Анна Герман

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Герман Анна битенән йүнәлтелде)
Анна Герман
пол. Anna German
Рәсем
Ҡултамға
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  СССР
 Польша
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Анна Виктория Евгеньевна Герман
пол. Anna Wiktoria German
нем. Anna Viktoria Hörmann
Имя в браке Anna Wiktoria German-Tucholska
Тыуған көнө 14 февраль 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[1][2]
Тыуған урыны Гүргәнж, Үзбәк ССР-ы[d], СССР[1]
Вафат булған көнө 26 август 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[3][4] (46 йәш)
Вафат булған урыны Варшава, Польша Халыҡ Республикаһы[d][1]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе рак кости[d]
Дата погребения или кремации 30 август 1982
Ерләнгән урыны Кальвинистское кладбище Варшавы[d]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Герман, Евгений Фридрихович[d]
Әсәһе Irma Mertens-Berner[d]
Хәләл ефете Zbigniew Antoni Tucholski[d]
Балалары Тухольский, Збигнев (младший)[d]
Туған тел урыҫ теле һәм Немецко-платский диалект[d]
Һөнәр төрө йырсы, композитор, актёр, автор-исполнитель
Эшмәкәрлек төрө пение[d][5] һәм актёрлыҡ оҫталығы[d][5]
Уҡыу йорто Вроцлавский университет[d]
Ғилми дәрәжә магистр[d] (ғинуар 1962)
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1982
Йырсы тауышы сопрано[d] һәм колоратурное сопрано[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]
Дискография Дискография Анны Герман[d]
Ойошма ағзаһы Sekcja Grotołazów Wrocław[d]
Жанр эстрада[d], Опера һәм романс[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Бейеклеге/буйы 1,84 метр
Рәсми сайт anna-german.com
Тасуирлау биттәре anna-german.com/frst/eng…
Защитник авторских прав ZAIKS[d][6]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 27 000 ± 99[7]
 Анна Герман Викимилектә

Анна Виктория Герман — (рус. А́нна Викто́рия Ге́рман), (нем. Anna Hörmann, пол. Anna Wiktoria German; пол. Anna Wiktoria German-Tucholska; 14 февраль 1936 йыл — 25 август 1982 йыл) — Польша йырсыһы һәм композиторы, немец-голланд сығышлы[8][9]. Төрлө телдәрҙә, тәү сиратта урыҫ һәм поляк телдәрендә йырҙар башҡарған, донъяла билдәле йырсы. Күп милли һәм халыҡ-ара фестивалдәр лауреаты, шул иҫәптән Монте-Карло телевизион фестивалендә, Сан-Ремола, Неаполдә, Виареджола, Канныла, Сопотта үткәрелгән фестивалдәрҙә уңышҡа өлгәшкән.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бала сағы һәм үҫмер йылдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Анна Германдың студент билеты

Анна Герман 1936 йылдың 14 февралендә СССР-ҙа, Үзбәк ССР-ының Үргәнес ҡалаһында тыуған.

Әсәһе — Ирма Бернер (руслаштырылған исеме — Ирма Давыдовна; 15.11.1909—30.01.2007), ҡыҙ фамилияһы — Мартенс. Сығышы — Германияла йәшәгән, Екатерина II ваҡытында Рәсәйгә күсенгән голландтар ғаиләһенән. Немец теле уҡытҡан.

Атаһы — Ойген Һөрманн — (нем. Eugen Hörmann, русса Евгений Фридрихович Герман тип йөрөткәндәр; 1909, Лодзь—11.10.1937[10]) — икмәк заводында бухгалтер булып эшләгән[11]. Күсенеп килгән немецтар улы булған. 1937 йылда шпионажда ғәйепләне ҡулға алынған һәм Ташкентта атылған. 1957 йылда аҡланған[12].

