Голубкина Анна Семёновна
Голубкина Анна Семёновна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 16 (28) ғинуар 1864[2] |
Тыуған урыны | Зарайск[d], Рязань губернаһы[d], Рәсәй империяһы[2] |
Вафат булған көнө | 7 сентябрь 1927[3][4][5][…] (63 йәш) |
Вафат булған урыны | Зарайск[d], Рязань губернаһы[d], РСФСР, СССР[2] |
Ерләнгән урыны | Зарайск[d] |
Һөнәр төрө | скульптор |
Эш урыны |
Пречистенские рабочие курсы[d] ВХУТЕМАС[d] |
Уҡыу йорто |
Мәскәү һынлы сәнғәт, архитектура һәм төҙөү сәнғәте училищеһы[d] Юғары сәнғәт училищеһы Академия Коларосси[d] |
Кемдә уҡыған | Сергей Михайлович Волнухин[d], Иванов, Сергей Иванович[d], Беклемишев, Владимир Александрович[d] һәм Коларосси, Филиппо[d] |
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы | 1927[3] |
Ҡатнашыусы | Революция 1905—1907 годов в России[d] |
Сәнғәт йүнәлеше | импрессионизм[d] |
Хеҙмәттәре тупланмаһы | Дәүләт Третьяков галереяһы[d] |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d] |
Голубкина Анна Семёновна Викимилектә |
Голубкина Анна Семёновна (16 [28] ғинуар 1864 йыл — 7 сентябрь 1927 йыл) — Рәсәй империяһы һәм СССР скульпторы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Анна Семёновна Голубкина Рязань губернаһының Зарайск ҡалаһында (хәҙер Мәскәү өлкәһе) мещандар ғаиләһендә тыуған. Егерме биш йәшендә Мәскәүгә уҡырға китә, архитектор А. О. Гунсттың нәфис сәнғәт класына уҡырға инә (1889—1890 йй.), унда педагог билдәле скульптор һәм педагог С. М. Волнухин уның һәләтен күрә. Бер нисә йыл Мәскәү һынлы сәнғәт, архитектура һәм һәйкәл ҡойоу училищеһында С. И. Ивановтың оҫтаханаһында уҡый. 1894 йылда Санкт-Петербургта Император Художество Академияһы янындағы училищела уҡый (В. А. Беклемишев класы).
1895 йыл башынан, Анна Голубкина, үҙенең уҡыуын дауам итеп, өс тапҡыр оҙаҡ ҡына Парижда йәшәй. Коларосси академияһының дәрестәренә йөрөй. Үҙ оҫтаханаһында эшләй. Мәрмәр эшкәртеү технологияларын өйрәнә. Лондон музейҙарын барып ҡарай. 1897 йылдан француз скульпторы Огюст Родендың консультациялары менән файҙалана. Был йылдарҙа ул «Старость», «Портрет Э.-Ж. Бальбиани», «Женская маска в блоке» әҫәрҙәрен ижад итә. 1899 йылда Парижда Яҙғы салонда «Старость» скульптураһы өсөн бронза миҙалға лайыҡ була.
1899 йылда Мәскәүгә ҡайта. 1902—1903 йылдарҙа Мәскәү Художество театры ишектәренән өҫтәрәк урынлаштырылған «Пловец» рельефын эшләй. 1910 йылдан Оло Левшинский тыҡрығындағы 12-се йортта үҙ оҫтаханаһында йәшәй һәм эшләй (хәҙер был адрес буйынса — А. С. Голубкина Музей-оҫтаханаһы, Дәүләт Третьяков галереяһы бүлеге). Мәскәү коммерция училищеһында (1904—1906 йыл), Пречистенский эшселәр курсында (1913—1916 йылдарҙа) һәм Юғары художество-техник оҫтаханаларҙа (1918—1922 йылдарҙа) уҡыта. 1914—1915 йылдарҙа күптән түге асылған Александр III исемендәге Һынлы сәнғәт музейында (хәҙер А. С. Пушкин исемендәге ГМИИ) Голубкина Аннаның шәхси күргәҙмәһе үтә. «Несколько слов о ремесле скульптора» (1923 йыл) китабының авторы).
Анна Семёновна Голубкинаның скульптура әҫәрҙәре эре музей тупланмаларында (Третьяков галереяһында, Рус Музейында, Орск музейында һ.б.) һаҡлана. С. Т. Коненков, А. Т. Матвеева, С. Д. Эрьзя, В. И. Мухина ижады менән бер рәттән — Голубкинаның ижады ХХ быуаттың тәүге яртыһында Ватан скульптураһы әһәмиәтен билдәләй.
