Гедвига София Шведская (Швеция принцессаһы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гедвига София Шведская (Швеция принцессаһы)
Герб
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Швеция
Титул Швеция принцессаһы[d] һәм герцогиня[d][1]
Тыуған көнө 26 июнь 1681({{padleft:1681|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[2][3]
Тыуған урыны Стокгольм[d], Стокгольмское обер-губернаторство[d], Швеция
Вафат булған көнө 12 декабрь 1708({{padleft:1708|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[2] (27 йәш)
Вафат булған урыны Стокгольм[d], Стокгольмское обер-губернаторство[d], Швеция
Ерләнгән урыны церковь Риддархольмена[d][4]
Атаһы Карл XI[d]
Әсәһе Элеонора Ульрика Датская
Бер туғандары Карл XII һәм Элеонора Ульрика
Хәләл ефете Фридрих IV Гольштейн-Готторпский[d]
Балалары Карл Фридрих Гольштейн-Готторпский[d]
Нәҫеле Виттельсбахи[d]
Әһәмиәтле кеше Мерта Берендес[d][5]
Һөнәр төрө сәйәсмән
Изображается на Hedvig Sophia (1681–1708), Swedish princess[d]
 Гедвига София Шведская (Швеция принцессаһы) Викимилектә

Шведская Гедвига Августа София йәки София (швед. Hedvig Sofia Augusta av Sverige; 26 июнь 1681 йыл — 22 декабрь 1708 йыл) — Швеция принцессаһы һәм Гольштейн-Готторп герцогиня-консорты, Швеция короле Карл XII һәм уның королева ҡатыны Ульрика Элеонораның тәүге балаһы. 1702—1708 йылдарҙа Гольштейн-Готторп герцоглығында бәлиғ булмаған улының регенты, шулай уҡ швед тәхете вариҫтарының береһе.

Гедвига София Рәсәй императоры Петр III өләсәһе.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әсәһе үлгәндән һуң, София, ағаһы Карл, апаһы Ульрика Элеонора менән өләсәһе Гедвига Элеонора Гольштейн-Готторпскаяға опекаға бирелә, уның йоғонтоһо аҫтында балаларҙа Данияға ҡарата насар ҡараш формалаша. 1698 йылдың 12 майында София Карлбергта үҙенең ике туған ағаһы Фридрих IV, герцог Гольштейн-Готторпскийға кейәүгә сыға. Уның никахы традицион рәүештә, сәйәсәттең бер өлөшө булараҡ, Гольштейн-Готторптарҙың Данияға ҡаршы ҡорола, уның ағаһы Фридрихтың һеңлеһенә өйләнергә тейеш була, әммә ул баш тарта. Никах ҡыҙҙың ризалығынан башҡа үткәрелә һәм бәхетһеҙ була.

1700 йылғы Төньяҡ бөйөк һуғышы алдынан тормошоноң ҙур өлөшөн София Швецияла ағаһы йортонда үткәрә. 1699 йылда ул герцог Гольштейн-Готторпский биләмәһенә күсеп китә, бында бер йыл була, әммә 1700 йылдың 30 апрелендә Швецияға ҡайта һәм унда улы Карл Фридрих тыуа.

София 1702 йылда тол ҡала һәм бәләкәй улы янында регентҡа әйләнә. Шуға ҡарамаҫтан, ул ваҡытының күп өлөшөн, королдең өлкән ҡыҙы һәм ил тәхетенә икенсе сираттағы вариҫ булараҡ, улының Швеция тәхетенә мираҫлыҡ хоҡуғын танытырға өлгәшеү өсөн тырышып, Швецияла үткәрә, сөнки ағаһы Карл XII балалары булмай. Герцоглыҡ менән ул юҡ саҡта иренең кесе энеһе Август Кристиан Гольштейн-Готторпский идаралыҡ итә, ә дәүләт әһәмиәтенә эйә мәсьәләләр бары тик София ҡатнашлығында ғына сиселә.

Иренең вафатынан һуң, ул ҡабаттан сәйәси ойошмалар союзы өсөн никахҡа инеү объектына әйләнә. Уны ҡатынлыҡҡа алырға дәғүә итеүсе тәхет вариҫтары араһында Британия тәхете вариҫы принц Георг Ганноверский була, ләкин София унан баш тарта, Шул мәлдә уның йәш швед дворяны Олоф Гилленборг менән романы була. Уларҙың мөнәсәбәте Швеция һарайы өсөн сер булмай, бары тик өләсәһе герцогиня Гедвига Элеонора ғына был романды оҡшатып бөтөрмәй.

Гедвига София 1708 йылдың 22 декабрендә егерме ете йәшендә сәсәк ауырыуынан вафат була. Уның ағаһы Карл тормошоноң күпселек өлөшө хәрби походтарҙа илдән ситтә үткәрә, апаһы менән бик оҙаҡ хат алыша һәм апаһының үлемен бик ауыр кисерә. 1718 йылда Карл да вафат була, уның вариҫы булып берҙән-бер ир туғаны, Софияның улы герцог Карл Фридрих ҡала, ләкин тәхеткә Карлдың һеңлеһе Элеонора Ульрике, ә һуңынан уның ире Фридрих Гессен-Кассельский ултыра.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Dictionary of Women Worldwide (ингл.): 25,000 Women Through the Ages / A. Commire, D. KlezmerDetroit: Gale, Yorkin Publications, 2006. — 2572 p. — ISBN 978-0-7876-7585-1
  2. 2,0 2,1 Hedvig Sofia (швед.) — 1917.
  3. Lundy D. R. Hedwig Sophie von Holstein-Gottorp // The Peerage (ингл.)
  4. Olsson M. http://kulturarvsdata.se/raa/samla/html/6890 — 1937. — Б. 455.
  5. Märta Berendes 1639-01-21 — 1717-10-18 Hovdam, författare, friherrinna // (unspecified title)