Эстәлеккә күсергә

Ги де Мопассан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ги де Мопассан
франц. Guy de Maupassant
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Франция
Тыуған ваҡыттағы исеме франц. Henry-René-Albert-Guy de Maupassant
Псевдоним Joseph Prunier[2], Guy de Valmont[2] һәм Maufrigneuse[2]
Тыуған көнө 5 август 1850({{padleft:1850|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[1]
Тыуған урыны Tourville-sur-Arques[d]
Вафат булған көнө 6 июль 1893({{padleft:1893|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[1][3] (42 йәш)
Вафат булған урыны Пасси[d], Париж, Өсөнсө француз республикаһы[d]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе сифилис[d]
Ерләнгән урыны Монпарнас зыяраты[d]
Атаһы Gustave de Maupassant[d]
Туған тел Француз теле
Яҙма әҫәрҙәр теле Француз теле
Һөнәр төрө новеллист, драматург, журналист, романист, яҙыусы, шағир
Эшмәкәрлек төрө әҙәбиәт[2], Театр[2] һәм журналистика[2]
Уҡыу йорто лицей Генриха IV[d]
Лицей Пьера Корнеля[d]
Q123138282?
Кемдә уҡыған Гюстав Флобер[4]
Һуғыш/алыш франко-прусская война[d]
Сәнғәт йүнәлеше реализм[d]
Йоғонто яһаусы Оноре де Бальзак һәм Золя Эмиль
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт maupassantiana.fr/index.…
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Guy de Maupassant
 Ги де Мопассан Викимилектә

Ги де Мопассан (франц. Guy de Maupassant [ɡi də mopaˈsɑ̃], тулы исеме — Анри-Рене-Альбер-ги де Мопассан (франц. Henry-René-Albert-de Guy Maupassant); 18501893) — эре француз новелласыһы[5], көтөлмәгән аҙағы менән хикәйә оҫтаһы (мәҫәлән, «Ожерелье», 1884). Туғыҙ йыл эсендә натурализмға яҡын егерме ҡыҫҡа проза йыйынтыҡтары баҫтырып сығара[6].

Мопассандың бөтә Европа популярлығын 1880 йылдарҙа күренгән романдың байыу быуаты һәм моданың хикәйәләргә ҡайтып ҡалыуы билдәләй[7]. Шуға ҡарамаҫтан, Мопассан шулай уҡ алты роман яҙа.

Ги де Мопассан 1850 йылдың 5 авгусында Дьеп янындағы боронғо Миромениль усадьбаһында тыуа. Уның атаһы Гюстав де Мопассан Нормандияға күсеп килгән лотарингия дворянлығына ҡарай. Әсәһе Лаура Ле-Пуатвен йәш сағынан Флоберҙы белгән, уның яҡын дуҫы булып Лаураның вафат булып ҡалған ағаһы Альфред тора. Әсәһе ғүмере буйынса невроз менән йонсоһа ла, Мопассан бала сағынан алып яҡшы һаулығы менән айырылып тора, ә һөнәре буйынса табип булған ҡустыһы психик ауырыу кешеләр дауаханаһында вафат була.

Семинарияла бер аҙ уҡып алғандан һуң, Мопассан унан ҡыуылып, Руан лицейына күсә һәм унда уҡыу курсын тамамлай. Лицейҙа уҡыған сағында ул үҙен шиғриәт һәм театр сәнғәте менән мауыҡҡан һәләтле уҡыусы итеп күрһәтә. Был осорҙа Мопассан шағир һәм Руан китапханаһы ҡарауылсыһы Луи Буйе һәм бигерәк тә үҫмерҙең әҙәби остазы булған Флобер менән яҡындан таныша. 1869 йылда лицейҙы тамамлап, әсәһе һәм Флобер менән кәңәшләшеп, хоҡуҡ өйрәнеү өсөн ул Парижға юллана. Башланып киткән һуғыш бөтә пландарын юҡҡа сығара.

