Геройҙар мавзолейы (Румыния)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мавзолей
Геройҙар мавзолейы
рум. Mausoleul Eroilor
рум. Mausoleul de la Mateiaș
Геройҙар мавзолейы 2008 йылда
Геройҙар мавзолейы 2008 йылда
Ил Румыния
Бина тибы мавзолей
Төҙөлөшө 19281935 йылдар
Статус охраняется государством

1935

Геройҙар мавзолейы (рум. Mausoleul EroilorMausoleul Eroilor, шулай уҡ рум. Mausoleul de la MateiașMausoleul de la Mateiaș булараҡ билдәле) —Румынияла (Арджеш) Беренсе донъя һуғышы геройҙарына ҡуйылған һәйкәл. 1010 номеры менән (код AG-IV-I A-14017), Румыния Мәҙәниәт министрлығының 2004 йылдың 8 июлендә яңыртылған "Тарихи һәйкәлдәр исемлеге"нә инә[1].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был, «mateiașului зонаһы» тип аталған урында 22-се һәм 12-се пехота дивизияһы подразделениеларын үҙ эсенә алған генерал Траян Гайсеан етәкселегендәге (рум. Traian GăiseanuTraian Găiseanu) румын ғәскәрҙәре төркөмөнә (румын. Group Namaiesti ) күп һанлы, яҡшы ҡоралланған һәм яҡшы әҙерлекле дошманға ҡаршы торорға тура килә. 1916 йылдың 25 сентябренән (яңы стиль буйынса 8 октябрь) 10 (23) ноябргә тиклем төбәктә ҡаты алыштар бара, улар Үҙәк державалар ғәскәрҙәренең румын тигеҙлегендә хәрәкәт итеүен туҡтата. Әммә фронттың башҡа участкаларындағы өҙөклөктәр арҡаһында, 16 (29) ноябрҙә ике дивизиялағы румын һалдаттарына Тырговиштеға сигенергә бойороҡ була.

Һәйкәл[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мавзолей 1928 һәм 1935 йылдар араһында, архитектор Думитру Ионеска Беречета проекты буйынса төҙөлә. Төҙөлөшкә Де Николо етәкселек итә. Конструкцияла нигеҙҙә Albesti эзбизташы ҡулланыла. Бинана ике объекттан тора: 2300 һалдат мәйете булған 31 критп урынлаштырылған горизонталь төрбә, уның стеналарына һәләк булған яугирҙарҙың исемдәре яҙылған һәм спираль баҫҡыс алып менгән башня.

Эзбиз стеналар аша һыу үтеү һөҙөмтәһендә Геройҙар мавзолейына 1945 йылдан 1976 йылға тиклем осорҙа капиталь ремонт эшләнә. 1977 йылдың 4 мартындағы ер тетрәүе һөҙөмтәһендә стеналар ярыла һәм 1978 йылда ҡабаттан бинаны яңыртыу буйынса эштәр үткәрелә.

Мавзолей 19801984 йылдарҙа өҫтәмә парад террасалары һәм баҫҡыстар, шулай уҡ музей залдары һәм скульптор Эйдриан Раду Кампулунг эшләгән 16 метрлыҡ барельеф иҫәбенә киңәйтелә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Olteanu, 2009, с. 60-6260-62

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Olteanu Mihaela. Câmpulung Muscel în epoca modernă (1821-1918). — Universitatea din București, 2009.