Герасимов Александр Михайлович (рәссам)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Герасимов Александр Михайлович (рәссам)
рус. Александр Михайлович Герасимов
Рәсем
Заты ир-ат[1]
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Russian Soviet Federative Socialist Republic (1918–1937).svg Совет Рәсәйе
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 12 август 1881({{padleft:1881|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[2][3][…]
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Тамбовская губерния[d], Мичуринск[d]
Вафат булған көнө 23 июль 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[5][6][…] (81 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Мәскәү ҡалаһы[5]
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Изображение могилы
Туған тел рус теле
Һөнәр төрө рәссам
Ойошма йәки клуб ағзаһы СССР Рәссамдар союзы[d]
Уҡыу йорто Мәскәү һынлы сәнғәт, архитектура һәм төҙөү сәнғәте училищеһы[d]
Ғилми дәрәжә сәнғәт фәндәре докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Жанр портрет[d], пейзаж[d] һәм Натюрморт
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталинская премия Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы СССР-ҙың халыҡ рәссамы РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
Статус авторского права как автора работы защищены авторским правом[d]
Собрание работ Тейт[d]
Commons-logo.svg Герасимов Александр Михайлович (рәссам) Викимилектә

Герасимов Александр Михайлович (18811963) — СССР һәм Рәсәй — рәссамы, архитектор, сәнғәт теоретигы, педагог, профессор. СССР-ҙың халыҡ рәссамы (1943). Дүрт тапҡыр Сталин премияһы лауреаты (1941, 1943, 1946, 1949). 19471957 йылдарҙа СССР художество академияһының беренсе президенты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

М. А. Герасимов. Надежда Гиляровская портреты. 1912
Файл:Герасимов А. М.групповой портрет.jpg
М. А. Герасимов «Оло рәссамдар портреты: И.Н.Павлов, Бакшеев В. Н., Бялыницкий-В. К. Бирули, В.Н.Мешков» 1944, ГТГ
Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында А. Герасимов ҡәбере

Александр Герасимов 1881 йылдың 31 июлендә (12 август) (башҡа сығанаҡтар буйынса — 1880[7]) Козловта (хәҙер Тамбов өлкәһенең Мичуринск ҡалаһы) сауҙагәрҙәр ғаиләһендә тыуған.

1903—1915 йылдарҙа Мәскәү һынлы сәнғәт, архитектура һәм төҙөлөш училищеһында К.А.Коровин, Е.А. Архипов һәм А.В. Серовта уҡый. 1915 йылда армияға алына һәм 1917 йылға тиклем Беренсе донъя һуғышы фронттарында була. Көньяҡ фронтта санитар поезында хеҙмәт итә. Демобилизациянан һуң, 1918—1925 йылдарҙа Козловта йәшәй һәм эшләй.

1925 йылда Мәскәүгә күсенә, революцион Рәсәй рәссамдары ассоциацияһына инә, 1905 йылғы Хәтер училищеһында уҡыта 1934 йылдың йәйендә Германия, Франция, Италия һәм Төркиәлә өс ай ижади командировакала була.

1939—1954 йылдарҙа СССР Рәссамдар союзы ойоштороу комитеты рәйесе була. 1943 йылда үҙенең шәхси 50 000 һум аҡсаһын Оборона фондына тапшыра.

1943 йылдың 26 июлендә ойошторолған «СССР-ҙың халыҡ рәссамы» тигән исемде рәссам Борис Иогансон, скульпторҙар Сергей Меркуров һәм Вера Мухина менән беренселәрҙән булып йөрөтә.1947 йылдан СССР Рәссамдар академияһының — ғәмәли ағзаһы, ә 1947—1957 йылдарҙа — СССР Художество академияһының беренсе президенты.

1951 йылда буласаҡ сәнғәт фәне докторы була. 1930 — 1950 йылдарҙың иң эре совет рәссамдарының береһе. Йәш сағынан импрессионизм менән мауыға, 1920 йылдарҙа картиналарын социалистик реализм жанрында яҙа башлай. Картиналарында яҡты, сағыу төҫтәр өҫтөнлөк итә һәм йыш ҡына совет һәм партия тарихына арналған.

И. В. Сталиндың яратҡан рәссамы. Рәссам эшләгән уның портреттары юлбашсы үҙе тере сағында ҡануни тип һаналған. К.Е. Ворошилов менән дуҫ була, ул уның янында Мичуринскта ҡунаҡта була. К.Е. Ворошиловтың портреттарын күп яҙа

Шулай китап иллюстраторы була («Тарас Бульба» Н.В. Гоголь).

1949 йылдың майында «Огонек» журналында иң эре көнбайыш модернистарының, шул иҫәптән Художество академияһы президенты А. Герасимовтың комментарийҙары менән Сальвадор Дали картиналары һәм скульптураларының фоторепродукцияларын урынлаштыра.

Н.С. Хрущев идара итеү башында яйлап бөтә вазифаларынан бушатыла, ә музей экспозицияларынан рәссамдың картиналары алына[8].

1950 йылдан ВКП(б) ағзаһы. 2-4 саҡырылыш РСФСР Юғары советы депутаты.