Аннаның әсәһе икенсе тапҡыр 1942 йылда Польша офицеры Герман Гернерға тормошҡа сыға. Поляк менән никах Ирмаға ғаиләһе менән 1946 йылда Польшаға күсенергә хоҡуҡ бирә[13]. 1977 йылда Анна Герман Ленинола Совет-поляк хәрби берҙәмлеге музейы мемориалында була һәм сәскәләр һала[14].

1949 йылда ғаилә Польшаға, Вроцлав ҡалаһына күсенә[15].

Мәктәп һәм лицей тамамлағандан һуң Анна Вроцлав университетына геология факультетытына уҡырға инә [16]. Студент саҡта үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыу артабан уны йырсы булыуға килтерә.

Германдар ғаиләлә немец (плаутдич һөйләше) һәм урыҫ телендә һөйләшә. Бынан тыш Анна поляк, итальян һәм инглиз телдәрен белә [17].

1967 йылға тиклем ижад юлы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1960 йылда Анна Герман «Каламбур» студент театры етәксеһе Литвинец Ежи сығыш яһарға саҡыра[18]. Бер сығышында йырҙың һүҙҙәрен онотоп, театрҙан китә[10][19]. 1961 йылда әхирәте Янаның өгөтләүенә бирелеп[20],Вроцлав эстрадаһында кастинг үтә. Икенсе йылына квалификацион комиссияға имтихан тапшыра һәм профессиональ йырсы булып китә[10]. Оҫталыҡ һәм тәжрибә йыйыу өсөн ул консерватория профессоры Янина Прошовскаянан һабаҡтар ала [21].

Италияла хөкүмәт стипендияһына стажировка үтергә барыуы аҡса етмәү арҡаһында өҙөлөп ҡала[22]

Германға тәүге уңыш актёр һәм режиссёр Юлиан Кшивка үҙ төркөмөнә саҡырғас килә[23]. Уның арҡаһында Анна Сопотта III Халыҡ-ара йыр фестивалендә ҡатнаша[24] һәм поляк башҡарыусылары категорияһында ІІ премияға лайыҡ була(пол. Tak mi z tym źle) Икенсе уңышы Ольштында Бөтә Польша эстрада коллективтары фестивалендә «Ave Maria» йырын башҡарып, килә. Әммә ысын танылыуҙы Германға 1964 йылда башҡарған Катажина Гертнер һәм Ева Жеменицкаяның «Бейеүсе Эвридикалар» (пол. Tańczące Eurydyki) йыры килтерә [25].

1965 йылда Герман тәүге тапҡыр СССР-ҙа гастролдә була. «Мелодия» фирмаһы уға поляк һәм итальян телдәрендә йырҙар яҙҙыртырға тәҡдим итә[10].

1966 йылдың декабрендә Миланда Герман ҙур булмаған итальян фирмаһы CDI (Compania Discografica Italiana) менән пластинка сығарырға контракт төҙөй[26] Пресс-конференцияла CDI президенты Пьетро Карриаджи, Герман СССР-ҙа миллиондан ашыу пластинкаһын һатты, тип белдерә[27].

Мемуарҙарында Герман туҡтауһыҙ сәфәрҙәр, интервьюлар, киноға төшөрөп алыуҙарҙы бик ауыр кисереүен яҙа[28].

Автомобиль фажиғәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1967 йылдың 27 авгусында Италияла гастролдә булғанда Герман бик ауыр автомобиль аварияһына эләгә. Анна үҙен тапҡансы оҙаҡ ҡына ерҙә ята[10][29][30]. Германдың тәне 49 урындан һына һәм ул ныҡ имгәнә, йәрәхәттәр ала. Анна Герман аҙна буйына иҫенә килмәй. Ярты йыл гипста ята[31].

Сәхнәгә ҡайтыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1970 йылда Анна Герман сәхнәгә ҡайта. Авариянан һуң беренсе сығышы Варшаваның азат ителеүенә бағышланған концертта, Мәҙәниәт һәм фән һарайында була. Герман сәхнәгә сыҡҡас, бөтә халыҡ аяғүрә баҫып 20 минут алҡышлап тора. Тәүге башҡарған йыры Алина Новак һүҙҙәренә «los Człowieczy» («Кеше яҙмышы») тип атала[32]. Был уның композитор булараҡ ижад иткән тәүге йыры була.

