Эстәлеккә күсергә

Гимры автомобиль юлы туннеле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гимры туннеле
Гимры автоюл туннеле
Туннелдың көньяҡ порталы
Туннелдың көньяҡ порталы
Ҡулланыу өлкәһе

Автомобиль юлы

Аҫтынан үтә

Көнсығыш Кавказ тау системаһының Гимрин һырты

Урыны

Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы
Дағстан флагы Дағстан Республикаһы
Буйнаҡ районы

Тип

таулы

Конструкция

аркалы

Дөйөм оҙонлоғо

4303 м (4,3 км)

Асылған ваҡыты

1991 йыл

 Гимры туннеле Викимилектә

Гимры автомобиль юлы туннеле — Рәсәй территорияһында иң оҙон автомобиль юлы туннеле[[1]. Дағстанда урынлашҡан; Буйнаҡ ҡалаһын Һәм Гимры ауылын тоташтырып, тоннель Таулы Дағстандың 9 районының тимер юл һәм республика үҙәге менән иң ҡыҫҡа һәм һауа шарттарына бәйле булмаған транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Оҙонлоғо — 4303 м. Гимры туннеленең Үткәреү һәләте сәғәтенә — 4 мең автомобиль. Юл өлөшө киңлеге — 7, габарит бейеклеге — 5 метр.

Туннель эзбизташтар, ҡомташтар, алевролиттар һәм аргиллиттар ҡатламында ер өҫтөнән 900 м тәрәнлектә урынлашҡан. Уның киҫелеш диаметры — 9 м, хәрәкәт итеү өлөшөнөң киңлеге — 7 м[2]. Туннель менән параллель рәүештә сервис дренаж-вентиляция штольняһы урынлашҡан[3]. Тоннель яҡтыртылған, автомат янғын, һаҡ сигнализацияһы, тауыш биреү системаһы, телефон бәйләнеше, телевизион күҙәтеү, эксплуатация вентиляцияһы, үҙәк диспетчер идаралығы бар[4].

Тоннель Иргәнәй гидроузелын төҙөү өсөн йөк ташыу маҡсатында төҙөлә[4]. Туннелде ҡаҙыу төньяҡ портал яғынан 1979 йылдың 31 декабрендә[5], ә көньяҡ портал яғынан 1983 йылда башлана. Төҙөлөш ҡатмарлы климат һәм геологик шарттарҙа алып барыла; көньяҡ портал өсөн йөктәрҙең күп өлөшө һыу транспорты менән Чиркәү ГЭС-ы һыуһаҡлағысы һәм артабан автотранспорт менән килтерелә[6].

2007 йылдың декабрендә, Гимры ауылында контртеррористик операция режимы индерелгәс, туннель юл йөрөү өсөн ябыла[6]. Туннелде реконструкциялау буйынса эштәр 2000 йылдар уртаһынан башлана[1]. Тулыһынса файҙаланыуға тапшырыу тәүҙә 2010 йылға билдәләнә[7], һуңынан 2011 йылға күсерелә (шул уҡ ваҡытта 2011 йылда ғына туннелдә төҙөлөш эштәренә 1,7 миллиард һум тотоноу планлаштырыла)[3], ә һуңынан — 2012 йылдың сентябренә[8][9].

Реконструкциянан һуң Гимры автомобиль юлы тоннеле 2012 йылдың 2 октябрендә асыла[4].

Махачҡаланы таулы райондар менән бәйләүсе стратегик юл булараҡ, Гимры туннеле террорсыларҙың иғтибарын йәлеп итә. Атап әйткәндә, 2005 йылдың октябрендә туннель эргәһендә ҙур теракт булдырылмай[10].


  1. 1 2 «В Дагестане восстанавливается самый длинный в СНГ горный тоннель» 2020 йыл 13 март архивланған., beta.tvc.ru  (Тикшерелеү көнө: 20 апрель 2009)
  2. ↑ Тагират Гасанова. Гимринский тоннель: слухи и реальность. Интервью с генеральным директором ООО «Дорстройхолдинг» Р. Г.КУШИЕВЫМ 2011 йыл 21 ноябрь архивланған. // Дагестанская правда, 21.04.2009  (Тикшерелеү көнө: 10 сентябрь 2010)
  3. 1 2 В 2011 году на строительство Гимринского тоннеля направят более 1,7 млрд рублей 2010 йыл 30 декабрь архивланған. // riadagestan.ru  (Тикшерелеү көнө: 23 февраль 2011)
  4. 1 2 3 Венера Гамзатова. Магомедсалам Магомедов: «Мы с гордостью можем сказать, что теперь в Дагестане есть лучший тоннель во всей стране». // riadagestan.ru. Дата обращения: 3 октябрь 2012. Архивировано 17 октябрь 2012 года.
  5. ↑ ООО "ДАГГИДРОСПЕЦСТРОЙ" - ИСТОРИЯ. // dgss.ru. Дата обращения: 30 май 2011. Архивировано из оригинала 2 сентябрь 2013 года.
  6. 1 2 Мрак в конце тоннеля 2023 йыл 21 июль архивланған. // gazeta-nv.ru  (Тикшерелеү көнө: 10 сентябрь 2010)
  7. ↑ «Гимринский тоннель в Дагестане будет сдан через полтора года — Новости России — ИА REGNUM» 2008 йыл 23 май архивланған., regnum.ru  (Тикшерелеү көнө: 20 апрель 2009)
  8. ↑ Дагестан в 2011г направил почти 3,7 млрд руб на развитие дорожной отрасли. // interfax-russia.ru. Дата обращения: 6 сентябрь 2012. Архивировано 4 март 2016 года.
  9. ↑ Гимринский тоннель в Дагестане откроют в следующем году. // stavropolye.tv. Дата обращения: 31 ғинуар 2012. Архивировано 4 март 2016 года.
  10. ↑ Юлия Рыбина. Милиционеры зачистили тоннель // Коммерсантъ, № 192 (3276) от 12.10.2005  (Тикшерелеү көнө: 10 сентябрь 2010)