Гейченко Семён Степанович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гейченко Семён Степанович
рус. Семён Степанович Гейченко
Зат ир-ат
Рәсем
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
 Рәсәй
Патронимы йәки матронимы Степанович[d]
Тыуған көнө 1 (14) февраль 1903[1] или 14 февраль 1903({{padleft:1903|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[1]
Тыуған урыны Петергоф[d], Петербург губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 2 август 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[1] (90 йәш)
Вафат булған урыны Пушкин Тауҙары, Псков өлкәһе, Рәсәй
Ерләнгән урыны Воронич
Ҡәбере һүрәте
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө яҙыусы, музейный работник
Эш урыны Пенаты (усадьба)[d]
Пушкинский Дом[d]
Государственный Русский музей[d]
Михайловский (музей-ҡурсаулыҡ)
Уҡыу йорто Школа № 416[d]
Санкт-Петербург дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә филология фәндәре кандидаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ойошма ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Гейченко Семён Степанович Викимилектә

Гейченко Семен Степанович (1903 йыл1993 йыл) — совет һәм урыҫ яҙыусыһы-пушкинсы музей хеҙмәткәре. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1983). Псков өлкәһендә А. С. Пушкиндың «Михайловский» мемориаль музей-ҡурсаулығын тергеҙеҙе ойоштора.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гейченко Семен Степанович 1903 йылдың 1 (14) февралендә Петергофта тыуа. Атаһы, подпрапорщик Стефан Гейченко, Запорожье казактарынан, Петергофта атлы-гренадер полкында вахмистр-һыбайлы булып хеҙмәт итә.

Петергофта С. С. Гейченко тыуған ярымташландыҡ йорттағы иҫтәлекле таҡтаташ

Петергоф гимназияһында белем ала.

1924 йылда, Петроград университетының сәнғәт тарихы бүлеге студенты булараҡ, Петергоф һарайҙары-музейҙарына эшкә урынлаша, 1938 йылға тиклем унда һаҡлаусылар һәм ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. Фототека һәм архив булдырыу, 1936 йылда музей булараҡ ябылғанға тиклем Николай II Түбәнге дачаһы экспозицияһы менән шөғөлләнә. Һарай опистәрен төҙөүҙә әүҙем ҡатнаша.

Петергоф һарайҙары-музейҙары буйынса белешмәләр серияһы авторы. Рәсәй Фәндәр академияһының ИРЛИ-ҙа И. Е. Репиндың «Пенаты» йорт-музейында; 1938 йылдан — Рус музейында, 1939 йылдан — ИРЛАН-дың Әҙәбиәт музейында эшләй. Шул уҡ ваҡытта М. В. Ломоносовтың художество мираҫы буйынса диссертация яҡлай.

1941 йылда «советтарға ҡаршы пропаганда» (ст. 58, ч.1) өсөн ҡулға алына. Гейченко совет демократияһына, немецтар ҡыҫымы аҫтында сигенгән «еңеүсе» Ҡыҙыл армияға шик белдерә; И. В. Сталиндың һәм Совет власының етәкселеге крәҫтиәндәрҙе «бысраҡ һәм ас» итте, ти. 3 июлдә Сталин радио аша барлыҡ дезорганизаторҙар һәм паникерҙарға, һүҙ таратыусыларға ҡаршы көрәшергә тейешлекте һәм уларҙы кисекмәҫтән Хәрби трибуналға тапшырыу кәрәклеге тураһында сығыш яһай. 1941 йылдың июленән 1943 йылдың июленә тиклем Гейченко лагерҙа була.

1943 йыл<дан флотта хеҙмәт итә һәм Новгородта эргәһендә ҡаты яралана. Миномет расчеты командиры бул. Һул ҡулын юғалта.

1945 йылдың апрелендә Михайловское ауылында Пушкиндың дәүләт музей-ҡурсаулығы директоры итеп тәғәйенләнә. Тәүҙә землянкала йәшәрәг тура килгән биләмәгә килеп, ул музейҙы ҡабаттан тигәндәй булдыра һәм директор вазифаһында 45 йыл эшләй[2].

Был 1955 йылда инә КПСС сафына инә.

Ул ҡыңғырауҙар коллекцияһын йыя, Пушкин ерләнгән Святогорский монастырының Успение соборының ҡыңғыраулығын йыһазландырырға хыяллана. Гейченко үҙенең иң яҡшы ҡыңғырауҙары собор ҡыңғыраулығына ҡуйылыуына өлгәшә.

1993 йылдың 2 авгусында Псков өлкәһенең Пушкин тауҙары ҡасабаһында вафат була. Воронич ҡаласығында ерләнгән.

С. С. Гейченконың һәм уның ҡатынының ҡәбере

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2015 йылда Пушкин тауҙары ҡасабаһындағы Яңы Ржев урамының бер өлөшө Гейченко бульвары тип атала[3].

2016 йылдың 2 авгусында Санкт-Петербургтың (Петергоф ҡалаһы) Петродворец районының Үҙәк китапханаһына С .С. Гейченко исеме бирелә[4].

Наградалары һәм премиялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]