Эстәлеккә күсергә

Мел Гибсон

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Гибсон Мел битенән йүнәлтелде)
Мел Гибсон
Mel Gibson
Мел Гибсон 69-сы Канн халыҡ-ара кинофестивалендә, 2016 йылдың майы
Мел Гибсон 69-сы Канн халыҡ-ара кинофестивалендә, 2016 йылдың майы
Исеме

Мел Колм-Килле Джерард Гибсон

Тыуған көнө

3 ғинуар 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[1][2][3][…] (70 йәш)

Тыуған урыны

Пикскилл, Нью-Йорк штаты, АҠШ

Гражданлығы

Австралия Австралия
Америка Ҡушма Штаттары АҠШ

Һөнәре

актёр , кинорежиссёр, кинопродюсер, сценарист

Карьераһы

1977 йылдан алып

Наградалары

Австралия ордены офицеры
«Оскар» (1996 — ике тапҡыр)
«Алтын глобус» (1996)

IMDb

ID 0000154

 Мел Гибсон Викимилектә

Мел Колм-Килле Джерард Гибсон (ингл. Mel Colm-Cille Gerard Gibson; 3 ғинуар 1956 йыл, АҠШ, Нью-Йорк штаты, Пикскилл) — Австралия һәм Америка Ҡушма Штаттары актёры, кинорежиссер, сценарист һәм продюсер. «Ҡыйыу йөрәк» фильмы режиссураһы өсөн ике «Оскар» һәм «Алтын глобус» премиялары лауреаты. Австралия орденының хөрмәтле офицеры.

Мел Гибсон ирланд католиктары ғаиләһендә алтынсы бала булып тыуа. 1968 йылда Гибсондар Австралияға күсенә, бында ғаиләлә тағы биш бала тыуа.

Мәктәпте тамамлағас, Мел Сиднейҙағы Милли театр сәнғәте институтына уҡырға инә. Тәүге ролен ул студент саҡта уҡ «Йәйге ҡала» фильмында уйнай.

1979 йылда актёр «Тим» һәм «Дыуамал Макс» фильмдарында төшә, улар өсөн төрлө номинацияларҙа бер нисә бүләккә лайыҡ була. Был киноларҙан һуң ул никах агентлығы ярҙамында буласаҡ ҡатыны Робин менән таныша. Улар 1980 йылда Аделаидала өйләнешә. Ғаиләлә ике ҡыҙ һәм биш ул тыуа.

«Дыуамал Макс»тың икенсе өлөшөндәге роле Гибсонға донъя кимәлендә билдәлелек килтерә. Был уңыштан һуң актёр Голливудта киноға төшә башлай (тәүге фильмы — «Баунти», 1984).

1990-сы йылдар башында Гибсон үҙен режиссерлыҡта һынап ҡарарға ҡарар итә һәм Icon Productions компанияһына нигеҙ һала. Икенсе эше — «Ҡыйыу йөрәк» фильмы шотландтарҙың Уильям Уоллес етәкселегендәге азатлыҡ өсөн көрәшенә бағышланған эпик драма була, ун номинацияла «Оскар»ға күрһәтелә, бишеһендә еңеп сыға (шул иҫәптән иң яҡшы фильм һәм иң яҡшы режиссура өсөн). Һуғыш күренештәрен төшөрөү өсөн ике мең самаһы статист йәлеп ителә.

2004 йылда Гибсон йәмғиәтте шаҡ ҡатырған үтә ҡанһыҙ күренештәр һүрәтләнгән һәм беҙҙең дәүер башындағы Фәләстанды күҙ алдына баҫтырған «Христос ғазаптары» фильмын төшөрә. Картина Иисус Христостың (Ғайса пәйғәмбәрҙең) ғүмеренең аҙаҡҡы ун ике сәғәтен ентекләп тасуирлауҙы маҡсат итә.

2006 йылда Мел Гибсондың тағы бер тарихи эпосы — «Апокалипсис» прокатҡа сыға, ул майя цивилизацияһының һуңғы дәүеренә арналған. 2016 йылда экрандарға Гибсондың бишенсе таҫмаһы — «Выждан талабы буйынса» хәрби драмаһы сыға.

  • Ҡатыны (1980—2011) — Робин Мур
  • балалары — Ханна (1981), игеҙәктәр Эдвард һәм Кристиан (1983), Вилли (1986), Луи (1988), Майло (1991) һәм Томми (2000).

2009 йылдың апрелендә Гибсондың һәм уның ҡатынының өс йыл инде бергә тормауҙары билдәле була. 2009 йылдың 17 апрелендә Мур айырылышыуға ғариза бирә, ә 29 апрелдә Гибсон «Икс кешеләр. Башланғыс. Ҡоно» фильмы премьераһына рәсми рәүештә Оксана Григорьева менән килә. 26 майҙа Гибсон Джей Лено шоуында Григорьеваның унан бала көтөүен әйтә[4]. 2010 йылдың апрелендә Мел Гибсон һәм Оксана Григорьеваның айырылышырға, ләкин ҡыҙҙары Люсияны тәрбиәләү мәсьәләһе буйынса ҡайһы бер бәйләнештәрҙе һаҡлап ҡалырға ҡарар итеүҙәре тураһында хәбәрҙәр тарала[5].

