Георг Вильһельм Фридрих Гегель

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Георг Вильгельм Фридрих Гегель
Georg Wilhelm Friedrich Hegel
1831 Schlesinger Philosoph Georg Friedrich Wilhelm Hegel anagoria.JPG
Гегель. Шлезингер Якоб рәсеме
Тыуған ваҡыты:

27 август 1770({{padleft:1770|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})

Тыуған урыны:

Штутгарт, Вюртемберг

Үлгән ваҡыты:

14 ноябрь 1831({{padleft:1831|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (61 йәш)

Вафат урыны:

Берлин, Пруссия

Мәктәп/традиция:

гегельянство

Йүнәлеш:

Европа философияһы

Ваҡыт арауығы:

XIX быуат философияһы

Төп мәнфәғәте:

логика, философия тарихы, эстетика, дин, метафизика, эпистемология, сәйәси философия

Мөһим идеялары:

абсолют идеализм, диалектика

Йоғонто яһаған шәхестәр:

Аристотель, Ансельм, Рене Декарт, Бенедикт Спиноза, Жан Жак Руссо, Якоб Беме, Иммануил Кант, Готлиб Фихте, Вильгельм Шеллинг

Дауам итеүсе шехестер:

Розенкранц, Фейербах, Маркс, Энгельс, Бруно Бауэр, Томас Грин,
Брэдли, Ленин, Хайдеггер, Маркузе, Александр Кожев, Сартр,
Карл Барт,
Ханс Кюнг, Хабермас, Гадамер, Ильенков, Чарльз Тейлор

Имзаһы:

подпись

Викиөҙөмтәлә Цитаталар
Lib.ru сайтында әҫәрҙәре
Викикитапханала әҫәрҙәре

Гео́рг Вильһе́льм Фри́дрих Ге́гель (нем. Georg Wilhelm Friedrich Hegel, 1770—1831) — бөйөк немец фәйләсуфы, объектив илдеалист, немец классик философияһының бөйөк һәм атаҡлы вәкиле. Гегельдың фәлсәфи тәғлимәте марксистик философия өсөн теоретик сығанактарҙың береһе булып иҫәпләнә. Ул бөтә булған материя нигеҙендә Даими Рух (нем. Absolutes Geist) ята, тип өйрәтә. Даими Рухтың дәүмәлдәге аңлатмаһы — тәбиғәт, ваҡыттағы аңлатмаһы — тарих, тип белдерә. Халыҡтар араһындағы Даими Рух көсөргәнешлеген — һуғыш тип, белдерә. Гегель объектив идеализм фәлсәфәһе нигеҙендә диалектика теорияһын булдыра.

Гегель, философия фәнендә беренсе булараҡ, идеалистик фекер нигеҙендә диалектик методты иҫбатлаусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Тәүге осор 1770—1801[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

1770 йылда Штутгарт ҡалаһында юғары дәрәжәлдәге чиновник ғпиләһендә тыуа. Тюбинген ҡалаһының теологик институтында философия һәм теология буйынса белем ала. Йәш ғалимдың сәйәси ҡараштарына Бөйөк француз буржуаз-демократик революцияһының (1789—1794) идеялары ҙур йоғонто яһай. Ул Германиялағы феодаль, консерватив тәртиптәрне тәнҡит итә, республика принциптарын алға ҡуя. Боронғо Греция демокра-тияһына юғары бәйә бирә, йәмғиәттең рухи тормошона килгәндә, христиан динен тәнҡитләп сыға. Гегель үҙенең беренсе хеҙмәттәрендә, Германияның тарҡаулығына бошоноп, буржуаз тәртиптләр нигеҙендә үҙгәртеп ҡороу идеяларын яҡлап сыға.

Йена, Бамберг һәм Нюрнберг: 1801—1816[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

XVIII быуаттың аҙағынаса ул уҡытыусылык, мөхәррирлек кәсептәре буйынса эштәр алып бара, ә 1801 йылда Йена университетында уҡыта башлай. Был уның ижади эшсәнлегендә яңы этапты асып ебәрә. Ул Кант менән Фихтеның субъектив идеалистик пландағы хеҙмәтләрен тәнҡитләп сыға. Ошо (Йена университетындагы) осорҙа ул үҙенең «Рухтың үҫеше» тигән атаҡлы хеҙмәтен ижад итә. Ә һуңыраҡ, Нюрнберг ҡалаһында гимназия директоры булған йылдарында (1808—1816), иң ҙур мактауҙарга эйә булған «Логика фәне» тигән әҫәрен яҙа.

