Эстәлеккә күсергә

Гомель ҡала йәштәр театры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гомель ҡала йәштәр театры
Нигеҙләү датаһы 13 октябрь 1992
Рәсем
Менеджер/директор Q64868897?
Дәүләт  Беларусь
Административ-территориаль берәмек Гомель[d]
Рәсми сайт moltheatre.gomel.by
Карта
 Гомель ҡала йәштәр театры Викимилектә

Гомель ҡала йәштәр театры — Белоруссияның өлкәһе Гомель ҡалаһы театры. Тулы исеме: «Гомель ҡала йәштәр театры» Дәүләт учреждениеһы.

Гомель ҡала йәштәр театры 1992 йылдың 13 октябрендә театрға нигеҙ һалыусы Григорий Фиглин тыуған көндө[1]асылған. Гомель ҡалаһында тыуып үҫкән Григорий Фиглин — мәскәү эшҡыуары, меценат, үҙ аҡсаһына тыуған ҡалаһында театр төҙөгән. Ул ваҡытта театр Белоруссияла беренсе шәхси театр булған һәм «Ирекле театр»[2][3] тип аталған. Театрҙы асҡан көндә Станислав Стратиевтың «Юлсылар һәм төндәр» пьесаһы буйынса спектакле ҡуйылды. Яков Натапов театрҙың беренсе художество етәксеһе һәм режиссёры булды. 1992 йылдан 1994 йылға саҡлы театрҙа Яков Натапов биш спектакль ҡуйҙы[1]. Йәштәр театрында беренсе труппа булған актёрҙар Светлана Дубровина, Юрий Фейгин, Валентин Костенко, Эльвира Батенкова, Андрей Троицкий һәм башҡалар эшләй[1]. Театрға нигеҙ һалыусы Григорий Фиглин фажиғәле һәләк булғандан һуң, 1995 йылдан 2003 йылға саҡлы, театрҙы уның ҡыҙ туғаны Галина Шофман етәкләй[2]. 1996 йылдан 1998 йылға тиклем Андрей Троицкий театрҙың художество етәксеһе була[2].

1998 йылда тиклем театр ябылыуға килтереп еткерерлек финанс ҡыйынлыҡтары кисерә. Гомель башҡарма комитеты рәйесе Александр Серафимович Якобсон театр артистарының һорауҙары буйынса «Ирекле театр» ҡала ҡурсалауы һәм бюджеты ҡарамағына алына. 1999 йылдан театр «Гомель ҡала йәштәр театр-студияһы»[2][3].тип атала башлай.

2000—2001 йылдарҙа театрҙың баш режиссёры Дмитрий Солодухо була. Дәүләт ярҙамы арҡаһында театр профессиональ белгестәр менән тулылана, актёрҙар труппаһы арта, Надежда Птушкинаның «Ғаилә альбомы», Питер Шефферҙың «Ҡараңғы тарих», Петер Турриниҙың «Ҡомаҡтарға һунар» һәм башҡа спектаклдәр ҡуйыла[2].

2003 йылдан алып 2007 йылға саҡлы Валентина Моисеенко театр директоры була. Театрҙа балалар өсөн комедия, мелодрама, пьесалар, әкиәттәр: Мария Ладоның «Бик ябай тарих», Габриэла Запольскаяның «Пани Дульская әхлағы», Алексей Слаповскийҙың «Башҡалар кеүек түгел» һәм «Тыуыу», Игорь Афанасьевтың «Уңыш ханым», Алексей Дударевтың «Ким», Светлана Бартохованың «Шундай оҙаҡ йәшен» спектаклдәре ҡуйыла. Театр күп кенә режиссёрҙар менән: Валерий Бартосик, Андрей Бакиров, Витаутас Григалюнас, Андрей Гузий һәм башҡалар[2] менән хеҙмәттәшлек итә.

2007—2010 йылдарҙа театрҙың яңы директоры-художество етәксеһе итеп Беларусь Республикаһының атҡаҙанған артисы Виктор Чепелев тәғәйенләнә. Уның етәкселегендә төрлө быуын һәм төрлө ҡарашлы тамашасыларҙы йәлеп иткән: Александр Островскийҙың «Ҡоторған аҡсалар», Эдвард Радзинскийҙың «Мин ресторан янында торам: кейәүгә — һуңыраҡ, теге лонъяға китергә — иртәрәк» сдохнуть — рано», Рэй Куниҙың ер «13-сө һан» «№ 13», Франсис Веберҙың «Йүләр менән киске аш» «Ужин с дураком» һәм башҡа спектаклдәр сығарыла. Белорус телендә спектаклдәр ҡуйыла. Винцент Дунин-Марцинкевичтың «Юл ыңғай ғына» пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакль грантҡа лайыҡ булды. Режиссёр Галина Анчишкина Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына ҡарата ҡуйған ер «Мин һуғышта ҡатнашмайым, ул мине ҡатнаштыра» әҙәби-драматик композиция махсус премия менән билдәләнде[2].

Театр төрлө фестивалдәрҙә ҡатнаша һәм Белоруссия, Рәсәй ҡалаларында: Мәскәү, Санкт-Петербург, Бөйөк Новгород, Чернигов, Минск, Молодечно, Бобруйск, Витебск һәм сит илдәрҙә: Францияла, Польшала[2] гастролдәрҙә булды.

2008 йылда театр: «Гомель ҡала йәштәр театры» тип атала башланы. 2008 йылда йәштәр театры коллективы Гомель өлкәһенең Почет таҡтаһына, «Иң яҡшы театр-тамаша учреждениеһы» номинацияһында еңеүсе, тип яҙылды. 2009 йылда Гомель ҡала йәштәр театры Гомель ҡалаһының иң яҡшы мәҙәниәт учреждениеһы тип табылды һәм театрға иҫтәлекле билдә тапшырылды[2].

2010—2016 йылдарҙа — Юрий Вутто театрҙың яңы директоры- художество етәксеһе. Юрий Вутто етәкселегендә белорус драматургияһына айырым иғтибар бүленә: Владимир Рудованың «Комедия түгел», Ян Купаланың «Икенсе көнгә», Василь Ткачевтың «Ейән өсөн гөлләмә» пьесаһы буйынса һәм Людмила Разумовскаяның «Ҡәҙерле Елена Сергеевна» һәм башҡа спектаклдәр ҡуйылды[2].

2017 йылдың ғинуарынан Гомель ҡала йәштәр театры директоры — Мостовенко Елена Леонидовна. Театрҙың ижади коллективында 18 актёр эшләй[2]. Театр перспектив белорус режиссёрҙары: Денис Паршин Юрий Диваков, Виталь Кравченко, Денис Фёдоров менән хеҙмәттәшлек итә. Гомель ҡала йәштәр театры Белоруссияла тәүге тапҡыр: Жорди Гальсерандың «Метод», Дарио Фоның «Бер… Елизавета», Константин Стешиктың «Бәүелсәктәр оса», Франц Кафканың «Павятовы лекар» спектаклдәрен ҡуя. Гомель ҡала йәштәр театры заман мсенән бергә атларға тырыша, театр репертуарына Софоклдың «OEDIPUS» (Эдип) һәм Мартин Макдонахтың «Матурлыҡ королеваһы»е [2] кеүек донъя драматургияһының юғары класлы әҫәрҙәре ингән.