Скульптор тарафынан төрлө йылдарҙа иҗад ителгән танылған әҫәрҙәр исемлегенә Л. Н. Толстой, А. М. Ремизов, Вяч. Иванов, Андрей Белый, В. Ф. Эрн, А. Н. Толстой һ.б. портреттары инә.
Зарайскиҙа вафат була, ҡала зыяратында ерләнә (ҡәбере һаҡланған).
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙер Зарайскиҙа Голубкина музейы урынлашҡан, ул уның тыуған йортонда асылған. 1999 йылда музей ихатаһына Ю. Ф. Иванов эшләгән Голубкина һәйкәле ҡуйылған[6].
Венералағы кратер Анна Голубкина исеме менән аталған һәм «Скульптор Голубкина» проекты-481 (ПХР) ролкеры бар, ул Ҡара диңгеҙ пароходсылығы флоты составына инә.
Әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йөҙөүсе (горельеф)
-
"Йөҙөү". 1903 йыл. Тонировкаланған гипс. Камергер тыҡрығында МХАТ-ҡа инеү урынында
-
Ҡартлыҡ, 1898
-
"Томан" вазаһы, 1899
-
Төлкө, 1902
-
А.Н. Толстй портреты, 1911
-
Кариатидтар, 1911
-
Е. Носова, 1912
-
Ҡайынҡай, 1927 (оҫтаның һуңғы эше)
Музейҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәскәүҙә А. С. Голубкинаның музей-оҫтаханаһы, адресы: Оло Левшинский тыҡрығы, 12-се йорт.
- Зарайскта Голубкинаның йорт-музейы
Цитаталар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юрий Нагибин, «Вдали музыка и огни» хикәйәһе: «Ә үҙемдең Голубкина тураһындағы хикәйәмде мин скульптор Ефимов һүҙҙәре менән тамамлар инем: „Әгәр минән һораһалар, һеҙ даһиҙарҙы беләһегеҙме?“ — мин әйтер инем: „Голубкина“ тип».
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Record #42681630 // VIAF (билдәһеҙ) — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 ГОЛУБКИНА // Большая российская энциклопедия (урыҫ) — М.: Большая российская энциклопедия, 2004.
- ↑ 3,0 3,1 RKDartists (нидерл.)
- ↑ Anna Semjonowna Golubkina // https://www.fembio.org/biographie.php/frau/frauendatenbank?fem_id=11426 (нем.)
- ↑ Anna Semjonowna Golubkina // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
- ↑ Н. Шугай. Дом скульптора А. С. Голубкиной.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- А. С. Голубкина. Письма. Несколько слов о ремесле скульптора. Воспоминания современников.- М. : Советский художник, 1983.
- Каменский А. А. Анна Голубкина: Личность. Эпоха. Скульптура. — М.: Изобразительное искусство, 1990.
- Каменский А. Рыцарский подвиг: Книга о скульпторе Анне Голубкиной. М., 1978
- Добровольский О. М. Голубкина. — М.: Молодая гвардия, 1990. — 352, [32] с. — (Жизнь замечательных людей. Серия биографий. Вып. 707). — 150 000 экз. — ISBN 5-235-00787-5.
- Русские художники. Энциклопедический словарь. Ю. Я. Герчук, И. А. Башинская, Т. Б. Вилинибахова и др. — М. : Азбука, 2000. ISBN 5-267-00064-7
- Калугина О. В. Скульптор Анна Голубкина: Опыт комплексного исследования творческой судьбы: монография. — М.: Галарт, 2006. — 248 с. — ISBN 5-269-01043-7. — Библиогр.: с. 228—237. — Имен. указ.: с. 239—241. — Прил.: с. 245.
- Рецензия М. Волошина на выставку Товарищества московских художников см.: Русская художественная летопись (прил. к «Аполлону»), 1911, февр., No 4, с. 62—63.
- Волошин М. А. С. Голубкина. Впервые опубликовано в журнале «Аполлон» (1911, No 6, с. 5—12); на вкладках этого номера «Аполлона» помещены фотографии скульптур Голубкиной.
- Чулков Георгий. Годы странствий: Из книги воспоминаний. М., 1930, с. 205.
- Машковцев Н. О современном скульпторе (По поводу выставки А. С. Голубкиной). — Сев. записки, 1915, No 3, с. 98.
- Булгаков С. Тихие думы. М., 1918, с. 57 (у С. Н. Булгакова в статье «Тоска», посвященной выставке Голубкиной 1914—1915 гг.: «…её творчество <…> исполнено той высшей, правой тоски, которая есть всегда преодолеваемая основа радости»)
- Россций [А. М. Эфрос]. А. С. Голубкина (выставка скульптур). — Рус. ведомости, 1915, 10 янв.).
- Врангель Н. История скульптуры. М., [1909], с. 402.
- Ефимов Иван. Об искусстве и художниках. М., 1977, с. 188