Гольденвейзер Алексей Львович
Гольденвейзер Алексей Львович | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Тыуған көнө | 12 ғинуар 1911 |
Тыуған урыны | Мәскәү ҡалаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 12 ғинуар 2003 (92 йәш) |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эшмәкәрлек төрө | Механика |
Эш биреүсе | Институт проблем механики РАН[d] |
Уҡыу йорто | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Алексей Львович Гольденвейзер (12 ғинуар 1911 Мәскәү — 12 ғинуар 2003) — теоретик механика өлкәһендә совет ғалимы, физика-математика фәндәре докторы (1947), Рәсәй Фәндәр академияһының Механика проблемалары институтының төп ғилми хеҙмәткәре.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1917 йылдан һуң театр карьераһын башланған юрист Лев Владимирович Гольденвейзер ғаиләһендә тыуған. Олатаһы — Владимир Соломонович Гольденвейзер (1853—1919) — бәйләнеш юлдары инженеры, публицист. Әсәһе — Ольга Петровна (ҡыҙ фамилияһы Герасимович, 1883—1961) — стенографист булып эшләй. Композитор А. Б Гольденвейзер Алексейҙың ике туған ағайы була.
Ата-әсәһе улдары тыуғандан һуң күп тә тормай айырылышалар, Алексей әсәһе һәм үгәй атаһы — Иосиф Владимирович Парпутти, оперетта артисы тәрбиәһендә үҫә. Анкеталарҙа милләтен урыҫ тип яҙа.
Мәскәү дәүләт университетының физика-математика факультетын тамамлай (1931).
Сәнәғәт ҡоролмаларының Үҙәк ғилми-тикшеренеү институтында эшләй (1930—1941). 1941—1942 йылдарҙа Ҡыҙыл армия сафында була, рядовой, Түбәнге Тагилда 46-сы запастағы уҡсылар бригадаһы составында танк заводында эшләй. Демобилизациялана һәм оборона әһәмиәтендәге фәнни эште башҡарыу өсөн йүнәлтелә.
Үҙәк ғилми-тикшеренеү институтының Новосибирск филиалында өлкән ғилми хеҙмәткәр (1942—1947), п/я 1027 (1947—1948), Үҙәк авиация моторҙары төҙөү институты (1948—1950). 1959 йылдан — СССР Фәндәр академияһының механика институты бүлеге мөдире (1965 йылдан — механика проблемалары институты).
1950—1960 йылдарҙа Мәскәү физика-техник институтында Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу инженер-төҙөлөш институтында (математика кафедраһы мөдире) уҡыта.
Физика-математика фәндәре докторы (1947). Профессор (1947).
Теоретик һәм ғәмәли механика буйынса СССР Милли комитетының тәүге составына инә (1956).
Төп хеҙмәттәре тышлыҡ теорияһы һәм һығылмалылыҡ теорияһы буйынса. Тышлыҡтар теорияһында асимптотик интеграллау ысулдары өҫтәмәһен үҫтерә (динамик мәсьәләләрҙе индереп).
«Фундаментальные проблемы теории тонкостенных конструкций» эше етәксеһе.
Коллегалары баһаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ул шәхси ҡыҙыҡһыныуы булмаған осраҡтарҙа үҙенең аҡыл энергияһын сарыф итеүгә һаҡсыл ҡараны. А. П. Филин[1]
Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡатыны — Ноэми Евсеевна Гуревич (1913—2001), китапханасы.
- Улы — Гольденвейзер Алексей Алексеевич (22 март 1936 — 2 сентябрь 1996 йыл), инженер-химик, радиоэлектроника өлкәһендә уйлап табыусы; уның ҡатыны — Люблвь Гершевна (Григорьевна), етемә (тыуған 1937), «Нефть хужалығы» журналы редакцияһының яуаплы сәркәтибе[2].
Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Теория упругих тонких оболочек, М., 1953; 2-е изд., М., 1976
- A. L. Goldenveizer. Theory of Elastic Thin Shells. Oxford/London/New York/Paris: Pergamon Press, 1961. — 658 pp.
- Свободные колебания тонких упругих оболочек, М., 1979 (совм. с В. Б. Лидским и П. Е. Товстиком).
Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- СССР төҙөүселәренең академик Б. Галеркин исемендәге Бөтә Союз ғилми инженер-техник йәмғиәте президиумы премияһы, төҙөлөш механикаһы буйынса иң яҡшы эше өсөн (1952)
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1970)
- Рәсәй федерацияһының Дәүләт премияһы, фән һәм техника өлкәһендә (1998)
- Атҡаҙанған Сорос профессоры[3]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Первый состав Российского национального комитета по теоретической и прикладной механике. Составители А. Н. Богданов, Г. К. Михайлов / под редакцией д-ра физ.-мат. наук Г. К. Михайлова. — Москва: «КДУ», «Университетская книга», 2018. — 70 с. ISBN 978-5-91304-805-9
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ А. П. Филин Очерки об учёных-механиках М.: ИД «Стратегия», 2007 ISBN 5-9234-0074-X
- ↑ 25 лет в журнале «Нефтяное хозяйство»
- ↑ Список Заслуженных Соросовских Профессоров и Заслуженных Соросовских Учителей
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Статья на сайте «Летопись Московского университета»
- Биография на сайте «Российская еврейская энциклопедия»
- Публикации на сайте Math-Net.ru
- 12 ғинуарҙа тыуғандар
- 1911 йылда тыуғандар
- Мәскәүҙә тыуғандар
- 12 ғинуарҙа вафат булғандар
- 2003 йылда вафат булғандар
- Мәскәү дәүләт университетын тамамлаусылар
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәрҙәре
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалерҙары
- Мәскәү физика-техник университетының уҡытыусылары
- Алфавит буйынса механиктар
- РФ Дәүләт премияһы лауреаттары
- Физика-математика фәндәре докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- МДУ-ның физика-математика факультетын тамамлаусылар