Франция-пруссия һуғышында ябай рядовой булып, Мопассан белемен уҡыу менән тулыландыра һәм бигерәк тә тәбиғи фәндәр һәм астрономия менән мауыға. Нәҫелдән килгән сирҙе булдырмау өсөн ул үҙенең физик үҫеше өҫтөндә ныҡлы эшләй.

Ғаиләһе бөлгөнлөккә тарығандан һуң, Мопассан диңгеҙ министрлығына чиновник булып эшкә урынлаша. унда ун йылға яҡын эшләй. Мопассан әҙәбиәткә тартыла. Алты йылдан күберәк Флобер менән дуҫлашҡан Мопассан, яҙғанды күсерә һәм йырта; әммә Гюстав Флобер уның әҫәрҙәрен етерлек өлгөрөп еткән һәм стилистик берҙәм тип танығандан һуң ғына матбуғатҡа сығарырға баҙнат итә.

Мопассандың беренсе хикәйәһе 1880 йылда «Меданские вечера» йыйынтығында Золя, Алексис, Сеара, Энник һәм Гюисманс повестары менән бергә донъя күрә. Яңы башлаусы яҙыусы нескә юморы һәм ҡыҫҡа, шул уҡ ваҡытта сағыу характристиканың ҙур һәләтен күрһәтеп, үҙенең «Пышка» повесы менән әҙәби түңәрәктәрҙе таң ҡалдыра.

Шул уҡ йылда Мопассан шиғриәт йыйынтығы баҫтырып сығара («Шиғырҙар», 1880), унда бигерәк тә «Le mur», «Au bord de l’eau», «Désirs» һәм «Vénus rustique» шиғырҙары иҫ киткес яҡшы була. Шунда уҡ урынлаштырылған шиғри драматургия тәжрибәһе (««Histoire du vieux temps»») Мопассанға Le Gaulois гәзитендә хроникасы булып китергә мөмкинлек бирә; чиновник хеҙмәтен яҙыусы был ваҡытта ҡалдыра. Үҙенең әҙәби эшмәкәрлеге башында Мопассан Золяның дауам итеүсеһе булараҡ танылһа ла, ул бик үк «натуралистик» мәктәп яҡлы булмай, уны тар һәм бер яҡлы тип иҫәпләй.

Ги де Мопассан Эйфель башняһы төҙөлөшөнә тыйыу һалыу буйынса Париж властарына мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең һорап яҙған хатына ҡушыла. Мопассан йәнәһе «шөҡәтһеҙ һөлдәнән» башня өҫтөндәге ресторанда йәшеренеп ҡала, сөнки был Парижда Эйфель башняһы күренмәгән берҙән-бер урын була тигән көләмәс билдәле[8][9].

Мопассандың яратҡан шөғөлө булып Сена йылғаһы буйлап ишеү тора

Мопассандың әҫәрҙәре ҙур уңыш ҡаҙана; йыллыҡ эш хаҡы 60 мең франк була. Мопассан әсәһен һәм ағаһының ғаиләһен финанс яҡтан ярҙам итеүҙе үҙенең бурысы тип һанай. Тотанаҡһыҙ тормош рәүеше яҙыусының һаулығын тиҙ ҡаҡшата, ул шул ваҡытта дауалап булмай торған сир — сифилис менән ауырый[10]. 1884 йылдан яҙыусыны нервы өйәнәге эҙәрлекләй; күңел һүрелеүе һәм ипохондрия артыу менән тынысһыҙ идеализмға бирелә. Был кәйефе бер нисә новеллала, шул иҫәптән билдәле «Орля» повесында сағыла.

Мопассандың күңел тыныслығын донъяуи уңыштар ҙа, Revue des Deux Monde менән хеҙмәттәшлек тә, «Musotte» комедияһының Gymnase сәхнәһендә уңышы ла, «La Paix du ménage» комедияһы өсөн академия премияһын алыу ҙа тергеҙмәй.

