Головина Анастасия Ангеловна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Головина Анастасия Ангеловна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Болгария
Тыуған көнө 17 октябрь 1850({{padleft:1850|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Кишинёв, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 5 март 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (82 йәш)
Вафат булған урыны Варна, Болгария
Атаһы Николау, Ангел Петрович[d]
Һөнәр төрө табип, психиатр
Уҡыу йорто Париж университеты
Ғилми дәрәжә фәлсәфә докторы[d]
 Головина Анастасия Ангеловна Викимилектә

Головина Анастасия Ангеловна, ҡыҙ фамилияһы Николау (17 октябрь 1850 йыл — 5 март 1933 йыл) — рус сығышлы болгар ҡатын-ҡыҙ-табибы, психиатр[1]; Болгарияның юғары белемле тәүге ҡатын-ҡыҙ-табибы һәм Варнала беренсе балалар үҙәгенә нигеҙ һалыусы. Рус һәм болгар чиновнигы Александр Головиндың ҡатыны[2][3].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

80-йыл

Головина Анастасия Ангеловна 1850 йылдың 17 октябрендә Кишиневта тыуа[4]. Атаһы — Ангел Петрович Николау, Кишинев ҡалаһы башлығы. Әсәһе яғынан бабаһы — Калоферҙа тыуған Кирилл Минков Кишинев сауҙагәре. Анастасия тыуған ҡалаһында француз мәктәбен тамамлай, һуңынан стенографист булып эшләй. Атаһы вафатынан һуң китте, Цюрихҡа китә һәм унда университетҡа инеп, медицинаны өйрәнә. Рус студент революцион хәрәкәте ағзаһы була[5], шуның өсөн университеттан ҡыуыла һәм уҡыуын Парижда дауам итә. 1878 йылда Париж университетын тамамлай, Сорбоннала докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Сығышы менән психиатр Жан Мартен Шарконың иғтибарын яулай. Сорбонна университетын тамамлаған беренсе болгар ҡатын-ҡыҙы була.

Һуңынан Анастасия Болгарияға ҡайта, унда төрлө ойошмаларҙа табип-психиатр булып эшләй: Тырновский общинаһында һаулыҡ һаҡлау хеҙмәте хеҙмәткәре, табиптарҙың 1-се София ҡыҙҙар гимназияһында табип, Александров дауаханаһында табип-ординатор була. 1888 йылда Пловдивта эшләй, һуңынан Варнаға ҡайтып, 1889—1893 йылдарҙа унда эшләй. Ике Балҡан һуғышында һәм Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша[1]. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың «Мәрхәмәт» хәйриә йәмғиәте һәм Варна археология йәмғиәте ағзаһы. 1922 йылда Болгария Ҡыҙыл Тәреһенең почет билдәһе менән наградлана.

Тикшеренеү эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Головина төрлө психик тайпылыштарҙың билдәләре һәм барлыҡҡа килеүе менән ҡыҙыҡһына һәм идиотия, бөйөклөк манияһы, деменция, Хантингтон ауырыуы һ.б. сирҙәрҙе һүрәтләй. Уның яңылыҡтары Болгарияның суд-медицина эксперты тарафынан үлем сәбәбен асыҡлау өсөн мәйетте ярғанда ҡулланыла[1]. Головина болгар һәм сит ил баҫмаларында баҫылып сыҡҡан бик күп фәнни һәм фәнни-популяр эштәр авторы[6].

Мәрхәмәтлек[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Головина йәмәғәт һәм хәйриә эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. 1915 йылда, ҡатын-ҡыҙҙарының хәйриә йәмғиәте рәйесе булараҡ, Варнала «Мәрхәмәт» етемдәр приюты асырға ярҙамлаша. 1919 йылда ире Головин Александр Федорович иҫтәлегенә Фердинанд I исемендәге Варна ирҙәр гимназияһының һәләтле һәм аҙ тәьмин ителгән уҡыусыларын ҡарауға иғәнә индерә. 1919 йылдың 27 майында уның тырышлығы менән хәйриә фонды асыла. Гимназияның уҡытыусылар советы менән идара итә, уның фонды « Завещатели и дарители» фонды составына инә. 1944 йылда фондта 13 350 болгар левы иҫәпләнә. 1940 йылға тиклем фонд гимназияға ярҙам йөҙөнән 380-дән алып 780 левҡа тиклем аҡса күсерә. Ярҙам алыусылар араһында Тодор Стоичков, Георги Трыпчев, Янаки Ватев, Иван Добрев һәм башҡалар була. 1941—1943 йылдарҙа аҡса бүленмәй, 1948 йылда фонд ябыла[7].

1927 йылда йорто Варналағы Балаларҙы яҡлау союзы филиалына бүләк ителә, унда балалар өсөн медицина консультациялары асыла, йәш ҡыҙҙар һәм әсәләр өсөн медицина грамотаһы курстары үткәрелә. Консультацияға 1933 йылдың 12 декабрендә нигеҙ һалынған (унда Анастасияның уллыҡҡа алған улы Юрий ярҙам итә) һәм ярлы йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға кейем, аҙыҡ таратҡан «Доктор Анастасия Головина» хәйриә йәмғиәте ярҙам итә[8]. Ғүмеренең һуңғы йылдарында Анастасия Головинаның средстволарының бер өлөшө тормош иптәше Александр уҡыған Белорет ҡалаһы мәктәбенә (Башҡорт АССР-ы) тапшырыла, Александр I Баттенберг һәм башҡа сәйәси эшмәкәрҙәр менән яҙышҡан хаттары Изге Кирилл һәм Мефодийҙың Милли китапханаһына тапшырыла. Медицина әҙәбиәтенең бер өлөшө Пенчо Славейков исемендәге Варна ҡала китапханаһына мираҫ итеп ҡалдарыла.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 Първият български психиатър Д-р Анастасия Головина(недоступная ссылка) (болг.) Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «psihologia.org» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  2. Итоги конкурса «София-Москва, Болгария-Россия: вчера, сегодня, завтра» (рус.)
  3. Кълчев, 1996
  4. Crampton, 2007
  5. Poglubko K. A. [Not Available] // Asklepii. — 2015. — Т. 1. — С. 124—130. — PMID 11636528.
  6. Головин|accessdate=2018-08-31|publisher=daritelite.bg|lang=bg(недоступная ссылка)
  7. Александър Головин (болг.). daritelite.bg. Дата обращения: 31 август 2018.(недоступная ссылка)
  8. Головин|accessdate=2018-08-31(недоступная ссылка)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]