Гейдельберге һәм Берлин: 1816—1831[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Гегель, тора-бара, үҙенең һул тарафтарҙа формалашҡан ҡараштарынан ваз кисә башлай. Был ҡарашҡа Европала Наполеондың еңелүенән һуң башланған реакция, йәғни иҫке тәртиптәргә ҡайтыу сәйәсәте йоғонто яһай. Шуның нәтижәһендә Гегельдың фәлсәфи, шулай ук сәйәси ҡараштарында уңға табан боролош һиҙелә башлай. Ул Пруссия хөкүмәтенең рәсми рәүештә билдәләнгән философы булып раҫлана. Был дәрәжәгә ирешү менән ул үҙенең сәйәси ҡараштарын «яңырта» башлай, Пруссия дәүләтенең аҡыл нигеҙендә йәшәгәнлеген иҫбатларға тараша, ә ғилми өлкәлә үҙенең иң күләмле, шул ук ваҡытта шаҡтай ҡаршылыклы «Философия фәне энциклопедияһы» тигән хеҙмәте өҫтөндә эшләй. 1818 йылдан башлап үлгәнсегә ҡәҙәр, ул Берлин университетында уҡыта. 1830 йылдарҙа Гумбольдт исемендәге Берлин университеты Ректоры вазифаһына тәғәинләнә.

Философияһы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Иҫ һәм аҡыл[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Фридрих Шеллингҡа ҡаршы Георг Гегель аҡыл күреүҙе (intellectuelle Anschauung) аҡыл менән айырманы. Аҡыл — аҡыл күреүҙен түбәнге басҡыс.

Идеализм ҡараштары[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Гегель «Рухтың үҫеше» хеҙмәтендә абсолют идеализм принциптарын дәлилдәргә тырыша. Уныңса, донъяның нигеҙен абсолют идея, йәғни шәхсилеккә эйә булмаған донъя күләмендәге аҡыл тәшкил итә. «Рухтың үҫеше» әҫәрен белгестәр өс бүлеккә айырып ҡарайҙар.

Гегельдың «Рухтың үҫеше» хеҙмәтендә иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе рәүешендә «ситләштерү» (нем. — Entausserund, русса — «отчуждение») категорияһы ҡарала. Уның мәғәнәһе ҡатлаулы, шунлыҡтан, күрәһең, Гегельдан һуңғы ғалимдәр был төшөнсәгә башҡа төрлөрәк мәғәнә һалып эш итергә тырышалар. Шулай ҙа Гегель үҙе был төшөнсәне түбәндәгесә аңлата: «Ситләштерү» ул — барлыҡ әйберҙәрҙең рухтан яралып барлыҡҡа килеүе. Шул уҡ ваҡытта, ул — кеше тарафыннан тыуҙырылған һәм уның есми көстәрен кәүҙәләндергән төрлө ҡиммәттәр ҙә (мәҫәлән, фән, сәнғәт әҫәрҙәре). Гегель, үҙенә тиклем йәшәгән башҡа ғалимдәр кеүек үк, донъяла булған барлыҡ әйберҙәрҙе (тәбиғәт предметтарын, йәмғиәттәге барлыҡ ҡиммәттәрҙе) ниндәйҙер системаға һалып аңлатырга тырыша. Һәм был тырышлыҡ үҙ кәүҙәләнешен Гегельдың теорияһындә таба ла. Гегель, башҡа ғалимдәр кеүек үк, иң «әүвәл сәбәп», «ниҙән нәмә башланған?», «нимә нәмәне тыуҙырған?» һ. б. шундай һорауҙарға яуап табырға ымтылып, "иң әүвәл"де абсолют идея сифатында таныуын белдерә. Уныңса, абсолют идея ул — иң беренсел, барлыҡ нәмәләр шунан башлана. Ләкин абсолют идея, Гегельса, даими үҙгәрештә, һәм ул ошо үҙгәреш процессында, йәнәһе, үҙенең бүтән формаһына — тәбиғәткә әүерелә (тимәк, тәбиғәткә тейешле «кәштә» табылды). Ләкин абсолют идеяның үҙгәрештә, үҫештә булыуы бының менән генә сикләнмәй, ул, Гегель фекерләүе буйынса, тәбиғәт формаһын йыртып сыға ла, абсолют рухҡа әүерелә һәм үҙен йәмғиәт тормошонда, ижтимағи аңдың төрлө формаларында таба (шулай итеп, йәмғиәткә лә тейешле «кәштә» табылды, тигән һүҙ). Был, өс этаптан торған процесс, Гегель системаһының скелеты, каркасы, Гегельдың донъяла булған барлыҡ предметтларҙы һәм күренештәрҙе ошо каркаска нигеҙләп ҡарай.