1891 йылдың декабрендә уның нервы өйәнәге үҙ-үҙенә ҡул һалыуға маташыуға тиклем еткерә. Пасси янындағы психик ауырыуҙар дауаханаһында Мопассан башта аңына килә, әммә тиҙҙән өйәнәктәр йыш ҡабатлана башлай.

Ги де Мопассан 1893 йылдың 6 июлендә үҙенең мейеһенең көсәйә барған фалижынан 43 йәшенә тик бер ай тулмай вафат була.

Ундағы күңелле кәйеф ауырыуға ҡаршы тора. Башта ул баш ауыртыуы һәм ипохондрия өйәнәктәре менән ыҙалай. Һуңынан уның алдында һуҡыр ҡалыу шәүләһе килеп тора. Күҙе насар күрә башлай. Унда шикләнеүсәнлек, ҡырыҫлыҡ һәм дәғүәселлек үҫешә. Ул ярһыу көрәшә, Урта диңгеҙ буйлап яхтала бәргеләнә, Тунисҡа, Мароккоға.Африкаға ҡаса —һәм бер туҡтауһыҙ яҙа. Дан яулап, ҡырҡ йәшендә, ул үҙенең муйынын ҡырҡа, ҡанһырай, әммә тере ҡала. Уны аҡылдан яҙғандар йортона бикләйҙәр. Ул унда дүрт аяҡлап йөрөй… Уның ҡайғылы ҡағыҙында һуңғы яҙыуы «Мопассан әфәнде хайуанға әйләнде» тип хәбәр итә. Ул ҡырҡы ике йәшендә вафат була. Әсәһе унан оҙағыраҡ йәшәй



Исаак Бабель, рассказ «Гюи де Мопассан»

Эстетик принциптары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мопассан нәфис һүҙгә ҡарата үҙенең ҡараштарын 1887/1888 йылдарҙа «Пьер и Жан» романына инеш һүҙҙә аныҡ яҙа.

Романтик романды һәм уның формаһы боҙолған, кеше көсө етмәҫлек, шиғри ҡарашын инҡар итеп һәм, Мопассан реализм эҙләнеүҙәрендә бындай ижадтың бөтә сикләүҙәрен аңлап,  объектив романға тартыла. Уның өсөн реализм шәхси донъяға ҡарашы була, уны яҙыусы китабында сағылдырып, уҡыусыға еткерергә тырыша. Беҙ һәр ваҡыт үҙебеҙҙе, һәм әҫәрҙең дөйөм мәғәнәһен тәшкил иткән ҙур булмаған факттар өйкөмөн һүрәтләйбеҙ, — тип әйтә ул, шул уҡ ваҡытта романдың художестволы әҫәр икәнен раҫлап. Мопассан шул уҡ ваҡытта Эмиль Золяға хас булған «тоталь реализмға» ынтылыуҙы һәм үҙенең көслө документаллеге менән натурализмды инҡар итә.

Мопассан психологик тикшеренеүҙәр урынына алмашҡа ысын факттарҙы һәм эш-ҡылыҡтарҙы сағылдырырға тырыша, сөнки психология, реаль тормошта ысын ҡылыҡтар тарафынан нисек йәшерен булған, китапта ла шулай уҡ йәшерен булырға тейеш. Ҡыҫҡалыҡҡа тартылыу яҙыусы ижадында асыҡ күҙәтелә: ул 300 ашыу новелла һәм новелла ситуациялары сылбыры һымаҡ төҙөлгән алты роман ғына яҙа.

Уратып алған донъяны, матурлыҡты һәм әшәкелекте яҙыусы көслө ҡабул итә, уға айырым эмоциональ нескәлек хас була, был, үкенескә ҡаршы, уның фәжиғәле үлеменә яҡынайта.

Төп темаһы әҫәрҙең

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Нормандияла Мироминель усадьбаһы (XVI быуат аҙағы), унда Мопассан тыуған ваҡытта ата-әсәһе йәшәй.

