Генрих Герман Роберт Кох

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Генрих Герман Роберт Кох
Heinrich Hermann Robert Koch
RobertKoch cropped.jpg
Тыуған:

11 декабрь 1843(1843-12-11)

Тыуған урыны:

Клаусталь-Целлерфельд, Пруссия

Үлгән:

27 май 1910(1910-05-27)

Вафат урыны:

Баден-Баден

Ил:

Германия  союзы Германия союзы
Германия империяһы Германия империяһы

Фәнни даирә:

Микробиология

Эшләгән урыны:

Берлин университеты, Гигиена институты

Альма-матер:

Геттинг университеты

Билдәле уҡыусылары:

Йоханнес Фибигер, Август Вассерман, Джон Аддисон Фордайс

Танылыу алған өлкәләр:

туберкулёзды өйрәнеүсе

Наградалары һәм премиялары


Nobel prize medal.svg 1905 йылғы Физиология һәм медицина буйынса Нобель премияһы


Орден Красного орла Большой крест
Орден «Pour le Mérite»

Ге́нрих Ге́рман Ро́берт Кох (нем. Heinrich Hermann Robert Koch; 11 декабря 1843, Клаусталь-Целлерфельд27 май 1910, Баден-Баден) — немец микробиологы. Түләмә (сибирская язва) бациллаһын, холера вибрионын, туберкулёз таяҡсыһын асыусы. 1905 йылда туберкулёз таяҡсаһын өйенгән өсөн Нобель премияһы менән бүләкләнә.


Роберт Кох 1843 йылдың 11 декабрендә Клаусталь -Целлерфельде ҡалаһында Герман һәм Матильды Генриеттызз Кох ғаиләһендә тыуа. Ун өс балалы ғаиләлә өсөнсө бала була. 1848 йылда башланғыс мәктәпкә бара. Башланғыс меҡтәпте тамамлағас, Клаусталя гимназияһында уҡыуын дауам итә. Бала саҡтан медицина менән ҡыҙыҡһыныуы уны Геттинген университетына алып килә. Врач дипломын алып дауалау эше менән шөгөлләнә, һуңынан санитария врачы булып китә.

28 йәшенә ҡатына микроскоп бүләк итә. Ошо мәлдән һуң Кох дауалак эшен ташлап, көндәр буйы микроскопҡа ҡарап тикререүҙәр үткәрә. Бының өсөн сысҡандар үрсетә. Иң тәүҙә түләмә (сибирская язва) менән сирләтеүсе бациланыҡ тереклек итеү һәм йоғоу юлдарын өйрәнә. Күп тә үтмәй туберкулёз бицилаһын таба.

Микробтарҙы өйрәнеүгә талантлы ғалим баһалып бөткөһөҙ өлөш индерә. Ул микробиологияға нигеҙ һалыусы булап иҫәпләнә.

Роберт Кохтың фәнни эҙләнеүҙәре Берлин университетында һәм үҙе ойошторған Гигиена университетында алып барыла.

Миллионлаған кешене үлемдән ҡотҡарып ҡалған хеҙмәте —туберкулёз таяҡсаһын асҡан өсөн1905 йылда Нобель премияһы бирелә.

Роберт Кох Нобель премияһын алыуҙың йөҙ йыллығына арнап сығарылған Германия почта маркаһа
Файл:Кох берлин.jpg
Берлинда Роберт Кох һәйкәле үҙ майҙанында