Голубев Николай Сергеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Голубев Николай Сергеевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 29 декабрь 1902({{padleft:1902|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Санкт-Петербург
Вафат булыу көнө 23 июнь 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (84 йәш)
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Белорет
Һөнәр төрө инженер, директор
Эш биреүсе Белорет металлургия комбинаты
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Сталинская премия
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт технология институты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы[d]

Голубев Николай Сергеевич (29 декабрь 1902 йыл — 23 июнь 1987 йыл) — совет инженер-технологы. 1958—1969 йылдарҙа Белорет металлургия комбинатының баш инженеры. Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1952), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1958, 1966) кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Николай Сергеевич Голубев 1902 йылдың 29 декабрендә Санкт-Петербургта тыуған. 1930 йылда Ленсовет исемендәге Ленинград технология институтын тамамлай.

Эш урыны: 1918 йылдан Ленинградта «Ҡыҙыл Октябрь» заводында, 1928 йылдан — «Красный гвоздильщик» заводында эшләй. 1942 йылдан — Белорет ҡорос сым-канат заводында цех, бүлек начальнигы, 1945 йылдан — баш инженер, 1953 йылдан — директор. 1958—1969 йылдарҙа — Белорет металлургия комбинатында баш инженер.

Голубев Николай Сергеевич оборона ихтыяждары өсөн сыҙамлы пружиналы сымдар, ҡатламланмаған пружиналы сымдар (атыу ҡоралдары өсөн), тутыҡмаусы сымдар, шариклы подшипник, ҡаршылыҡ иретмәһенән сымдар, йәйпәкләнгән таҫмалар, серебрянка етештереүҙе үҙләштереүҙә ҡатнаша.

Һуғыштан һуң пружиналы һәм профилле таҫма цехын сафҡа индереүҙә ҡатнаша.

Белорет ҡорос сым-канат заводының 1912—1958 йылдарҙа үҫеше тарихы буйынса монография яҙған.

1987 йылдың 23 июнендә Белорет ҡалаһында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы) вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1952) цинкланған сым етештереүҙең яңы ысулын уйлап табыу һәм производствоға индереүҙә ҡатнашҡаны өсөн
  • ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1958, 1966)
  • миҙалдар

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]