Эстәлеккә күсергә

Кацерик Георгий Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Георгий Кацерик битенән йүнәлтелде)
Кацерик Георгий Иванович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 12 май 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 26 декабрь 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[1] (86 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй[1]
Һөнәр төрө табип, шағир, яҙыусы, тәржемәсе, журналист
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт медицина институты[2]
Ойошма ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы[2]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Кацерик Георгий Иванович (12 май 1934 йыл26 декабрь 2020 йыл) — табип, Башҡортостанда тыуып, рус телендә ижад иткән яҙыусы, шағир, тәржемәсе һәм журналист. 1986 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Степан Злобин исемендәге әҙәби премия (2007) һәм «Бельские просторы» журналы премияһы лауреаты.

Георгий Иванович Кацерик 1934 йылдың 12 майында Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.

Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Өфө моторҙар эшләү заводына эшкә бара. Бер үк ваҡытта киске мәктәптә урта белем ала һәм артабан Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә.

Студент йылдарында шиғриәт менән мауыға, әҫәрҙәре «Ленинец» республика йәштәр гәзитендә шиғырҙары баҫыла, ул башҡа йәш шағирҙар менән таныша. Артабан әҫәрҙәре «Костры» һәм «Волны» коллектив йыйынтыҡтарҙа, «Урал» һәм «Уральский следопыт» әҙәби журналдарында, «Литературная Россия» аҙналыҡ гәзитендә күренә башлай.

1959 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағандан һуң, республиканың төрлө медицина учреждениеларында эшләй: 1960 йылдан алып Бөрйән районында хирург, дауаханала баш табип урынбаҫары була[3]. 1969 йылдан — Стәрлетамаҡ ҡалаһында психоневрология диспансерының баш табибы, 1977—1978 йылдарҙа — Бөрө үҙәк район дауаханаһының, 1993—1994 йылдарҙа — Республика наркология диспансерының (Өфө) бүлек мөдире.

2004—2011 йылдарҙа «Истоки» гәзите хәбәрсеһе, мәҡәләләр яҙа, әҙәби күҙәтеүҙәр эшләй, күп йылдар профессиональ рәүештә һаулыҡ серҙәренә һәм кеше организмының уникаль мөмкинлектәренә бағышланған рубрика алып бара.

Оло әҙәбиәткә Кацериктың юлы еңел булмай. Ниндәйҙер кимәлдә тейелмәй торған Бөрйәндең иҫ китерлек матурлығы уның яҙыусы булыуға этәргес көс булғандыр.

«Ҡәләм һәм скальпель» («Перо и скальпель») исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1977 йылда сыға. Был китабы тулыһынса тыуған яҡҡа, башҡорт тәбиғәтенә, ябай хеҙмәтсәндәргә, ауыл табиптарына ҡарата яҡты хистәр менән һуғарылған. «Ылыҫ шаңдауы» («Хвойное эхо»; 1984), «Бөрйән көндәлеге» («Бурзянский дневник»; 1994) китабына Башҡортостандағы ҡурсаулыҡтар тураһындағы хикәйәләре һәм очерктары ингән. Георгий Кацерик балалар өсөн дә күп яҙа, «Бағырлы шишмә» («Форелевый ручей»; 1990), «Ала Буға ҡайҙа йәшәй?» («Где живёт Ала-Буга?»; 1994) һәм башҡа китаптар авторы[4].

Һуңғы йылдарҙа Георгий Иванович үҙенең уҡыусыларын «Урал батыр» эпосы мотивтары буйынса яҙылған «Ҡояш ҡыҙы» («Дочь солнца»; 2004) әкиәттәр йыйынтығы, «Иҫке умарта» «Старая борть» китабы, «Күк диңгеҙ» («Сине море»; 2007), «Кисәге шәхес» («Вчерашнее лицо»; 2014) шиғри йыйынтыҡтары менән ҡыуандырҙы. «Истоки» гәзитендә уның «Аҙаҡҡы һөйөү» («Последняя любовь») һәм «Ҡартайған ҡояш» («Старое Солнце») поэмалары баҫылып сыҡты. «Бельские просторы» журналында «Житие Федора Веревкина» повесы һәм наркомания проблемаларына бағышланған «Беҙгә төн килеп инә» («К нам вторгается ночь») яҙмалары донъя күрә. «Башҡортостан рус әҙәбиәтендә» йыйынтығына ла уның шиғырҙарының шәлкеме индерелә (2004)[5].

«Излечение неизлечимых» (2009) китабы йәмғиәттә киң билдәлелек яуланы, был китапта Георгий Кацерик наркомандарҙы дауалау һәм профилактика буйынса үҙенең бай тәжрибәһе менән бүлешә[5].

Кәбир Аҡбашев, Рәми Ғарипов, Земфира Муллағәлиева, Сафуан Әлибай һәм башҡа әҙиптәрҙең шиғырҙарын рус теленә тәржемә итә.

Ижадсы 1986 йылда СССР Яҙыусылар союзына ҡабул ителә, Башҡортостан Яҙыусылар союзының рус телле яҙыусылар секцияһы эшендә бик әүҙем ҡатнаша.

Георгий Иванович Кацерик оҙайлы ауырыуҙан һуң 2020 йылдың 26 декабрендә Өфө ҡалаһында вафат булды[6].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Бельские просторы» журналының премия лауреаты.
  • Степан Злобин исемендәге премия лауреаты (2007 — «Знахарь» повесы өсөн. Кацерик — Злобин премияһының унынсы лауреаты булды[7].
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 декабрь 2017)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 декабрь 2017)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 1 декабрь 2017)