Голованов Александр Евгеньевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Голованов Александр Евгеньевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 7 август 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Түбәнге Новгород[1]
Вафат булған көнө 22 сентябрь 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (71 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Мәскәү ҡалаһы
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр, сәйәсмән
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание главный маршал рода войск[d]
Һуғыш/алыш Рәсәйҙә Граждандар һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы һәм Совет - Финляндия һуғышы (1939—1940)[d]
Ғәскәр төрө СССР хәрби-һауа көстәре[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены орден Суворова I степени «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы "Кёнисбергты алған өсөн" миҙалы "Берлинды алған өсөн" миҙалы орден «Крест Грюнвальда» I класса медаль «Партизану Отечественной войны» I степени
Commons-logo.svg Голованов Александр Евгеньевич Викимилектә

Голованов Александр Евгеньевич (7 август 1904 йыл — 22 сентябрь 1975 йыл, Мәскәү, СССР) — совет хәрби етәксеһе. Авиацияның баш маршалы (19 август 1944). СССР-ҙың алыҫ ара авиацияһы командующийы (19421944), 18-се һауа армияһы командующийы (19441946), СССР-ҙың алыҫ ара авиацияһы командующийы (19461948). СССР Юғары Советының 2-се саҡырылыш депутаты (19461950).

РККА-ның ғәскәр төрҙәре тарихында иң йәш маршал.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йәшлеге һәм ОГПУ-ла хеҙмәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алекса́ндр Евге́ньевич Голова́нов 1904 йылдың 7 авгусында Рәсәй империяһының Түбәнге Новгород ҡалаһында опера йырсыһы һәм буксир пароходы капитан ғаиләһендә тыуа. Һигеҙ йәшендә уны Александр кадет корпусына бирәләр[2].

1917 йылдың октябрендә 13 йәшлек Голованов ҡыҙыл гвардияға инә — буйы ике мет рға яҡын булғас, ул 16 йәшлек булып күренә[3]. 1918 йылдан Аҙыҡ-түлек халыҡ комиссариатының «Профсохлеб» контораһында курьер булып эшләй. 1919 йылдың майынан Ҡыҙыл армияла[4]. Көнсығыш фронтта 28-се уҡсылар дивизияһының 59-сы уҡсылар полкында разведчик булып хеҙмәт итә, һуңынан шул уҡ полкта Көньяҡ фронттың 7-се уҡчылар дивизияһында разведчик була, 1920 йылдың сентябрендә контузия ала. 1920 йылдың октябрендә демобилизациялана. Һуңынан, үҙенең автобиографияһы һәм шәхси эше материалдарына ярашлы, Ҡыҙыл Армия һәм Флоттың Үҙәк идаралығында — курьер, Центропечаттә — агент, Волгосудстройҙа — урман ағыҙыуҙа, агент булып һәм Түбәнге Новгородта ГПУ-ның 5-се Волга полкында электромонтер булып эшләй. Ҡайһы бер мәҡәләләр буйынса, 1920 йыл һуңында махсус тәғәйенләнештәге частарға (ЧОН) инә[2]. 1924 йылда Түбәнге Новгородта Я. М. Свердлов исемендәге урта мәктәпте тамамлай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Голованов Александр Евгеньевич // Большая советская энциклопедия: [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. 2,0 2,1 Юрий Баранов. Голованов Александр — главный маршал авиации Архивная копия от 15 февраль 2012 на Wayback Machine // газета «Копейка» (Иркутск)
  3. Чуев Ф. И. [www.pseudology.org/Chuev/Golovanov_01.htm Несписочный маршал]
  4. Биография А. Е. Голованова

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Images.png Тышҡы рәсемдәр
Image-silk.png Одна из последних фотографий. А. Е. Голованов на даче.
Image-silk.png Надгробный памятник.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Подпись В. Суворова к портрету Голованова на 13-й странице приложения: «Александр Евгеньевич Голованов (1904—1975), ставший прототипом Александра Холованова (Дракона)». Суворов Виктор. Змееед — М.: Добрая книга, 2012. — Б. 13 на вклейке. — 296 с., отд. ил. 40 б. — ISBN 978-5-98124-567-1.