Башҡортостан Республикаһының геология һәм файҙалы ҡаҙылмалар музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡортостан республикаһының геология һәм файҙалы ҡаҙылмалар музейы
{{{подпись}}}
Асылған ваҡыты 1934
Урынлашыуы Башҡортостан республикаһы, Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 47-се йорт
Сайт ecology.bashkortostan.ru/…

Башҡортостан республикаһының геология һәм файҙалы ҡаҙылмалар музейы — фәнни-ағартыу һәм уҡытыу-геология үҙәге.

Башҡортостан республикаһының геология һәм файҙалы ҡаҙылмалар музейы

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан республикаһының геология һәм файҙалы ҡаҙылмалар музейы 1934 йылда Башҡорт геология разведкаһы тресты янында төҙөлдө. Музейҙы булдырыу маҡсаты — Башҡортостан республикаһы территорияһында табылған тау тоҡомдары, руда һәм минералдар өлгөләрен һаҡлау .

1981 йылда музейға Өфө үҙәгендә Ленин урамы, 47-се йорт адресы буйынса бина бирелде.

1999 йылда музей геология һәм ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса идаралағы янында Башҡортостан Республикаһының геология һәм файҙалы ҡаҙылмалар музейы статусын алды.

Музей фондтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге ваҡытта музейҙа 3000 меңдән ашыу тау тоҡомдары, файҙалы ҡаҙылмалар, минералдар өлгөләре, фауна һәм флораның ташҡа әйләнгән ҡалдыҡтары күргәҙмәгә ҡуйылған.

Башҡорт Урал аръяғындағы баҡыр колчеданы һәм алтын сульфидлы рудалары өлгөләре, Суран ятҡылығы флюориттары, Малай Муйнаҡ һәм Яңы Троицк ятҡылыҡтарының йәшмәләре һәм ҡатламлы кварц өлгөләре, селлаитттың эре өлгөһө күргәҙмәгә ҡуйылған.

Музей экспонаттары иҫәбендә — габбро тәбиғи таштарҙың төрҙәре, долериттар һәм мраморланған эзбисташ.

Музей экспонаттарының дөйөм һаны — 5,5 мең, музей майҙаны — яҡынса 300 кв . м.

Музейҙа 3 зал бар:

  • төбәк һәм тарихи геология залы, бында докемрийҙың үрге тоҡомдары киҫелештәре, таулы Уралдың рифей тоҡомдары тәҡдим ителә;
  • файҙалы ҡаҙылмалар залы;
  • төҫлө таштар һәм минералдар залы. Бында Башҡортостан Республикаһында осрай торған декоратив таштарҙан төҙөлгән геология-структуралы карта ҡуйылған.

Музейҙы төҙөүҙә геологтар һәм ғалимдар Ф. Ф. Чебаевский, В. К. Яшнева, Р. Г. Орлова, Г. Ш. Жданов һ.б. ҙур өлөш индерҙеләр. Шулай уҡ музейға Башҡорт төбәк геология идаралығы начальнигы Латыш В. М., «Башкиргеология» ПГО-ның генераль директоры Попов В. М., Башҡортостан Республикаһы геология дәүләт комитеты рәйесе Мәһәҙиев Б. Д., Башҡортостан Республикаһы буйынса ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу идаралығы начальнигы Хәмитов Р. Ә., Башҡортостан Республикаһы экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу министры Шәйәхмәтов И. Ә. ярҙам иттеләр.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

http://img-fotki.yandex.ru/get/9263/36256508.2f/0_73461_8dc8f468_orig

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]