Әгәр дә Гегель бары тик ошо уйҙырмалы системаның авторы ғына булған тәҡдирҙә ул әллә ни юғары күтәрелә алмаған булыр ине.

Гегель диалектикаһы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Гегель — философия тарихына идеалист булып кына түгел, бәлки диалектик идеалист булып кергән шәхес. Уның белемдәр, фекерҙәр байлығы тирән була. Гегель үҙенең хеҙмәттәрендә тарих, дәүләт]] теорияһы, хоҡуҡ, әхлаҡ, сәнғәт өлкәһенән, киң ҡырлы фәнни сығанаҡтарҙан мәғлүмәттәр килтерә. Былар Гегельдны ифрат киң, ысын энциклопедик аҡыл эйәһе сифатында күрһәтә. Уның хеҙмәттәрендә урын тапкан күҙәтеүҙәр, фекерҙәр шул тиклем бай, уларҙы өйрәнеүсе кеше Гегельдың юғарыла иҫкә алынған системаһына әллә ни иғтибар ҙа бирмәй, уның зиһене күп төрлө һәм ҡыҙыклы мәғлүмәттәр өйрмәһендә ҡала.

Рух һәм мантыйк (логика)[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Гегельдың «Философия фәненәре энциклопедияһы» хеҙмәте ул, ысындан да, энциклопедия. Был хеҙмәт өс ҙур өлөштән тора: «Мантыйк» (логика), «Тәбиғәт философияһы» һәм «Рух философияһы». Һәр өлеш күп һандағы томдарҙан тора, Гегельдың «Мантыйк» ғилеме, ғөмүмән, философия фәненең иң юғары баҫҡысын кәүҙәләндергән теоретик хеҙмәт, Гегельдың был йүнәлештәге ижади эше энциклопедияға кергән «кесе мантыйк» өлөшө менән генә сикләнмәй, ул үҙ эсенә «ҙур мантыйк»-ты ла, шулай уҡ Нюрнберг гимназисттары алдында уҡыған лекцияләр йыйылмаһын да һыйҙыра. «Мантыйк» бүлеге — был күп томлы хеҙмәттнең иң отошло, иң юғары бәйәгә эйә булған өлөшө. Сөнки был бүлектә Гегель тәғлимәтенең «рациональ оролоғо», революцион әһәмиәт ҡаҙанған фекерҙәре тупланған. "Мантыйк"та Гегель объектив канундарҙы һәм категорияларҙы дәлилләй. Был — диалектика. Ләкин Гегельдың диалектикаһы, башлыса, объектив реальлек диалектикаһы түгел. Бәлки идеялар өлкәһендәге диалектика. Уныңса, объектив реальлектәге диалектика ул фәҡәт идеялар өлкәһендәге диалектикауның сағылышы ғына. Ф. Энгельс бындый фекер йөртөүҙе Гегельдың әлеге йүнәлештәге ҡараштарын быолай характерлай: Гегельдың диалектикаһы, ти ул, аяҡтар өстөндә түгел, бәлки баш түбән баҫып тора һәм уның Маркс тарафынан аяҡтарына баҫтырылыуы һис ғәжәп түгел. Гегель һәр нәмәнең үҙгәрештә, үҫештә булғанлығын иҫбатларға ымтыла. Ләкин уның өсөн беренселек — идея, рух, әмма реальлек түгел. Улай ғына булһа ине, үҙгәреш, үҫеш рухтың, абсолют идеяның тәбиғәткә, йәмғиәткә әүерелеү этабына тиклем генә хас. Тимәк, үҫеш һәм, ғөмүмән, үҙгәреш бөгөнге көнгә, шулай уҡ киләсәккә бөтөнләй ҡағылмай булып сыға. Гегельдың диалектикаһы уның замандаштарына ҙур йоғонто яһай. Әлбиттә, уның фекерҙәре менән килешмәүселәр ҙә табыла. Ләкин һәр хәлдә Гегельдың күп кенә фекерҙәре уның замандаштары өсөн сенсация булып ҡабул ителә, улар араһында төрлө бәхәстәр ҡуҙғата. Мәҫәлән, уның «аҡылғга эйә булған һәр нәмә ысынбарлыҡҡа әүерелеүсән, һәр ысынбарлыҡҡа әүерелгән нәмә аҡылға эйә» тигән фекере күптәрне үҙенең тирәнлеге һәм тапҡырлығы менән таң калдыра. Ф. Энгельс иҫкәрткәнсә, Гегель замандаштарының күбеһе был фекерҙе уның бөтөн тирәнлеге менән аңлап та еткермәгәндәр.