Автокатастрофанан һуң тәүге тапҡыр Анна Герман Польша буйлап 1972 йылдың яҙында гастролдәрҙә йөрөй[33], ә сентябрҙә СССР-ҙа гастроль турында була[34]. СССР-ҙа йырсының популярлығы арта бара.1974 йылдың 2 мартында[35] һәм 1975 йылдың 13 декабрендә «Анна Герман йырлай» тигән тапшырыу СССР Дәүләт телерадиоһының Үҙәк телевидениеһынан күрһәтелә.

Киләһе совет илендәге гастролдәре 1975 йылда үтә. «Мелодия» фирмаһы йәнә бер пластинкаһын сығара — инде хәҙер рус телендә: «Письмо Шопену», «Из-за острова на стрежень», «И меня пожалей», «Гори, гори, моя звезда»[36]. Ике йылдан һуң Герман «Дуҫтар тауышы» (Голоса друзей) телепрограммаһында төшә. Владимир Шаинский Герман өсөн иң билдәле йырҙарының береһе -«Когда цвели сады» йырын яҙа[37]. 1977 йылда Анна Герман Эхо любви" йырын башҡара һәм ул уның яратҡан композицияларының береһенә әйләнә. Был йыры «Песня-77» фестивалендә Герман был йырҙы Лев Лещенко менән йырлай[38].

1980 йылда Анна Герман ауыр сире көсәйеү арҡаһында гастролдәрен туҡтатып, ҡайта һәм башҡаса сәхнәгә сыҡмай[39].

Йырсы 1982 йылдың 25 авгусында Варшава хәрби госпиталендә вафат була. Ул Варшавала Кальвинистар зыяратында ерләнгән[40].

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1972 йылдың 23 мартында Закопане ҡалаһында Анна Герман Политехник институт кафедраһы инженеры Збигнев Тухольскийға тормошҡа сыға. Уның менән 1960 йылдан уҡ таныш булалар[29]. 1975 йылдың 27 ноябрендә уларҙың улы Збигнев тыуа. Ул хәҙер ғалим дәрәжәһенә өлгәшкән.

Герман шәреҡ аш-һыуын әҙерләргә яратҡан. Алкоголь эсмәгән[41].

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1964 — III Поляк йыры фестиваленең беренсе премияһы.
  • 1964 — V Халыҡ-ара йыр фестиваленең беренсе премияһы (Сопото).
  • 1966 — «MIDEM» Халыҡ-ара грампластинка йәрминкәһенең «мәрмәр пластинкаһы» .
  • 1967 — XV Неаполитан йыры фестивале премияһы «Oscar della simpatia».
  • 1974 — «Золотой Крест Заслуги» (Польша)[42].
  • 1979 — Польшаның тергеҙелеүе ордены, рыцарь тәреһе менән[42].

Дискография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1959 год

Грампластинкалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1966 — Tańczące Eurydyki (Польша)
  • 1967 — Recital piosenek (Польша)
  • 1967 — I classici della musica napoletana (Италия флагы)
  • 1968 — Поёт Анна Герман (СССР)
  • 1970 — Człowieczy los (Польша)
  • 1971 — Wiatr mieszka w dzikich topolach (Польша)
  • 1971 — D. Scarlatti arie z opery «Tetide in Sciro» (Польша)
  • 1974 — To chyba maj (Польша)
  • 1975 — Анна Герман (СССР) (первая композиция — «Мой бубен»)
  • 1977 — Анна Герман (СССР) (альбом 1977 года; первая композиция — «Когда цвели сады»)
  • 1978 — Anna German (Польша)
  • 1979 — Анна Герман (СССР) (альбом 1979 года; композиция «Ах, как мне жаль тебя»)
  • 1980 — Анна Герман (СССР) (альбом 1979 года; вместо композиции «Ах, как мне жаль тебя» — «Акварель»)
  • 1983 — Последняя встреча (СССР)
  • 1983 — Niezapomniane przeboje (Польша)
  • 1984 — Jesteś moją miłością (Польша)
  • 1986 — Эхо любви. Концерт 31.12.1979 (СССР)
  • 1989 — Anna German
  • 1989 — Znaki zapytania
  • 1990 — Powracające słowa, vol. 1 (Польша)
  • 1990 — Powracające słowa, vol. 2 (Польша)

