Глинка Сергей Фёдорович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Глинка Сергей Фёдорович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Рәсәй республикаһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 26 август (7 сентябрь) 1855
Тыуған урыны Сысерть[d], Екатеринбург өйәҙе, Пермь губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 18 апрель 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (77 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Ваганьков зыяраты[d]
Атаһы Фёдор Сергеевич Глинка[d]
Һөнәр төрө минералог, геолог, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө геология[1], Минералогия[1] һәм кристаллография[d][1]
Эш урыны Императорский Санкт-Петербургский университет[d]
Уҡыу йорто Вторая Казанская мужская гимназия[d]
Ҡаҙан Император университеты
Императорский Санкт-Петербургский университет[d]
Ғилми исеме Заслуженный профессор Московского университета[d]
Ғилми дәрәжә доктор[d] (1896)
Баҫма эштең авторҙашы Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Святого Станислава 2-й степени орден Святой Анны 2-й степени орден Святого Владимира 4-й степени
 Глинка Сергей Фёдорович Викимилектә

Глинка Сергей Фёдорович (7 сентябрь 1855 йыл — 18 апрель 1933 йыл) — Рәсәй империяһы һәм СССР ғалимы, геология минералогия фәндәре докторы һәм Мәскәү университетының атҡаҙанған профессоры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Файл:Глинка Сергей Фёдорович.jpg
С. Ф. Глинка

Сергей Фёдорович Глинка 1855 йылдың 7 сентябрендә (26 август) Пермь губернаһы Сысерть заводында тыуған. Мәскәү губернаһың дворяндары нәҫеленән[2]. Башланғыс белемде 2-се Ҡазан гимназияһында ала.

Ҡаҙан Император университетының физика-математика факультетының математика бүлегенә уҡырға инә. Артабан Санкт-Петербург университетына күсә, уны 1883 йылда тәбиғи фәндәр кандидат дәрәжәһе менән тамамлай.

1883 йылдың 1 февраленән 1886 йылдың ғинуарына тиклем Санкт-Петербург университетының минералогия кабинеты консерваторы итеп һайлана[3].

1885 йылдың декабренән кристаллография буйынса приват-доцент дәрәжәһендә лекциялар уҡый башлай. Бер йылдан тимер юл инженерҙары институтының репетиторы итеп тәғәйенләнә, 1891-1896 йылдарҙа унда анализдар етештереү буйынса химик вазифаһын биләй.

1889 йылдың декабрендә минералогия һәм геогноз магистры дәрәжәһе бирелә. («Рус ятҡылыҡтарынан альбиттар»); 1896 йыл аҙағында Ҡазан университетында « Рәсәй ятҡылыҡтарынан альбиттарҙың оптик үҙенсәлектәре һәм химик составы» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1897 йылдың сентябренән Санкт-Петербург тарих-филология институты. уҡытыусыһы итеп раҫлана.1890-1910 йылдарҙа Бестужев курстарында профессор, шулай уҡ 1894 йылдың октябренән Император художество академияһы ҡарамағындағы юғары художество училищеһында уҡыта (1905 йылдың ғинуарынан — профессор).

1911 йылдан — ординар профессор, Мәскәү университетының минералогияһында, («Кассо эштәре») буйынса протест билдәһе йөҙөнән бер төркөм профессорҙар киткәс, кафедра мөдире к[4].

1922 йылда — Мәскәү Император университетының атҡаҙанған профессоры.

1913 йылдың 1 ғинуарынан — Тулы хоҡуҡлы статский советник.

1919 йылдың 22 майынан С. Ф. Глинка Рәсәй дәүләт китапханаһының.ғилми бүлеге мөдире.

1921 йылдан Минералогия ғәмәли институтында эшләй.

1922 йылдан — кристаллография кафедраһы профессоры.

1933 йылдың 18 апрелендә Мәскәүҙә вафат була. Ваганьков зыяратында ерләнә.(4 уч.).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1890 йыл — Николае-Максимилиановский алтын миҙалы һәм Санкт-Петербург минералогия йәмғиәтенең альбиттар эше өсөн.премияһы.
  • 1896 йыл — «Император Александр III батшалыҡ итеү иҫтәлегенә» миҙалы
  • 1898 йыл — II дәрәжә Изге Станислав ордены.
  • 1902 йыл —II Изге Анна ордены.
  • 1905 йыл —IV Изге Владимир ордены.


Хеҙмәтәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

60-тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.[5], улар араһында:

    • Общий курс минералогии / Сост. С. Ф. Глинка, прив.-доц. Имп. С.-Петерб. ун-та. — Ч. 1. — СПб.: тип. бр. Шумахер, 1896
    • Альбиты из русских месторождений / Прив.-доц. С.-Петерб. ун-та С. Глинка Санкт-Петербург : тип. и хромолит. А. Траншель, 1889
    • Естественные строительные камни / С. Ф. Глинка, маг[истр] мин[ералогии] и геогн[озии] — СПб.: тип. С. Корнатовского и В. Войцицкого, 1892
    • О строении и изменениях горных пород : (Сообщ. магистра С. Ф. Глинки в Ин-те инж. пут. сообщ. имп. Александра I 4 нояб. 1885 г.) — СПб.: тип. М-ва пут. сообщ. (А. Бенке), [1886]
    • Каменные строительные материалы : Руководство для студентов Ин-та инж. пут. сообщ. имп. Александра I / Сост. С. Глинка, магистр минералогии и геогнозии — СПб.: типо-хромо-лит. т-ва А. Траншель, 1891
    • Химический состав и оптические свойства альбитов из русских месторождений / С. Глинка — СПб.: тип. А. Якобсона, 1894
    • Общий курс кристаллографии / Сост. С. Ф. Глинка, прив.-доц. Имп. С.-Петерб. ун-та — СПб.: кн. маг. А. Ф. Цинзерлинга, 1895
    • Твердение портланд-цемента : (По поводу ст. Н. Н. Лямина «Твердение портланд-цемента и значение в этом процессе свободной извести (гидрата извести)» / [С. Глинка] — [СПб.]: тип. М-ва пут. сообщ., [1898]
    • Горшечный камень / [С. Глинка] — СПб.: тип. Спб. градоначальства, ценз. 1900
    • Карборунд из металлургической печи / С. Глинка. — Екатеринбург: тип. п./ф. «В. Н. Алексеева, П. Н. Голина и К°», 1911
    • Минералогия : Конспект лекций, чит. в Моск. ун-те / Засл. проф. С. Ф. Глинка. — 3-е изд. — М.: Студ. изд-во, 1917

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]