Диалектика закондары[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Гегельдың «ысынбарлығы» — шул ук ваҡытта зарурлык та ул. Быны аңламаусылар өсөн ысынбарлыҡҡа әүерелгән һәр нәмә (бәлки ул хаталы эш, хәтта енәйәттер) аҡылға эйә булып сыға түгелме һуң? Шуңа күрә былай фекерләү, хаҡиҡәткә ирешеү юлын билдәләй алмай, әлбиттә. Юғарыла иҫкә алынғанса, Гегель үҙенең хеҙмәттәрендә диалектиканың канундарына һәм категорияларына ҙур урын бирә. Мәҫәлән, һан үҙгәрештәренең сифат үҙгәрештәренә китереүе сама категорияһына бәйле, тип ҡарай Гегель.Һан үҙгәрештәренең нәтижәһендә яңы сифаттың барлыҡҡа килеүен, ул үҙгәреш процессының өҙөлөүө, һикереше тип бәйәләй. Был законсалыҡты ул йән эйәһенең тыуыу һәм үлеү акттарында, ә тәбиғәт өлкәһендә химик элементтарҙың барлыҡҡа килеү йә иһә, нәҡ киреһенсә, тарҡалыу күренештәрендә күрһәтә[1]. Гегельдың һан һәм сифат үҙгәрештәре араһындағы бәйләнеште асҡан кануны ҙур әһәмиәткә эйә. Ул Гегель тәғлимәтеның революцион рухын тәшкил итә. Был яҡтан ҡарағанда, Гегельдың ҡаршылыҡтар тураһындағы теорияһы ла ифрат әһәмиәтле. Эске ҡаршылыҡтарҙы ул предметтарҙың үҫеш сығанагы тип бәйәләй.

Ләкин ҡаршылыҡтарҙың сишелешен ул еңелерәк формала ғына, ҡаршы яҡтарҙың үҙ-ара килешеү ысулы менән башҡарылу мөмкинлегендә генә күрә. Гегель диалектик инҡарлауҙы үҫеш моменты тип һанай. Уның инҡарҙы инҡарлау канунын асыуы ла ошо ҡарашка бәйләнгән. Бының өсөн ул философия фәнендә Кант һәм Фихте тарафынан нигеҙ һалынған өс ҡатлылыҡ (триада) категорияһын файҙалана. Ләкин Гегельдың был категорияһы шаҡтай үҙгәрә, һәм ул үҙенә ҙур бурыс туплаған. Инҡарҙы инҡарлай кануны буйынса, предметтарҙың һәм күренештәрнең үҫеш процессында өс этап күҙәтелә. Улар тезис, антитезис һәм синтез рәвешендә сағылалар. Был канунды асыуҙың иң ҙур әһәмияте шунда, ул донъяның түңәрәк һыҙығыдай үҙенә кире әйләнеп ҡайтыу теорияһын юҡка сығара. Гегель бөтөн һәм өлеш, аҫыл һәм күренеш, зарурлыҡ һәм осраҡлылыҡ, эсчтәлек һәм форма, шулай уҡ ҡайһы бер башҡа категориялар тураһында ла фекерҙәр ҡалдыра. Уның зарурлыҡ һәм ирек категориялары диалектикаһы айырым иғтибарға лайыҡ. Гегель фекеренсә, иреккә фәҡәт зарурлыҡты танып белеү нигеҙендә генә ирешергә мөмкин. Гегельдың был фекере, дөрөҫ. Әмма ул абстракт тәғбир булып ҡына ҡала. Йәмғиәттәге күренештәргә уның бер ниндәй мөнәсәбәте юҡ. Гегель «Энциклопедия»һының икенсе өлөшө, «Тәбиғәт фи-лосоияһы», абсолют идеяның тәбиғәт формаһында кәүҙәләнешен ҡарауға бағышланған. Был өлеш үҙе өс киҫәктән — механика, физика һәм органик физиканан тора. Гегель ваҡыт, ғаләми һуҙынҡылыҡ категорияларын материяға бәйләп ҡарай. Ә хәрәкәт, нисектер, материянән тыш һәм бәйһеҙ, фәҡәт ваҡыт һәм ғаләми һуҙынҡылыҡ менән бәйләнештә генә алына. Гегель, ғөмүмән, үҙ заманындағы асыштар менән таныш булһа да, уның фәлсәфи фекерҙәре белемдәренең сикле булғанлығын күрһәтә. Ул яҡтылыҡтың тулҡынлы аҫылын танымай, шулай уҡ, ғәҙәти идеалисттарса, атомистик теорияны кире ҡаға.

