Геология

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Геология
Рәсем
Рәсми сайт landsat.gsfc.nasa.gov
Өйрәнеү объекты Литосфера
Проект Викиданных wikidata.org/wiki/Wikida…
Commons-logo.svg Геология Викимилектә

Геология — (грек телендә γη- (ge-) — ер һәм λογος (logos) — өйрәнеү) — Ерҙең төҙөлөшөн, физик үҙенсәлектәрен, уның формалашыу тарихын өйрәнеүсе фән. Геология нефть, таш күмер, шулай уҡ тимер, баҡыр һымаҡ металдарҙы һәм башҡа тәбиғи ресурстарҙы табырға һәм ҡулланырға ярҙам итә.

Геология Ер һәм Ер ҡабығының составы, төҙөлөшө, үҫеш тарихы, файҙалы ҡаҙылмалар хасил булыу һәм уларҙың урынлашуын өйрәнеүсе фәндәр комплексы. «Геология» термины 1657 йылда Норвегия ғалимы М. П. Эшольт тарафынан тәҡдим ителә. Геологияның төп объекты- Ерҙең тышҡы таш ҡатламы — литосфера һәм, беренсе сиратта, Ер ҡабығындағы файҙалы ҡаҙылмаларҙы өйрәнеү һәм сығарыу өсөн уңайлы горизонттар.

Хәҙерге геология стратиграфия, тектоника, региональ геология, минералогия, петрография, литология, геохимия, файҙалы ҡаҙылмалар өйрәнеүҙе үҙ эсенә ала. Геология физик география, геофизика, кристаллография, палеонтология менән тығыҙ бәйләнештә. Ғәмәли әһәмиәткә эйә булған тармаҡтары — гидрогеология, инженер геологияһы һәм шулай уҡ яңы юнәлештәр — петрохимия, петрофизика һ.б. үҙенә бер төркөм хасил итә.

Scotsman James Hutton, father of modern geology

Джеймс Геттон (Хаттон) (ингл. James Hutton, (1726, Эдинбург — 1797) — Шотландия геологы, физигы һәм химигы. Дж.Хаттон геология һәм геохронологияға нигеҙ һалыусы тип иҫәпләнә. Ул геологик актуализм һәм плутонизм теорияларын булдыра[1][2]. Геолог Хаттон исеме хаттонит тигән минералға бирелгән.

Геология XVIII быуаттың 2-се яртыһы — XIX быуат башында тәбиғәт белеменең мөстәҡил тармағына әүерелә (Н. Стено ҡатламдарҙың өҙлөкһөҙ суперпозиция принциптарын билдәләй; В. Смит һәм Ж. Кювье киҫелеште биостратиграфик бүлемдәргә айырыу һәм тоҡомдарҙың сағыштырмаса йәшен билдәләү ысулын эшләй). 1840 йылдар башында фанерозойҙың стратиграфик шкалаһы төҙөлә. Шул уҡ ваҡытта, беренселәрҙән булып, XIX быуаттың 1-се яртыһы геологтары өсөн парадигма булған «күтәрелеш кратерҙары» тигән беренсе тектоник концепция барлыҡҡа килә (Л. Бух һәм А. Гумбольдт). Рәсәйҙә был теория яғында булыусылар булып Д. И. Соколов, Г. Д. Романовский, Н. А. Головкинский һ.б. тора. Күп илдәрҙә геология йәмғиәттәре ойоша, улар геология фәненең яңы ҡаҙаныштары тураһында фекер алыша, эҙләнеүҙәр тураһында материалдар баҫтырып сығара һәм ҡайһы бер эштәрҙе финанслай. 1805 йылда Мәскәүҙә тәбиғәтте тикшереү, 1807 йылда — Лондонда геология, 1917 йылда Рәсәйҙә минералогия йәмғиәттәре ойошторола. Системалы рәүештә план төшөрөү һәм эҙләтеү эштәре үткәреү зарурлығы һуңыраҡ милли геология хеҙмәттәре ойошторолоуға килтерә. 1882 йылда Рәсәйҙә геология комитеты ойошторола.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Геттон, Джеймс — Кругосвет энциклопедияһынан
  2. Геттон, Джеймс // Ҙур совет энциклопедияһы : в 30 т. / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]



Фән йүнәлештәре | Фән тураһында…
Гуманитар | Йәмғиәт | Тәбиғи | Техник | Практик
Математика | Физика | Химия | География | Астрономия | Геология | Биология | Тарих | Тел белеме | Филология | Фәлсәфә | Психология | Социология | Антропология | Иҡтисад | Информатика