Глыбочко Пётр Витальевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Глыбочко Пётр Витальевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 21 июль 1964({{padleft:1964|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (59 йәш)
Тыуған урыны Кувшиново[d], Почепский район[d], Брянск өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уролог
Эшмәкәрлек төрө урология[d]
Эш урыны 1-се Мәскәү дәүләт медицина университеты
Биләгән вазифаһы ректор[d]
Уҡыу йорто Һарытау дәүләт медицина университеты
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Киричук, Вячеслав Фёдорович[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй
Дәүләт  Рәсәй[1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Почёт ордены II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены «Һаулыҡ һаҡлау Отличнигына» тамғаһы (СССР)

Петр Витальевич Глыбочко (21 июль 1964, Кувшиново ауылы, Брянск өлкәһе) — Рәсәй табип-урологы, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (2016). 2010 йылдың 15 июненән — И. М. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү медицина университеты ректоры. (2010 йылдың 24 мартынан алып вазифаһын башҡарыусы). 5 халыҡ-ара конференция делегаты[2]. «Берҙәм Рәсәй» партияһының Юғары советы ағзаһы[3]. Рәсәй урологтары йәмғиәтенең йыл һайын үткәрелгән конгресының ойоштороу комитеты ағзаһы[4].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән бүләкләү. Мәскәү, Кремль, 21 май 2015 йыл

1991 йылда Һарытау медицина институтын тамамлай. 1996-2002 йылдарҙа Һарытау медицина университетының урология кафедраһында уҡыта (ассистент, доцент, профессор, кафедра мөдире)[5], бер үк ваҡытта — Һарытау өлкәһе һуғыш ветерандары госпиталенең баш табибы[6].

2002 йылдың 14 июнендә В. И. Разумовский исемендәге Һарытау дәүләт медицина университеты ректоры итеп һайлана. Фундаменталь һәм клиник уронефрология ғилми-тикшеренеү институтын ойоштора[7].

2010 йылдың 24 мартында И. M. Сеченов исемендәге Мәскәү медицина академияһы ректоры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә; 2010 йылдың 15 июнендә И. М. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү дәүләт медицина университеты ректоры итеп һайлана[8].

Уронефрология һәм кешенең репродуктив сәләмәтлеге ғилми-тикшеренеү институты директоры. Рәсәй медицина һәм фармацевтика университеттары ректорҙары Советы рәйесе, Рәсәй ректорҙар союзы вице-президенты, Рәсәй-Ҡытай медицина университеттары ассоциацияһы рәйестәше. Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Фән һәм мәғариф буйынса Совет ағзаһы (2013-2020), 2018 йылдан Совет Президиумы составына инә.

2022 йылдың 6 мартында Рәсәйҙең Украинаға баҫып инеүенән һуң Президент Владимир Путиндың ғәмәлдәрен яҡлап хатҡа ҡул ҡуя[9].

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1996 йылда «Функциональные свойства тромбоцитов и антиагрегационная активность сосудистой стенки у больных гестационным пиелонефритом» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссртацияһы яҡлай. 2001 йылда — «Оптимизация лечения больных с доброкачественной гиперплазией предстательной железы, сочетанной с сенильным остеопорозом» темаһына докторлылыҡ диссертацияһы яҡлай.

Рәсәй Медицина фәндәре академияһы ағза-корреспонденты (28.4.2005)[10], Рәсәй Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты (2014), Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (2016).

150-нән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 9 монография, 10 дәреслек һәм уҡытыу-методик әсбап, 38 уйлап табыу, 6 файҙалы модель авторҙашы. Рәсәй Федерацияһы мәғариф һәм фән министрлығының Юғары аттестация комиссияһы эксперт советы ағзаһы.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатыны — Галина Хәмит ҡыҙы Глыбочко, медицина фәндәре кандидаты (2007)[11].

  • өс балаһы бар[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • III дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены
  • IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены
  • Почет ордены
  • II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы
  • Рәсәй Федерацияһы Президенты Рәхмәте
  • «Һаулыҡ һаҡлау отличнигы» түш билдәһе.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. https://sanctions.nazk.gov.ua/en/sanction-person/2642/
  2. Информация к размышлению. Характеристики на членов и не членов партий | 15.05.2009(недоступная ссылка)
  3. Бюро Высшего совета партии. Единая Россия. Дата обращения: 15 ноябрь 2013. Архивировано из оригинала 27 ноябрь 2013 года.
  4. Оргкомитет Конгресса РОУ. Дата обращения: 13 август 2015. 2015 йыл 12 август архивланған.
  5. 5,0 5,1 РИА Новости
  6. 1-й МГМУ имени И. М. Сеченова
  7. Саратовский Государственный Медицинский Университет // Музей истории // 1993—наши дни. 2011 йыл 22 май архивланған.
  8. Московская медицинская академия имени И. М. Сеченова (ММА) выбрала нового ректора и стала Университетом — Новости 2010 йыл 25 июль архивланған.
  9. Обращение Российского Союза ректоров. 2022 йыл 6 март архивланған.
  10. Члены-корреспонденты РАМН РФ : «Г». Российская академия медицинских наук (2010). Дата обращения: 1 июль 2017.
  11. Диссертация Г. Х. Глыбочко.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Коберник О. Гордись, Россия, сыновьями // Почепское слово. — Почеп, 2006. — 7 апреля.
  • Страницы истории Почепского района. К 510-й годовщине со времени первого упоминания г. Почепа в Краткой Волынской летописи (1500—2010): Публикации из периодических изданий, краеведческая информация из книг, записки краеведов, очевидцев и участников событий, происходящих в Почепском районе / Составитель С. М. Маслёнко. — Клинцы, 2010. — С. 523—527.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]