Гегель әлеге күләмле хеҙмәтенең өсөнсө өлөшөн тәшкил иткән "Рух филосоияһында кешенең аңға, аҡылга эйә булған эшсәнлеген анализлай. Рух филосоияһы ла өс киҫәксеккә (субъектив рухҡа, объектив рухҡа һәм абсолют рухҡа) бүленеп тикшерелә. Субъектив рух, нигеҙдә, индивидуаль аңды характерлауға бағышланған. Индивидтың рухи үҙгәреше, үҫеше, ғөмүмән, кешелек тоҡомоның интеллектыуаль үҫешенә бәйләп ҡарала. Был өлештә енси, милли, ерле айырымлыҡларға урын бирелә. Шулай ук шәхес проблемаһы ла куҙғатыла, уның психологик аспекттары тикшерелә. Объектив рух өлөшөндә, ғөмүмән, кешелек йәмғиәтенә хас булған күренештәр ҡарала. Объектив рух үҙенең үҫешендә, Гегельса, өс басҡыс уҙа: хоҡуҡ, әдәп һәм әхлаҡ. Ләкин Гегель был күренештәрҙең синфи үҙенсәлеккә эйә булыуларын күрмәй, улар күберәк абстракт яҫылыҡта ғына ҡарала. Гегель дәүләт теорияһы буйынса да ҙур иғтибарга лайыҡлы фекерҙәр әйтә. Ә «граждансыл йәмғиәт» бүлегендә ул хатта кешенең барлыҡҡа килеүендә хеҙмәттең ролен дә күрһәтергә ымтыла. Шул ук ваҡытта күп кенә категорияларҙы ҡарағанда ул үҙенең идеалистик планда сикләнгәнлеген күрһәтә. Мәҫәлән, дәүләттең эске һәм тышҡы функцияларын ул бөтөнләй күрмәй тейерлек, дәүләт — уның өсөн үҙ маҡсат. Шул ук ваҡытта дәүләттең йәшәүе, уныңса «Алланың ошо донъяла атлап барыуы»[2]. Гегель, үҙ ижадының башланғыс осоронда демократик республика идеялары менән мауығып йәшәгән булһа, һуңыраҡ осорҙарда, юғарыла иҫкәртелгәнсә, уңган боролош яһай: демократияны тәнҡитләй, феодаль тәртиптәр менән килешкәнлеген күрһәтә, ә дәүләттең иң камил формаһын конституцион монархияла күрә башлауын белдерә. Абсолют рухты Гегель ижтимағи аң формуларында — сәнғәттә, диндә һәм философияла күрә. Сәнғәтте һәм гүзәллекте Гегель үҙенә генә хас фекерҙәр менән аңлата. Был мәсьәләлә ул иң алғы планға идеал категорияһын ҡуя. Уның үҫеш баҫҡыстарын сәнғәттең формулары тип бәйәләй. Уларҙы ул символдарга нигеҙләнгән (йәнәһе Көнсыгыш сәнғәте), классика (боронғо антика сәнғәте) һәм романтика (урта быуат һәм заман сәнғәте) формулары тип айыра. Шулар араһында боронғо антика сәнғәтенә айырым өҫтөнлөк бирә.

