Гогичаанти таш залдары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған

Гогичаанти таш залдары - (груз. გოგიჩაანთ ღელის ქვის დარბაზები) - Грузияның милли мәҙәниәт әһәмиәтендәге ҡомартҡыһы.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гогичаанти таш залдары Грузияның Самцхе-Джавахети районы, Боржоми муниципалитеты, Чобишеви ауылында урынлашҡан ҡоролмалар.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гогичаанти таш залдары Мтквари тарлауығының урманлы бейек тауында һаҡланған.

Комплекс ике этапта: христианлыҡҡа тиклем һәм христианлыҡ ҡабул ителгәс төҙөлгән. Комплекс үҙәгендә конус көмбәҙле таш залдар бик яҡшы һаҡланған. Был күркәм мегалитик мәҙәниәт өлгөләрендә сәнғәти дизайн ҡулланылған, улар диуарҙарҙа эшләнгән төрлө конфигурациялы һәм ҙурлыҡтағы таштар һүрәттәре менән айырылып тора.

Чобишеви залдары сәнғәти-тарихи ҡиммәттәр йәһәтенән донъя әһәмиәтендәге ҡомартҡылар иҫәбенә инә.

2006 йылда Гогичаанти таш залдары милли әһәмиәткә эйә булған күсемһеҙ мәҙәни мираҫ ҡомартҡыһы тип танылған [1].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]