Герасимов Александр 1963 йылдың 23 июлендә Мәскәүҙә вафат була. Новодевичье зыяратында ерләнә (участка № 8).

Тыуған ҡалала[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уның проекты буйынса 1913 йылда Козловта Драма театры бинаһы төҙөлә.

Совет власы йылдарында Мичуринскта А.М.Герасимов исемендәге Мемориал-художество музей-усадьбаһы ойошторола. Музей комплексы XIX быуат аҙағындағы ҡала сауҙагәре усадьбаһының типик йөҙөн һаҡлап ҡалған. 1886 йылда рәссамдың атаһы, Михаил Сафронович Герсаимов төҙөгән ике ҡатлы кирбес йорт яҡшы һаҡланған. Был йортта А.М. Герасимов үҙенең балалыҡ һәм үҫмер йылдарын үткәрә, бында 1918 йылдан 1925 йылға тиклем ғаиләһе менән йәшәй. Бында «После дождя (Мокрая терраса)» пейзажы яҙыла, ул күп йылдар рус теле дәреслектәре репродукцияһында баҫыла.

Музей-усадьба территорияһында картиналар галереяһы эшләй, унда рәссамдың эштәре күрһәтелә.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1936)
  • СССР-ҙың халыҡ рәссамы (1943)
  • Беренсе дәрәжә Сталин премияһы (1941) — И. В. Сталин и К. Е. Ворошилов в Кремле» картинаһы өсөн
  • Беренсе дәрәжә Сталин премияһы (1943) — «Гимн Октябрю» картинаһы өсөн, 100 000 һум «Иван Мичурин» танкын төҙөү өсөн тапшыра
  • Беренсе дәрәжә Сталин премияһы (1946) — дүрт оло рәссам И. Н. Павлов, В Н. Бакшеев, В К. Бялыницкий-Бирули, В Н. Мешковтарҙың төркөм портреты өсөн
  • Икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1949) — «И. В. Сталин у гроба А. А. Жданова» картинаһы өсөн
  • Ленин ордены
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1961)
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы
  • «Мәскәүҙең 800-йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
  • СССР Художество академияһы академигы (1947)
  • Сәнғәт фәне докторы (1951)

Һайланма әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1929—1930 — «Ленин на трибуне», Мәскәү, Дәүләт тарихи музей
  • 1931 — «Доклад тов. Сталина на XVI партсъезде»
  • 1935 — «После дождя» («Мокрая терраса»), Мәскәү, Дәүләт Третьяков галереяһы
  • 1935 — «Первая конная армия», Мәскәү , Дәүләт Третьяков галереяһы
  • 1938 — «И.В.Сталин и К.Е.Ворошилов в Кремле», Мәскәү , Дәүләт Третьяков галереяһы. В народе картину в шутку прозвали «Два вождя после дождя»
  • 1938 — «Баня», Мичуринск, А. М. Герасимоватың Йорт-музейы
  • 1939 — «Портрет балерины О.В.Лепешинской»
  • 1939 — «И. В. Сталин и А. М. Горький в Горках»
  • 1942 — «Гимн Октябрю», Санкт-Петербург, Дә-ләт Рус музейы
  • 1944 — «Портрет старейших советских художников», Мәскәү , Дәүләт Третьяков галереяһы
  • 1945 — «Тегеранская конференция руководителей трёх великих держав»
  • 1946 — «Рожь»
  • 1948 — «И. В. Сталин у гроба А. А. Жданова», Дәүләт Третьяков галереяһы
  • 1949 — «Есть метро!»
  • 1951 — «Гроза», Дәүләт Третьяков галереяһы
  • 1954 — «Вести с целины»
  • 1955 — «Половецкие пляски», Частное собрание
  • 1957 — «Портрет народных артисток СССР А.А.Яблочкиной, Е.Д.Турчаниновой, В.Н.Рыжовой»

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. VIAF — 2012.
  2. 2,0 2,1 SNAC — 2010.
  3. Munzinger Archiv — 1913.
  4. Брокгауз энциклопедияһы
  5. 5,0 5,1 Герасимов Александр Михайлович // Большая советская энциклопедия: [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  6. Alexander Michailovich Gerasimov
  7. Александр Михайлович Герасимов / ред. В. П. Кузнецова — М.: Советский художник, 1958. — Б. 14, [4] с.. — ил., репродукции б.
  8. Веласкес при вожде: В Москве открылась выставка любимого художника Сталина. Репортаж Ильи Азара — Meduza  (рус.). Meduza. 18 февраль 2016 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Лобанов В. М. А. М. Герасимов — М.; Л.: Искусство, 1943. — 112 б. — 3000 экз.
  • Герасимов А. М. Жизнь художника — М.: Изд-во Акад. художеств СССР, 1963. — 230 б. — 16300 экз.
  • Сокольников М. П. А. М. Герасимов. Жизнь и творчество — М.: Искусство, 1954. — 239 б. — 10000 экз.

Хәтирәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Шевцов И. М. Александр Герасимов // Шевцов И. М. Голубой Бриллиант. Соколы. — М.: Голос-Пресс, 2008. — С. 232—247.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]