Сәнғәт һәм эстетика[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Гегель сәнғәт теорияһы һәм эстетика буйынса бай эстәлекле хеҙмәттәр ҡалдыра. Уның «Эстетика буйынса лекциялары» ғыга дә дүрт томлыҡ хеҙмәттән тора. Гегель үҙ заманы сәнғәтендә сағылдырылған күренештәр нигеҙендә даһиларса ысын сәнғәттең киләсәге өсөн хәүефле тенденцияларҙы (формализмды ғөмүмән тарҡалыу ҡурҡынысын) күрә алған.

Дин һәм фәлсәфә[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Дин менән философияны Гегель ике тоташ рухи күренеш тип ҡараған. Уныңса, айырма бары шунда ғына, әгәр ҙә дин Алла булһа, философия — хаҡиҡәт. Улар формулары менән генә бер-береһенән айырыла. Әйтәйек, дин күрһәтү формаһы булһа, философия — кешене уйландырыусы форма, Гегель, философия менән динде бер рәткә ҡуйып, Европа ижтимағи фекере ҡаҙаныштарынан артҡа сигенгән булып сыға. Сөнки филосо- фияның белемгә, ә динднең ышаныуға ғына ҡоролған икәнлеген шул ук немец философтары (мәҫәлән Кант) инде таныған була. Гегель дин тураһындағы фекерҙәрен «фәлсәфиләштерергә» лә тырышып ҡараған. Хатта Алланың христиан дине буйынса өс кыяфәттә ("троица"ла) кәүҙәләнгәнлеге тураһындағы ғейбәрәләрҙе үҙенең өс ҡатлылыҡ (триада) теорияһы ярҙамында иҫбатларға тырышҡан. Философия фәненә ҡарата ла Гегельдың фекерҙәре башҡа-ларҙыҡынан айырылып тора. Уныңса, философия барлыҡ фәндәрҙән дә өҫтөнөрәк.

Хоҡуҡ фәлсәфәһе[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Георг Гегель дәүләт һәм хоҡуҡ тураһында үҙенең ҡараштарҙы « Хоҡуҡ фәлсәфәһе» (1821) китапта яҙған.

Теоретик уйлауҙарҙа Рух үҙенең эске төп нигеҙгә етеп, Рух үҙенең субъективизм өҫтөнән үҫә. Ул «объектив» Рух булырға мөмкин. Азат Рухтын беренсе күренеше — хоҡуҡ. Ул Рухтын уҙ аллы ынтылышын үткәреү. Беренсенән сит әйберҙәргә — милеккә хоҡуҡ, икенсенән башҡа ынтылышҡа —килешеү хоҡуҡ, өсөнсөнән үҙенең ҡаршы эшмәкәрлегенә: ҡаршылыҡҡа ҡаршы барып яза хоҡуғын үткәреү.

Формаль һәм абстракт язаны үткәреү Рухта яҡшылыҡҡа әхлаҡ (мораль) талабын тыуҙыра. Әхлаҡ насар ынтылышҡа ҡаршы булып «бурыс» тип атала. «Бурыс» уның «намыҫта»(совесть) йәшәй. «Бурыс» һәм «булырға тейеш түгел ысынбарлыҡ» араһынан китеп Рух «әхлаҡлылыҡта»(нравственность) ҡотола. Әхлаҡлылыҡ «ғәйлә», «граждан йәмғиәт» һәм «дәүләттә» күрһәтелә.

Гегель буйынса дәүләт — объектив Рухтын иң юғары күренеше. Бер кешенең азатлығы бөтә кешеләр берҙәмлектә, был дәүләт — абсолют үҙмаҡсат (Selbstzweck). Милли дәүләттәрҙә халыҡ Рухы (Volksgeister) тормошҡа ашырыла. Уларҙын тарихи яҙмышта Рухтын диалектик кәүете эшләй. Ул алмаштырып үҙ аңлау азатлыҡҡа килә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  1. Соч.— T. 5.- M., 1937.— C. 432—436
  2. Соч.— T. 7.- M.-Л., 1934.— С. 268

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  • Гиззәтов К. Т., Философия: 2 китап. 1-се китап: Ҡыҫкаса философия тарихы. Философиянең нигеҙ проблемалары: Юғары уҡыу йорто өсөн дәреслек. — Казан: Мәфариф, 2002. — ISBN 5-7761-1122-6