Лободин Герман Григорьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Герман Григорьевич Лободин битенән йүнәлтелде)
Лободин Герман Григорьевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 20 ноябрь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Архангел, Өфө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 4 июнь 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (49 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы
Эш урыны ӨДНТУ
Уҡыу йорто П. Ф. Лесгафт исемендәге Физик культура, спорт һәм сәләмәтлек милли дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР-ҙың спорт мастеры

Лободин Герман Григорьевич (20 ноябрь 1928 йыл4 июнь 1978 йыл) — боксер, ярымурта ауырлыҡтағы категория вәкиле. 1950-се йылдарҙың беренсе яртыһында Бөтә Союз кимәлендә сығыш яһай, ике тапҡыр СССР чемпионы, ике тапҡыр Ленинград чемпионы, Бөтә Союз студент уйындары еңеүсеһе, ВЦСПС беренселегенең бронза призеры, СССР-ҙың спорт мастеры. Шулай уҡ бокс буйынса педагог һәм тренер булараҡ билдәле. Бөтә Союз категориялы судья.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Герман Григорьевич Лободин 1928 йылдың 20 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө кантоны Архангел ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ физик культура техникумын тамамлай, шунан һуң Ленинград ҡалаһына даими йәшәргә күсә. Унда П. Ф. Лесгафт исемендәге Ленинград дәүләт физик культура институтына уҡырға инә, 1952 йылда тамамлай.

Бокс менән «Хеҙмәт резервтары» ирекле спорт йәмғиәтенең Өфө советында, тренерҙар Р. Т. Ғабдраҡипов һәм В. Г. Ромашковцевтарҙа шөғөлләнә башлай. Һуңынан Ленинградтың «Искра» спорт йәмғиәтендә СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры Александр Николаевич Кудрин етәкселеге аҫтында әҙерлек үтә[1].

1950 йылда бокс буйынса Ленинград беренселеген яулап, спортсы булараҡ беренсе етди уңышҡа өлгәшә. Бер йылдан һуң Донецк ҡалаһында СССР чемпионатында сығыш яһай һәм ярымурта ауырлыҡтағы категорияла барлыҡ дәғүәселәрен, шул иҫәптән финалда Мәскәүҙән Александр Чеботаревты еңеп, алтын награда яулай. Бынан тыш илдең команда беренселегендә еңеү яулай. СССР спорт мастеры нормативын үтәй.

1952 йылда Мәскәүҙә СССР чемпионатында алдағы йылдағы уңышты ҡабатлай, шулай итеп Лободин ике тапҡыр ил чемпионы була. Шулай уҡ был миҙгелдә ул ҡабаттан Ленинград беренселеген яулай һәм демократик илдәр боксерҙарының команда турнирында беренсе урынды биләй. 1953 йылда ВЦСПС беренселегендә бронза миҙал ала. 1955 йылда Бөтә союз студент уйындарында еңеү яулай.

Боксер булараҡ сығыш яһау менән бер рәттән, педагогик эшмәкәрлек менән шөғөлләнә, 1951—1959 йылдарҙа Ленинград физик культура һәм спорт техникумында уҡытыусы булып эшләй. Артабан Өфө нефть һәм Өфө авиация институттарының физик тәрбиә кафедраларында тренер-уҡытыусы булып эшләй. 1967 йылда «Башҡорт АССР-ының иң яҡшы тренеры» тип таныла. Тимер юлсылар араһында Европа чемпионы Алексей Барановты, СССР беренселеге финалисы Рәшит Юнысовты, РСФСР беренселегенең бронза призеры Йәүит Кәлимуллинды һәм башҡаларҙы әҙерләй[2]

Күп тапҡыр судья сифатында бокс буйынса ярыштарҙа ҡатнаша. Бөтә союз категориялы судья.

1978 йылдың 4 июнендә Өфө ҡалаһында 49 йәшендә вафат була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Кузьмин О. П. С боксом по жизни. — Санкт-Петербург: Симпозиум, 2016. — 210 с. — ISBN 978-5-89091-497-2.
  2. Герман Лободин 2017 йыл 1 октябрь архивланған.. Федерация бокса Республики Бакортостан (7 июля 2012). Проверено 30 сентября 2017.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]