Мопассан ижады темалары уның осорондағы көндәлек тормош һәм авторҙың шәхси тормошо менән бәйле, ул бергә ҡушыла һәм ҡабатланмаҫ палитра булдыра:

  • Нормандия, яҙыусының тыуған төбәге, уның ижадында шаҡтай ҙур урын биләй: пейзаж — диңгеҙ йәки ҡалалар, «Жизнь» (Une vie) хикәйәһендәге Руан йәки «Пьер и Жан» әҫәрендәге Гавр һымаҡ, йәки төбәк халҡы- ауыл кешеләре («В полях», 1884), алпауыттар һәм ваҡ хеҙмәткәрҙәр («Жизнь») йәки буржуа («Пьер и Жан»). Әммә Нормандия — Мопассан һүрәтләгән берҙән-бер төбәк түгел. «Милый друг» романында Париж йәмғиәтенең төрлө ҡатламдары күрһәтелә, башлыса, юғары ҡатлам һәм эре эшҡыуарҙар; шул уҡ мөхиттә «Сильна как смерть» һәм «Монт-Ориоль» романдарының ваҡиғалары бара. Күпселек новеллаларында («Наследие», «Ожерелье», «Выезд за город», «Два друга» һ.б..) урта синыфтың көндәлек тормошо һүрәтләнә. А. Франс 1887 йылда был йәһәттән «Ги де Мопассан и французские рассказчики» мәҡәләһендә былай тип яҙа: «Нормандияға тартым булыуға һәм бөтә әҫәрҙәре бешкән икмәк еҫе менән һеңеүгә ҡарамаҫтан, беҙҙең ваҡыттың башҡа хикәйәсеһенекенә ҡарағанда уның типтары төрлө, ә уйҙырмаһы байыраҡ»[11].
  • Франция-пруссия һуғышы һәм немец оккупацияһы. Мопассан ун йыл элек шаһит булған ваҡиғаларға йыш әйләнеп ҡайта, мәҫәлән, «Пышка», «Мадемуазель Фифи», «Два друга», «Старый Милон», «Безумная» әҫәрҙәрендә.
  • Ҡатын-ҡыҙ темаһы, бигерәк тә — көсләү ҡорбандары: Жанна («Жизнь», «Маленькая Рок», «Мисс Гариет»), был темала фәхишәлек ҙур урын ала: «Пышка», «Мадемуазель Фифи», «Дом Телье». Шулай уҡ балалар һәм ғаилә темаһы Мопассанға яҡын, ул аталыҡ темаһы менән бергә килә: «Пьер и Жан», «Буатель», «В полях», «Ребёнок», «По-родственному»…
  • Мөхәбәткә урын булмаған ҡала пейзажына Мопассан йыш ҡына һыу донъяһын ҡаршы ҡуя. Ишкәк спортын яратыусылар диңгеҙ («Жизнь», «Пьер и Жан»), йылғалар («На воде», «Мушка», «Выезд на природу») һәм хатта һаҙлыҡтар («Любовь») күренештәренән ләззәт ала.
  • Яҙыусының үҙ пессимизмы: Үҙенең фәлсәфәүи өмөтһөҙлөгөнән Мопассан Флобера ҡарағанда арыраҡ китә. Артур Шопенгауэрҙың уҡыусыһы булараҡ, ул тормошто мәғәнә менән тултырған бөтә нәмәнең дә тотороҡһоҙ икәнлеген бер-бер артлы күрһәтә. Ҡайһы саҡта уға кеше башҡаларҙан юғарыраҡ хайуан, ә прогресс- тик шәүлә кеүек тойола. Хатта дуҫлыҡ та уға имәнес ялған кеүек тойола, сөнки кешеләр башҡаларҙың проблемаларын ҡабул итмәй һәм яңғыҙлыҡҡа дусар була.
  • Нервы ауырыуы көсәйеү менән Мопассанды күберәк яңғыҙ аҡылһыҙлыҡ, депрессия һәм паранойя темалары: «Орля», «Шевелюра», «Госпожа Эрме»; шулай уҡ үлем темаһы биләй («Жизнь», «Милый друг», «Малый Рок», «Сильна как смерть»). Совет осоронда Мопассан натурализмдан декадентлыҡҡа (бөтә киҫкенлекте, ғәриплекте, һөйкөмһөҙҙө матурлау) үҫеш кисергән тип иҫәпләнә[12].