Йыл Русса исеме Төп телдә исеме Роль
1977 ф Летний город Summer CityСколлоп
1979 ф Тим TimТим
1979 ф Безумный Макс Mad MaxМакс Рокатански
1980 ф Цепная реакция The Chain Reactionһаҡаллы механик (титрҙарҙа күрһәтелмәгән)
1981 ф Галлиполи GallipoliФрэнк Данн
1981 ф Безумный Макс 2: Воин дороги Mad Max 2Макс Рокатански
1982 ф Атакующая группа «Зет» Attack Force Zкапитан Келли
1982 ф Год опасной жизни The Year of Living DangerouslyГай Гэмильтон
1984 ф Баунти The Bountyкапитан ярҙамсыһы
1984 ф Река The RiverТом Гарви
1984 ф Миссис Соффел Mrs. SoffelЭд Биддл
1985 ф Безумный Макс 3: Под куполом грома Mad Max Beyond ThunderdomeМакс Рокатански
1987 ф Смертельное оружие Lethal WeaponМартин Риггс
1988 ф Пьяный рассвет Tequila SunriseДэйл «Мак» МакКассик
1989 ф Смертельное оружие 2 Lethal Weapon 2Мартин Риггс
1990 ф Гамлет HamletГамлет
1990 ф Птичка на проводе Bird on a WireРик Джармин
1990 ф Эйр Америка Air AmericaДжен Риак
1992 ф Вечно молодой Forever Youngкапитан Дэниел МакКормик
1992 ф Смертельное оружие 3 Lethal Weapon 3Мартин Риггс
1993 ф Человек без лица The Man Without a FaceДжастин МакЛеод
1994 ф Мэверик MaverickБрэт Мэверик-кесе
1995 ф Храброе сердце BraveheartУильям Уоллес
1995 ф Каспер Casperкамео (титрҙарҙа күрһәтелмәгән)

Ҡалып:ВмФильме

1996 ф Выкуп RansomТом Маллен
1997 ф Теория заговора Conspiracy TheoryДжерри Флетчер
1997 ф День отца Fathers' DayСкотт (титрҙарҙа күрһәтелмәгән)
1997 ф Волшебная история FairyTale: A True Storyотец Фрэнсис
1998 ф Смертельное оружие 4 Lethal Weapon 4Мартин Риггс
1999 ф Расплата PaybackПортер
2000 ф Чего хотят женщины What Women WantНик Маршалл
2000 ф Отель «Миллион долларов» The Million Dollar Hotelдетектив Скиннер
2000 ф Патриот The PatriotБенджамин Мартин
2002 ф Мы были солдатами We Were Soldiersподполковник Хэл Мур
2002 ф Знаки Signsпреподобный Грэм Хесс
2003 ф Поющий детектив The Singing Detectiveдоктор Гиббон
2004 ф Папарацци Paparazziтерапия пациенты (камео)
2006 ф Кто убил электромобиль? (документальный) Who Killed the Electric Car?камео
2010 ф Возмездие Edge of DarknessТомас Крэйвен
2010 ф За любовь к свободе: История чернокожих патриотов Америки For Love of Liberty: The Story of America's Black PatriotsТекст от автора
2011 ф Бобёр The BeaverУолтер Блэк
2012 ф Ловкость рук Sleight of Handдо премьеры — не объявлена
2012 ф Весёлые каникулы Get the GringoГринго
2013 ф Мачете убивает Machete KillsЛютер Воз[6]
2014 ф Неудержимые 3 The Expendables 3Конрад Стоунбэнкс
2016 ф Отец по крови Blood Father

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Йыл Фильм Премия Категория Номинант Һөҙөмтә
1 1996 Храброе сердце Оскар Иң яҡшы фильм Мел Гибсон, Алан Лэдд һәм Брюс Дэйви Еңеү
2 1996 Оскар Иң яҡшы режиссёр эше Мел Гибсон Еңеү
3 1996 Алтын глобус Иң яҡшы режиссёр Еңеү
5 2017 По соображениям совести Алтын глобус Иң яҡшы режиссёр Мел Гибсон Номинация
6 2017 Оскар Иң яҡшы режиссура
  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #119095394 // Gemeinsame Normdatei (нем.) — 2012—2016.
  2. Mel Gibson // SNAC (ингл.) — 2010.
  3. Mel Gibson // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  4. Mel Gibson debuts Russian girlfriend Oksana Grigorieva 2009 йыл 19 май архивланған. — Times Online
  5. Mel Gibson pone fin f lf relación con su novia rusa (исп.)
  6. Mel Gibson Joins Robert Rodriguez’s MACHETE KILLS. Дата обращения: 21 июнь 2012. Архивировано 1 ноябрь 2012 года. 2012 йыл 2 ноябрь архивланған.