Пластинка-миньондар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1965 — Солнечный день (СССР)
  • 1965 — Снежана (СССР)
  • 1965 — Любимый мой (СССР)
  • 1967 — Anna German (Польша)
  • 1967 — Анна Герман (СССР)
  • 1971 — Jasny horyzont (Польша)
  • 1974 — Чтобы счастливым быть (СССР)
  • 1974 — Я люблю танцевать (СССР)
  • 1975 — Всё, что было (СССР)
  • 1978 — Я помню всё (СССР)
  • 1978 — Песни Матвея Блантера на стихи Михаила Исаковского (СССР)
  • 1983 — Анна Герман поёт песни Владимира Шаинского (СССР)

Анна Герман тураһында китаптар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Герман А. Мы долгое эхо. — М.: Алгоритм, 2012. — 272 с. — (Легенды авторской песни). — ISBN 978-5-4438-0139-1.
  • Герман А. Эхо любви. — М.: Алгоритм, 2013. — 318 с. — (Женщина, покорившая мир). — ISBN 978-5-4438-0293-0.
  • Ильичёв, Иван Михайлович Анна Герман. Гори, гори, моя звезда…. — М.: Эксмо, Алгоритм, 2010. — 236 с. — ISBN 978-5-699-45270-5.
  • Ильичев И. М. Анна Герман: «Белый ангел песни». — М.: Майор : Изд. Осипенко А. И., 2013. — 191 с. — ISBN 978-5-98551-203-8. (2-е изд.: М., 2015)
  • Ильичев И. М. Анна Герман: сто воспоминаний о великой певице. — М.: Алгоритм, 2016. — 494 с. — ISBN 978-5-906842-28-2. (2-е изд.: М., 2017)
  • Жигарев, Александр Львович Анна Герман. — М.: Искусство, 1988. — 302 с. (Переиздание: Жигарев А. Л. Анна Герман. — Смоленск: Русич, 1998. — 425 с. — ISBN 5-88590-895-8.)
  • 2011 Anna German — Jordan Naoum ISBN 6138327977
  • 2014 Człowieczy los wspomnienia matki Anny German — Irma Martens-Berner (Человеческая судьба воспоминания матери Анны Герман — Ирма Мартенс-Бернер) ISBN 978-83-7295-299-8