Рәсәйҙә ижадына баһа

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мопассан үҙенең уҡытыусылары араһында Тургеневты атай, ә Тургенев Мопассан тураһында Флоберҙан белә һәм уның хикәйәләүсе булараҡ туранан-тура Лев Толстойҙан һуң ҡуя.

Толстой үҙе лә Мопассандың ижадын яҡын күрә, ул уның «В порту»хикәйәһен тәржемә итә. Толстой һүҙҙәре буйынса, «бөтә изгелек, тормош мәғәнәһе — ҡатын-ҡыҙҙа, мәхәбәттә... тип иҫәпләгән башҡа шундай яҙыусы бар микән...» (Гюи де Мопассан әҫәрҙәренә инеш һүҙ).

Чехов йыш ҡына новелласы Мопассандың оҫталығы менән һоҡлана һәм уны үҙенең әҫәрҙәрендә йыш телгә ала. Уға туранан-тура Бабель, бигерәк тә йәш сағында, оҡшатырға тырыша. Уның иң билдәле хикәйәләренең береһе — шулай уҡ «Гюи де Мопассан» тип шулай уҡ атала (1932).

Мопассан 1880 йылғы иң емешле француз яҙыусыларының береһе. Айырым йылдарҙа ул алты тиҫтәнән артыҡ яңы хикәйәләр баҫтырып сығара. Яҙыусының ғүмере ваҡытында түбәндәге китаптары донъя күрә;

Мопассан 1885 йылғы карикатурала
  • 1880 — «Пышка», повесть («Меданские вечера» альманахы составында)
  • 1880 — «Стихотворения» (Le vers)
  • 1881 — «Заведение Телье» (La Maison Tellier), хикәйәләре
  • 1882 — «Мадемуазель Фифи» (Mademoiselle Fifi), хикәйәләре
  • 1883 — «Дядюшка Милон» (Le père Milon), хикәйәләре
  • 1883 — «Жизнь», роман
  • 1883 — «Рассказы вальдшнепа» (Contes de la bécasse), хикәйәләре
  • 1884 — «Лунный свет» (Claire de lune), хикәйәләре
  • 1884 — «Мисс Гарриет» (Miss Harriet), хикәйәләре
  • 1884 — «Мисти» (Misti, 1884), хикәйәләре
  • 1884 — «Сёстры Рондоли» (Les sœurs Rondoli), хикәйәләре
  • 1884 — «Под солнцем» (Au soleil), юл очерктары
  • 1885 — «Милый друг», роман
  • 1885 — «Иветта» (Yvette), хикәйәләре
  • 1885 — «Сказки дня и ночи» (Contes du jour et de la nuit), хикәйәләре, шул иҫәптән «Ожерелье»
  • 1885 — «Туан» (Toine), хикәйәләре
  • 1886 — «Маленькая Рок» (La petite Rocque), хикәйәләре
  • 1886 — «Господин Паран» (Monsieur Parent), хикәйәләре
  • 1887 — «Монт-Ориоль», роман
  • 1887 — «Орля» (Le Horlà), хикәйәләре
  • 1888 — «Пьер и Жан» (Pierre et Jean), роман
  • 1888 — «Избранник госпожи Гюссон» (Le rosier de m-me Husson), хикәйәләре
  • 1888 — «На воде» (Sur l’eau), юл очерктары
  • 1889 — «Сильна как смерть» (Fort comme la mort), роман
  • 1889 — «С левой руки» (La main gauche), хикәйәләре
  • 1890 — «Наше сердце» (Notre coeur), роман
  • 1890 — «Бродячая жизнь» (La vie errante), юл очерктары
  • 1890 — «Бесполезная красота» (L’inutile beauté), хикәйәләре

Үлгәндән һуң тамамланып бөтмәгән «Анжелюс» һәм «Огонь желания» романдарынан өҙөктәр, шулай уҡ «Чужеземная душа» повесы баҫылып сыға.

