Афанасьев Георгий Емельянович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Георгий Емельянович Афанасьев битенән йүнәлтелде)
Афанасьев Георгий Емельянович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 28 февраль (11 март) 1848[1]
Тыуған урыны Өфө, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 15 декабрь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (77 йәш)
Вафат булған урыны Белград, Югославия короллеге
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө тарихсы, журналист, дипломат, банкир
Эш урыны Одесский национальный университет имени И. И. Мечникова[d]
Биләгән вазифаһы министр иностранных дел Украины[d]
Уҡыу йорто Одесский национальный университет имени И. И. Мечникова[d]
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d]
 Афанасьев Георгий Емельянович Викимилектә

Афанасьев Георгий Емельянович (28 февраль 1848 йыл — 15 декабрь 1925 йыл) — тарихсы, журналист, дәүләт эшмәкәре һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы, тарих фәндәре докторы. 1918 йылда Советтарҙың Украина Халыҡ Республикаһының сит ил эштәре министры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Георгий Емельянович Афанасьев 1848 йылдың 28 февралендә Рәсәй империяһының Өфө ҡалаһында тыуған Атаһы хәрби хеҙмәткәр була. Ырымбур (Өфө) гимназияһында, 1865 йылдан 1869 йылғаса Новороссийск университетының тарих факультетында (Одессала) уҡый.

Студент сағында уҡ йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Студент түңәрәктәренең береһенең етәксеһе була, «ышанысһыҙ»ҙар исемлегенә индерелә. 1869 йылда университетты тамамлағандан һуң Новороссийск университетының дөйөм тарих кафедраһы буйынса профессор исемен алыуға әҙерләү өсөн университетта ҡалдырыла, аҙағыраҡ — дөйөм тарих кафедраһы приват-доценты (1884). Одессала ҡатын-ҡыҙҙар өсөн шәхси гимназияларҙың береһендә тарих фәнен уҡыта.

Дөйөм тарих буйынса доктор булһа ла, «ышанысһыҙ» тигән шик аҫтына алынып, уға яла яғыла. Профессор булып китә алмай.

1894 йылда Киевҡа күсенә һәм Дәүләт банкыһы контораһы директоры (идарасыһы) булып китә. Уның тырышлығы менән 1905 йылда архитектор Вербицкий һәм инженер Кобелев проекты буйынса Киевта банкының яңы бинаһы төҙөлә. 1918 йыл аҙағына тиклем Киев банкыһының алыштырғыһыҙ директоры була.

Банк директоры булып эшләгәндә Афанасьев шулай уҡ Үҙ-ара кредит ширҡәтенә лә етәкселек итә, Киевта коммерция училищеһын һәм гимназияһын аса, хәйрийә эшмәкәрлеге менән дә шөғөлләнә, атап әйткәндә, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә .

Дәүләт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Киевта дәүләт түңкәрелешенән (1918 йылдың 29 апрелендә) һәм Украина халыҡ республикаһы хөкүмәте ҡолатылғандан һуң Украина Державаһы иғлан ителә, гетман Павел Скоропадский ойошторолоусы хөкүмәткә тарихсы һәм финанс белгесе Г. Афанасьевты саҡыра, ул 1918 йылдың 3 майында дәүләт контролеры сифатында хөкүмәт составына инә. 1918 йылдың 14 декабренән — сит ил эштәре министры.

Был вазифала Украинаның тышҡы сәйәси курсын үҙгәртергә һәм Антанта илдәре менән берлек төҙөргә тырышыуы уңыш килтермәй.

Скоропадский уның Антанта менән берләшергә, ә Украинаның Германия менән союзына аяҡ салырға тырышыуын һәм «ғәмәлдәге ысынбарлыҡҡа иғтибар бүлеп бармауын» билдәләй. Украин милли лагерынан Скоропадскийға ҡаршылар Афанасьевтың урыҫ булыуын һәм тел мәсьәләһендә украиндарға ҡаршы булыуын да онотмай билдәләп үтәләр.

1918 йылдың октябрендә Афанасьевтың гетманаттың 9 министры (Н. Василенко, А. Ржепецкий, С. Гербель, С. Гутник, Романов, В. Зеньковский, В. Колокольцов, Ю. Вагнер, Афанасьев һәм С. Завадский) менән бергә премьер Ф. Лизогубҡа, Рәсәй менән федерация төҙөүҙе талап итеп, хат яҙыуҙарын да иғтибарҙан ситтә ҡалдырмайҙар.

