)(хорв.)
  9. Ive Mažuran. «Hrvati i Osmansko Carstvo», Golden marketing, Zagreb, 1998, ISBN 953-6168-38-3, с. 145. (хорв.)(хорв.)
  10. www.udruga-gavran.hr 2017 йыл 7 март архивланған. (хорв.)(хорв.)
  11. Сайт Хорватского культурного общества в Швейцарии (хорв.)(хорв.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]