Әҫәрҙәр йыйынтығы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ги де Мопассан. Т. тулы әҫәрҙәр йыйынтығы 13 — М., 1951
  • Ги де Мопассан. Избранные произведения в двух томах. — М: Государственное издательство художественной литературы, 1954.
  • Ги де Мопассан. Полное собрание сочинений в 12 томах. — М: «Правда», 1958. (китапханаһында «Огонек»)
  • Ги де Мопассан. Собрание сочинений в 7 томах. — М: «Правда», 1977. (китапханаһында «Огонек»)
  • Ги де Мопассан. 5 томда әҫәрҙәре — М.: «Наука», 1993, 250 000 дана
  • Ги де Мопассан. Ун томлыҡ әҫәрҙәр йыйынтығы. — Чимкент: МП «Аурика», 1994. Дана тираж 105000 ISBN 5-86020-166-4
  • Ги де Мопассан. Полное собрание сочинений. — М: «Терра», 1996. — ISBN 5-300-00488-x.
  • Ги де Мопассан. Полное собрание сочинений. — М: «НГК групп», 2006. — ISBN 5-91120-005-8.

Әҫәрҙәрен экранлаштырыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Пышка, режиссёр Михаил Ромм. СССР, 1934
  • Загородная прогулка, режиссёр Жан Ренуар. Франция, 1936
  • Пышка ҡушаматындағы Руан ҡатыны, режиссёрҙар Евгений Гинзбург, Рауф Мамедов. СССР. 1989
  • Милый друг, режиссёр Пьер Кардиналь. Франция, 1983
  • Мопассан новеллалары, режиссёрҙар Клод Шаброль, Жак Руффио, Лоран Эйнеман, Дени Мальваль, Жерар Журдюи, Оливье Шацки, Жак Сантамария, һәм башҡалар. Франция (France 2), 2007—2011 гг., телесериал, новеллалар, повестар һәм хикәйәләрҙе экранлаштырыу.
  • Жизнь, режиссёр Элизабет Рапно. Франция, 2005
  • Милый друг (Bel Ami), Германия, режиссёр Вилли Форст, 1939
  • Милый друг, режиссёрҙар Деклан Доннеллан, Ник Ормрод. Великобритания, Франция—Италия, 2012
  1. 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Чешская национальная авторитетная база данных
  3. Guy de Maupassant // SNAC (ингл.) — 2010.
  4. https://www.bbc.co.uk/worldservice/arts/highlights/000808_maupassant.shtml
  5. Guy de Maupassant | French writer | Britannica.com
  6. Авессаломова Г. С., Пульхритудова Е. М. Натурализм // Краткая литературная энциклопедия / Гл. ред. А. А. Сурков. — М.: Сов. энцикл., 1962—1978. Т. 5: Мурари — Припев. — 1968. — Стб. 129—135.
  7. Michel Raimond. La crise du roman : Des lendemains du Naturalisme aux années vingt. Paris, Corti, 1967.
  8. Roland Barthes. La Tour Eiffel. Paris: Delpire Editeur, 1964.
  9. История науки и техники. Материалы и технологии: Учебное пособие. Ч. II — Google Книги
  10. Биографии. История жизни великих людей
  11. Франс А. Ги де Мопассан и французские рассказчики // Собр. соч. в 8 т. Т. 8. — М.: Государственное издательство художественной литературы, 1960.
  12. См., напр.: Ю. А. Кремлев. Клод Дебюсси. М., Музыка, 1965. С. 187.
  13. Каталог Общества библиотеки служащих.