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #121578178 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Anna German // (unspecified title) (пол.) — 2004.
  3. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  4. ГЕРМАН // Большая российская энциклопедия (урыҫ)М.: Большая российская энциклопедия, 2004.
  5. 5,0 5,1 Чешская национальная авторитетная база данных
  6. (unspecified title) (ингл.)
  7. (unspecified title)
  8. Татьяна Винниченко. Пани Анна // Личности. — 2011. — Ноябрь. — С. 4—24.
  9. Ольга Сапрыкина. Жизнь взаймы // Атмосфера. — 2004. — Июль. — С. 48—55.
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 Татьяна Винниченко Пани Анна // Личности. — 2011. — С. 4—24.
  11. Ольга Сапрыкина. Жизнь взаймы // Атмосфера. — 2004. — Июль. — С. 48—55.
  12. Татьяна Винниченко. Пани Анна // Личности. — 2011. — Ноябрь. — С. 4—24.
  13. Войцех Карпинский Генрик и Анна Герман 2018 йыл 21 июль архивланған. «Новая Польша», № 1, 2017
  14. Федор Раззаков. Свет погасших звезд. Люди, которые всегда с нами. — 2007.
  15. Александр Маджаров. Мы долгое эхо друг друга… Байкальские вести (22 март 2012). Дата обращения: 1 июнь 2013. Архивировано 1 июнь 2013 года. 2014 йыл 7 ғинуар архивланған.
  16. жизнь, 2013, p. 65
  17. жизнь, 2013, p. 66—67
  18. тормош, 2013, p. 69—70
  19. тормош, 2013, p. 71
  20. тормош, 2013, p. 72—73
  21. тормош, 2013, p. 87
  22. жизнь, 2013, p. 21—22
  23. жизнь, 2013, p. 83—84
  24. Анна Герман 2019 йыл 9 июнь архивланған. в Электронной библиотеке Александра Белоусенко
  25. жизнь, 2013, p. 86
  26. жизнь, 2013, p. 23
  27. Polish artist cuts in Milan // Billboard. — 1966. — С. 54.
  28. жизнь, 2013, p. 91—92
  29. 29,0 29,1 Ольга Сапрыкина Жизнь взаймы // Атмосфера. — 2004. — С. 48—55.
  30. жизнь, 2013, p. 28—29
  31. жизнь, 2013, p. 31—39
  32. Иван Ильичев. «Анна выступала в темных очках, чтобы скрыть слезы боли» // Gala Биография. — 2006. — № 04. — С. 76—90
  33. Ольга Сапрыкина. Жизнь взаймы // Атмосфера. — 2004. — Июль. — С. 48—55.
  34. Yurchenkov From The Music Capitals of the World // Billvoard. — 1972. — С. 45.
  35. Федор Раззаков. Жизнь замечательных времен. 1970-1974. — 2004.
  36. Федор Раззаков. Жизнь замечательных времен. 1975-1979.. — 2004.
  37. Федор Раззаков. Жизнь замечательных времен. 1975—1979.. — 2004
  38. Анна Герман Лев Лещенко «Эхо любви» — YouTube [1]
  39. Иван Ильичев. «Анна выступала в темных очках, чтобы скрыть слезы боли» // Gala Биография. — 2006. — № 04. — С. 76—90.
  40. Муж Анны Герман Збигнев Тухольский больше не женился и после смерти своей жены долгие годы ухаживал за престарелой матерью Анны[2]
  41. Иван Ильичев. «Анна выступала в темных очках, чтобы скрыть слезы боли» // Gala Биография. — 2006. — № 04. — С. 76—90.
  42. 42,0 42,1 Биография Анны Герман — РИА Новости, 14.02.2016

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Анна Герман. «Анна Герман. Жизнь, рассказанная ею самой». — Эксмо, 2013. — 256 с. — (Уникальная автобиография женщины-эпохи). — ISBN 978-5-9955-0698-0.
  • Герман А. Мы долгое эхо. — М.: Алгоритм, 2012. — 272 с. — (Легенды авторской песни). — ISBN 978-5-4438-0139-1.
  • Герман А. Эхо любви. — М.: Алгоритм, 2013. — 318 с. — (Женщина, покорившая мир). — ISBN 978-5-4438-0293-0.
  • Ильичев И. М. Анна Герман. Гори, гори, моя звезда.... — М.: Эксмо, Алгоритм, 2010. — 236 с. — ISBN 978-5-699-45270-5.
  • Ильичев И. М.]] Анна Герман: "Белый ангел песни". — М.: Майор : Изд. Осипенко А. И., 2013. — 191 с. — ISBN 978-5-98551-203-8. (2-е изд.: М., 2015)
  • Ильичев И. М. Анна Герман: сто воспоминаний о великой певице. — М.: Алгоритм, 2016. — 494 с. — ISBN 978-5-906842-28-2. (2-е изд.: М., 2017)
  • Жигарев А. Л. Анна Герман. — М.: Искусство, 1988. — 302 с. (Переиздание: Жигарев А. Л. Анна Герман. — Смоленск: Русич, 1998. — 425 с. — ISBN 5-88590-895-8.)