Голов Вячеслав Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Голов Вячеслав Николаевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 29 апрель 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (61 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө журналист
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Голов Вячеслав Николаевич (29 апрель 1962 йыл) — журналист, «Вечерняя Уфа» гәзитенең баш мөхәррире (2005). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы (2020), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вячеслав Николаевич Голов 1962 йылдың 29 апрелендә Өфөлә баянсы-композитор Наил Ғәлиев менән йырсы Мәғфирә Ғәлиева ғаиләһендә тыуа. Урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының рус филологияһы факультетында белем ала. Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын Өфө ҡалаһының төп муниципаль баҫмаһы булған «Вечерняя Уфа» гәзитендә башлап, журналист иерархияһының барлыҡ баҫҡыстарын да үтә: репортер, хәбәрсе, күҙәтеүсе, бүлек мөдире, өҫтәмә баҫманың баш мөхәррире була. 2005 йылдан «Өфө» нәшриәт йорто" муниципаль бюджет учреждениеһы «Вечерняя Уфа» гәзитенең баш мөхәррире[1].
Вячеслав Николаевич үҙе лә иәҡәләләр яҙыусы баш мөхәррир, ул теләһә ниндәй темаға: мәҙәниәт, спорт, сәйәсәт иркен яҙа. Уға хәрби тематика ла сит түгел: 1990 йылдарҙа Тажикстанға хәрби алыштар барған ерҙәрҙә командировкала булып, репортаж әҙерләй[2].
Ҡатнаш ғаиләлә үҫһә лә, әсә теле уға һәр саҡ туған тел булып ҡала. Вячеслав Голов башҡортса иркен һөйләшә, яҙа.

« «Минең әсәйем башҡорт, минең тәүге телем — башҡорт, мине башҡорт өләсәйем тәрбиәләне. Әлбиттә, мин үҙемде башҡорт итеп тоям», »

— ти ул[3].

Вячеслав Николаевич республикала беренселәрҙән булып «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы» исеменә лайыҡ була[4]

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өйләнгән, ҡатыны менән ике ул тәрбиәләйҙәр.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы (2020)[5]
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]