Гетманат түңкәрелгәндән һуң Афанасьев Одессаға килә, «Одесский листок» менән хеҙмәттәшлек итә, унда үҙенең мәҡәләләрен баҫтыра. Аҙағыраҡ Сербияға (Сербтар, хорваттар һәм словендар Короллегенә) күсеп китә. Белград университетының философия факультетына профессор итеп һайлана, 1925 йылдың 15 декабрендәге вафатына тиклем шунда эшләй.

Ғилми эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғалим, нигеҙҙә, Францияны тикшереү менән шөғөлләнә. Үҙенең магистр («Главные моменты министерской деятельности Тюрго» (Одесса, 1884)) һәм докторлыҡ диссертацияларын («Условия хлебной торговли во Франции в конце XVIII века», 1892) ул был илдең тарихындағы айырым ваҡиғаларына арнай, бының өсөн ул Париж архивтарынан ҡиммәтле материалдар йыя. 1892 йылда Е. Афанасьевтың «XVIII быуат аҙағында Францияла иген һатыу шарттары» тигән күләмле китабы сыға. Француз тарихсыһы П. Левассёр был китапҡа бик юғары баһа бирә.

Китап француз теленә лә тәржемә ителә. Атаҡлы энциклопедисттар Брокгауз һәм Ефрон нәшриәтендә «Дәүерҙәр һәм илдәр буйынса Европа тарихы» коллекцияһын баҫтырып сығарыуға әҙерләгәндә Афанасьевҡа «Ирландия тарихы» китабын яҙырға тәҡдим итәләр (1907 йылда донъя күрә). 1908 йылда бер нисә томда «Тарихи һәм иҡтисади мәҡәләләр» китабын баҫтырып сығара.

Ғалим тикшеренеүҙәрен төрлө темаларға лекциялар уҡыу менән аралаштырып алып бара.

Һайланма хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Два момента конституционной истории Англии XIX века. — Одесса, 1882;
  • Главные моменты министерской деятельности Тюрго. — Одесса, 1884;
  • Внешняя политика Наполеона ІІІ. — Одесса, 1885;
  • Судьбы Ирландии. — Одесса, 1887;
  • Две публичные лекции о Марии Стюарт. — Одесса, 1888;
  • Капитал, спекуляция и банкиры. — Одесса, 1893;
  • Наши конкуренты. — Одесса, 1893;
  • Гугеноты при Людовике XIV. — Одесса, 1895;
  • Наполеон І. — К., 1898;
  • Мирабо. — Одесса, 1902;
  • Исторические и экономические статьи. Т. I. Киев, 1909;
  • Наполеон и Александр. Причины войны 1812 года. — К., 1912.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Кареев Н. И. Историки французской революции. Т.3: Изучение французской революции вне Франции. — Л., 1925. — С.168;
  • Молок А. И. История Франции нового времени в трудах русских историков // Ист. журнал. — 1945. — № 1/2. — С.53;
  • Очерки истории исторической науки в СССР. Т.3. — М., 1963. — С.486;
  • Скоропадський П. Спогади. Кінець 1917 — грудень 1918. — К.;
  • Філадельфія, 1995. — С.268,316,324,325,372,376;
  • Стрельський Г. Діячі України доби національно-визвольних змагань (1917—1920 рр.) // Історія в школі. — 1998. — № 5-6. — С.48;
  • Таран Л. В. Историческая мысль Франции и России. 70-е годы XIX — 40-е годы XX вв. — К., 1994. — С.69-71, 172;
  • Енциклопедія українознавства. — Т.1. — 1955. — С.77.
  • Тарас Гончарук, Ірина Дружкова. Одесити — міністри урядів Української держави гетьмана П. Скоропадського: матеріали до історичних портретів Сергія Гутника та Георгія Афанасьєва
  • В. Савченко. «Одеські історики»
  • Капарулін Ю. В. Георгій Афанасьєв (1848-1925): нариси біографії і наукової творчості // Наукові праці історичного факультету Запорізького національного університету. — Запоріжжя: ЗНУ, 2015. — В. 43.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. різні автори Енциклопедія сучасної України (укр.)Інститут енциклопедичних досліджень НАН України, 2001. — ISBN 966-02-2075-8